Эстәлеккә күсергә

Күмертау авиация техник колледжы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Күмертау авиация техник колледжы - Күмертау ҡалаһындағы уҡыу йорто.

1985 йылда Өфө авиация техникумы филиалы булараҡ асыла, 1989 йылдан алып Күмертау авиация техникумы, 2011 йылдан ӨДАТУ‑ның Күмертау филиалы составында.

Уҡытыу көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә түбәндәге һөнәрҙәр буйынса алып барыла: электр һәм электр‑механик ҡорамалдарҙы техник эксплуатациялау һәм хеҙмәтләндереү, машиналар эшләү технологияһы, осоу аппараттары етештереү, иретеп йәбештереү производствоһы, мәғлүмәт системалары.

Монтаж, слесарь һәм механик оҫтаханалары, китапханаһы, спорт комплексы бар. 2000—05 Күгәрсен районы Мораҡ ауылы филиалы эшләй. 3,5 меңдән ашыу белгес әҙерләнгән (2012). Колледж бинаһы алдында М.В.Ломоносовҡа һәйкәл ҡуйылған (1985).

Күмертау авиация техник колледжы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.