Кәләпүш

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску

Кәләпүш, башкейем (урыҫса каляпуш) — башҡорт ҡатын-ҡыҙының боронғо баш кейеме. Байрамда һәм төрлө йола башҡарғанда кейгәндәр.

Тегелеше[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Кәләпүш бейек ярымтүңәрәк көмбәҙләп тегелгән, тирәсенең артҡы яғына яҫы арҡалыҡ беркетелгән. Түбәһен һәм көмбәҙен буҫтауҙан йәки туланан киндер эслек һалып теккәндәр. Уны ҡыҙыл йәки ҡомас кизе-мамыҡ туҡыма менән тышлағандар. Кәләпүште тулыһынса, көмбәҙ өлөшөн дә, "ҡойроғон" да ҡаплап еҙ йә көмөш тәңкәләр, мәрйендәр тағып сыҡҡандар . Арҡалыҡтың бер өлөшөнә бәрхәт туҡыма һәм мәрйен селтәр, суҡтар теккәндәр. Ситтәрен мәрйен һәм йоморсаҡ аҡыҡ төймәләр менән биҙәгәндәр. Түбә өлөшөнөң уртаһын мәрйен менән сигеп, металл суҡы беркеткәндәр.

Таралышы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

19-сы быуат урталарына тиклем Урал аръяғында, Башҡортостандың урта һәм төньяҡ-көнбайыш райондарында киң таралған булған. Быға оҡшаш баш кейемдәре ҡайһы бер төрки һәм фин-уғыр халыҡтарында ла осраған.

Кәләпүш кейгән башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары һынлы сәнғәттә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Авижанская С. А., Бикбулатов Н. В., Кузеев Р. Г. Декоративно-прикладное искусство башкир. Уфа, 1964.
  • Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеге. Мәскәү: «Русский язык», 1993. 1-се том — 592-се бит.
  • Башкиры: Этническая история и традиционная культура. Уфа: Научное издательство «Башкирская энциклопедия», 2002.
  • Женская одежда северных башкир // Археология и этнография Башкирии. Т. I. Уфа, 1962.
  • Казбулатова Г. Х. Историческая память и символика костюма // Ватандаш. — № 3, 2005.
  • Костюм татар и башкир Урала//Народное искусство Урала. Традиционный костюм, ред.-сост. А. А. Бобрихин. Екатеринбург, 2006.
  • Руденко С. И. Башкиры: Историко-этнографические очерки. — Уфа: Китап, 2006.
  • Шитова С. Н. Башкирская народная одежда. — Уфа: Китап, 1995.