Күндерәк

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Күндерәк (йылға) битенән йүнәлтелде)
Күндерәк
Характеристика
Оҙонлоғо 63 км
Бассейн 678 км²
Һыу ағымы
Тамағы Ашҡаҙар
 · Урынлашыуы һул ярына тамағынан 53 км өҫтәрәк
 · Координаталар 53°25′21″ с. ш. 55°08′49″ в. д.HGЯO
Урынлашыуы
Һыу бассейны

Ил Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Регион Башҡортостан Республикаһы
РДҺР 10010200512111100018243

Күндерәк — Рәсәйҙәге йылға. Башҡортостан Республикаһы[1] биләмәләрендә аға. Йылға Ашҡаҙар йылғаһының һул ярына тамағынан 53 км өҫтәрәк ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 63 км.

Тасуирлама[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Стәрлебаш районының Булаш ауылы эргәһендә башлана, шул уҡ район буйлап аға: йүнәлеше үрге ағымында — төньяҡ-көнбайыштан төньяҡ-көнсығышҡа табан, Мөхәмәтдәмин ауылы эргәһендә көньяҡ-көнсығышҡа табан борола, Күндерәк ауылы янында йүнәлешен төньяҡ-көнсығышҡа табан үҙгәртә һәм Ашҡаҙар йылғаһына (тамағынан 53 км алыҫлыҡта) ҡоя. Оҙонлоғо 63 км, бассейн майҙаны 630 кв.км. Башлыса ҡар һыуы менән туйына. Йылға тамағында уртаса йыллыҡ һыу сығымы 2,1 куб-с. Рельефы убалы тигеҙлек, һыҙалар һәм йырындар менән ҡатмарланған, үҙәне тар, битләүҙәре текә. Ландшафы йыуылған ҡара тупраҡтағы һоро болондарҙан тора. Йылға бассейнының 25 процентын — урман, 60 процентын һөрөнтө ер биләй. Иң ҙур һул ҡушылдығы — Ҡоро Күндерәк йылғаһы. Исеме ҡондораҡ (ҡыяҡ үлән) һүҙенән алынған тип фаразлана.

Һыу реестры мәғлүмәттәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға Кама һыу бассейны округында урынлашҡан, һыу хужалығы участкаһы — Ағиҙел йылғаһы Салауат ҡалаһынан Стәрлетамаҡҡа тиклем. Бәләкәй йылға бассейны (йылға эске бассейны) — Ағиҙел, йылға бассейны — Кама[2].

Һыу ресурстарының федераль агентлығы тарафынан әҙерләнгән Рәсәй Федерацияһы территорияһын һыу хужалығы буйынса районлау геоинформация системаһы мәғлүмәттәре буйынса[2]:

  • Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 10010200512111100018243
  • Гидрологик өйрәнеү (ГӨ) буйынса коды — 111101824
  • Бассейн коды — 10.01.02.005
  • ГӨ буйынса томы — 11
  • ГӨ буйынса сығарылыш — 1

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. «Рәсәй гидротехник ҡоролмалар регистры һәм дәүләт һыу кадастры үҙәге».
  2. 2,0 2,1 РФ һыу реестры: Күндерәк.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]