Күндерәү (Силәбе өлкәһе)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Ҡалып:Underlinked

Ауыл
Кундравы
Күндерәү
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Силәбе өлкәһе

Муниципаль район

Сыбаркүл

Ауыл биләмәһе

Күндерәү

Координаталар

54°50′30″ с. ш. 60°13′26″ в. д.HGЯO

Нигеҙләнгән

1701

Бейеклеге

368 м

Климат тибы

уртаса континенталь

Халҡы

2629[1] кеше (2010)

Телефон коды

+7 35168

Почта индексы

456410

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

74, 174

ОКАТО коды

75 257 825

ОКТМО коды

75 657 425 101

ГКГН номеры

0325107

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Кундравы (Рәсәй)
Кундравы
Кундравы
Күндерәү (Силәбе өлкәһе) (Силәбе өлкәһе)
Кундравы

Күндерәү (рус. Кундравы)—Силәбе өлкәһе Сыбаркүл районындағы ауыл. Күндерәү ауыл биләмәһе үҙәге булып тора. Күндерәү күле буйында урынлашҡан.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

"Ерҙе күсереү тураһында" ғы указға ярашлы XVIII быуат башында Шадринск өйәҙенән "Кундравов-күл" биҫтәһендәге ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар менән 70 казакты күсереү тураһында ҡарар ҡабул ителә. 1750 йылда игенселек биләмәһе булдырыла, һөнәрселәр оҫтаханаһы, сауҙа кибете төҙөлә. 1754 йылда станицала сиркәү барлыҡҡа килә.

1774 йылдың 3 ғинуарында Пугачев ихтилалы ваҡытында Күндерәү халҡы ҡәлғәнең ҡапҡаһын аса һәм бунтовсылар яға күсә. 1774 йылдың 29 майында ҡәлғәһе Пугачев тарафынан яндырыла. Ихтилалды баҫтырғас, Күндерәү биҫтәһенә Башҡортостан казактары күсеп киләләр.

Бында йәрминкәләр бик күңелле һәм киң үткәрелгәндәр. Сауҙагәрҙәр үҙҙәренең тауарын төрлө яҡтарҙан килтергәндәр. Урта Азиянан - бохара туҡымалары һәм балаҫтары, Ҡаҙағстандан һәм Башҡортостандан - аттар, Себерҙән йәнлек тиреләре алып килгәндәр.

1921 йылда Күндерәү ауылында совет власы булдырыла. Совет һайлана, "Восточная звезда" коммуны һәм "Пахарь" һәм "Южный Урал" колхоздары ойошторола. 1962 йылда колхоз "Кундравинский" совхозына берләшә..[2]

1935 йылдан алып Күндерәү ауылы Мейәс районы үҙәгенә әйләнә. Ә 1957 йылдан алып ауыл Сыбаркүл районы составында.

Этимологияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Атама башҡорттарҙың Күндерәс тигән ирҙәр исеменән килеп сыҡҡан тип һанайҙар. Күл буйында Күндерәс исемле ғәйрәтле бер ир уҙаманы йәшәгән тигән риүәйәт бар.[3].

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Халыҡ иҫәбе
2002[4]2010[1]
25432629

Инфраструктура[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ауылда урта мәктәп, балалар баҡсаһы, ике китапхана, балалар сәнғәт мәктәбе, дауахана һәм район туберкулез диспансеры бар.

Күренекле шәхестәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Герасимов Сергей Аполлинариевич—совет кинорежиссёры, актёр, сценарист, драматург һәм педагог, ВГИК профессоры.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11. Челябинскстат. Дата обращения: 13 февраль 2014. Архивировано 13 февраль 2014 года.
  2. туристический портал Челябинской области
  3. Шувалов Н. И. От Парижа до Берлина по карте Челябинской области. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN 5-7688-0157-7.
  4. Численность населения Челябинской области по данным Всероссийской переписи населения 2002 года. Дата обращения: 13 февраль 2016. Архивировано 13 февраль 2016 года.