Эстәлеккә күсергә

Күтәрем улусы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Күтәрем улусы
Дәүләт  Рәсәй империяһы
 Совет Рәсәйе
Административ үҙәк Калегин
Административ-территориаль берәмек Бөрө өйәҙе
Халыҡ һаны 16 582 кеше (1906)

Күтәрем улусы (рус. Кутеремская волость)— Өфө губернаһы, Бөрө өйәҙе биләмәһендәге улус. 1922—1930 йылдарҙа улус үҙәге Калегин ауылында урынлашҡан булған.

1865 йылдан улус үҙәге булып Күтәрем ауылы торған, һәм улус уның исеме менән аталған. Тарихсы ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы профессор Әсфәндиәров Әнүәр Закир улы бәйән иткәнсә, Күтәрем ауылына Бөрө өйәҙе Уран улусының аҫаба башҡорт ерҙәрендә ситтән килгән удел крәҫтиәндәре нигеҙ һала. Ауыл 1795 йылдан алып билдәле. 1865 йылда 81 хужалыҡта 559 кеше йәшәгән. Игенселек, малсылыҡ, умартасылыҡ, урман кәсептәре менән шөғөлләнгәндәр. 1864 йылда ауылда сиркәү һалынған, училище, 5 һыу тирмәне булған. 1906 йылда сиркәү, сиркәү приходы мәктәбе һәм 4 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән; йәрминкәләр үткәрелгән [1].

1865 йылғы мәғлүмәттәр буйынса Күтәрем улусы составына 14 ауыл йәмғиәттәре ингән, уларҙың исемлеге түбәндәгесә булған:

Совет осоронда 1922-1930 йылдарҙа Күтәрем улусының үҙәге булып алған Калегин ауылына XVIII быуатта нигеҙ һалынған. 1897 йылғы Рәсәй империяһы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса Өфө губернаһы Касёв улусы составында булған.

Хәҙерге ваҡытта Башҡортостан Республикаһы Ҡалтасы районы муниципаль районының муниципаль берәмеге Калегин ауыл Советы үҙәге.