Эстәлеккә күсергә

Күсемов Рәшит Йәмғетдин улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Күсемов Рәшит Йәмғетдин улы
Зат ир-ат

Рәшит Йәмғетдин улы Күсемов (1946 йылдың 8 октябре) — математик, техник фәндәр докторы, профессор, Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (1998), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1995), Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының почетлы газ сәнәғәте хеҙмәткәре (2003), Төмән өлкәһенең почётлы нефтсеһе (2008), XVIII быуаттың 1704—1711 йылдарҙағы башҡорт яуы етәкселәренең береһе Күсем Түләкәевтың, Тамъян ҡәбиләһе бейе, башҡорт кенәзе һәм тарханы Шәғәле Шаҡмандың вариҫы[1].

Р. Й. Күсемов Башҡорт АССР-ы Баҡалы районы Яңы Ҡатай ауылында тыуған.

1969 йылда Дүшәмбелә Тажик университетын тамамлағандан һуң Өфө нефть институтында эшләй. 1988 йылдан алып Төмән нефть-газ университетында: нефть-газ сығарыу процестарының моделен әҙерләү һәм уларға идара итеү кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 2002—2007 йылдарҙа уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса проректор. 2012 йылдан башлап «ЛУКОЙЛ-инжиниринг» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә (Мәскәү) ғилми-проект комплексының төп эксперты.

Фәнни эшмәкәрлеге нефть-газ тармағындағы технологик процестарҙың моделен әҙерләүгә һәм уларға идара итеүгә арналған. Рәшит Күсемов тарафынан нефть һәм газ скважиналарын төҙөү, уларҙың фондын һөҙөмтәле файҙаланыу технологиялары, ҡатламды гидравлик юл менән айырыу технологияһының, нефть-газ ятҡылыҡтарын эшкәртеүҙең һөҙөмтәлелеген моделләүҙе программа-мәғлүмәт йәһәтенән тәьмин итеү уйлап табыла. Тикшеренеү һөҙөмтәләре Башҡортостан Республикаһы һәм Көнбайыш Себер предприятиеларында индерелгән[2].

450-нән ашыу ғилми хеҙмәт авторы, В. И. Муравленко исемендәге премия лауреаты[3].

  • Применение численных методов к решению задач нефтепромысловой механики. Тюмень, 2004 г. (авторҙаш).
  • Анализ и моделирование эффективности эксплуатации скважин, осложненных парафиносолеотложениями. М., 2005 г. (авторҙаш).
  • Программно-информационное обеспечение расчетов показателей разработки нефтегазовых месторождений с горизонтальными скважинами. Тюмень, 2011 г.(авторҙаш).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • В. И. Муравленко исемендәге премия лауреаты (1997)