Эстәлеккә күсергә

Кәримова-Байбулатова Рәмзиә Рафаэль ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Кәримова-Байбулатова Рәмзиә Рафаэль ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 24 май 1975({{padleft:1975|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:24|2|0}}) (49 йәш)
Тыуған урыны Баймаҡ районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө журналист
Эш урыны Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһы
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Башҡорт дәүләт аграр университеты
Ойошма ағзаһы Башҡортостан Республикаһының Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Кәримова-Байбулатова Рәмзиә Рафаэль ҡыҙы (24 май 1975 йыл) — журналист, депутат, йәмәғәт эшмәкәре, Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союзы ағзаһы(2002) Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре(2013) Рәсәйҙең атҡаҙанған журналисы(2024) Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың VII саҡырылыш депутаты(2023).

Рәмзиә Рафаэль ҡыҙы Кәримова (Байбулатова) 1975 йылдың 24 майында Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районының Төркмән ауылында тыуа.

19801989 йылдарҙа Әбйәлил районының Әбделмәмбәт ауылында урта дөйөм белем биреү мәктәбендә уҡый.

19891992 йылдарҙа Рәми Ғарипов исемендәге Республика Башҡорт мәктәп-интернатында белем ала.

19921997 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының (хәҙер — Өфө фән һәм технологиялар университеты) Башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетында уҡып, уны ҡыҙыл дипломға тамамлай.

19972000 йылдарҙа Башҡорт дәүләт аграр университетында «Бухгалтер иҫәбе һәм аудит» һөнәрен үҙләштерә.

1995 йылдан, студент йылдарынан уҡ «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһында эш башлай. Мәғлүмәт программаларының Баш редакцияһында хәбәрсе, махсус хәбәрсе була. Рәмзиә Кәримова Башҡортостан Башлығы пулына инә. Шуға ла ул ШОС һәм БРИКС, Фольклориада, Вордскилс, Рәсәй-Беларусь хеҙмәттәшлеге кеүек мөһим халыҡ-ара сараларҙың, Рәсәй Президентының Башҡортостанға эш сәфәрҙәренең, республикала барған башҡа төп сәйәси-ижтимағи, социаль сараларҙың уртаһында ҡайнай, уларҙан репортаждар әҙерләй.

Ил Президенты Владимир Путиндың матбуғат конференцияһында ҡатнаша[1][2]. Башҡортостан Башлығының эш сәфәрҙе буйынса телематериалдар эшләй.

2023 йылда Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың VII саҡырылыш депутаты итеп һайлана.

Маҡтаулы исемдәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Башҡортостан Республикаһының Маҡтау ҡағыҙы (2023)[3]
  • «Ҡотҡарыу хеҙмәтен пропагандалаған өсөн» РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы миҙалы (2021)[4]
  • БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың Маҡтау ҡағыҙы (2015)[5]
  • Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең «Һөнәре буйынса иң яҡшыһы» Маҡтау билдәһе (2016)
  • Башҡортостандың Әбйәлил районының Ким Әхмәтйәнов исемендәге премияһы (2014)
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2013)
  • Рәсәй Федерацияһы Журналистар берлегенең Маҡтау ҡағыҙы (2012).
  • Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы (2023).
  • Рәсәйҙең атҡаҙанған журналисы (2024).

Тормош иптәше, «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы акционерҙар йәмғиәте мәғлүмәт программаларының Баш редакцияһы махсус хәбәрсеһе Илдар Зөлфәр улы Байбулатов менән ике ҡыҙ — Алтынай, Айгүзәл — үҫтерәләр.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәмзиә Кәримова-Байбулатова Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союзы ағзаһы(2002) Башҡортостан Республикаһының «Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте» ҡатын-ҡыҙҙың статусын үҫтереү һәм йәмғиәттә уның ролен әүҙемләштереү төбәк йәмәғәт ойошмаһы советы ағзаһы (2022).

Социаль проекттарҙың авторы. Онкология менән ауырыған балаларҙы дауалау өсөн аҡса йыйыуҙа, Өфөлә хоспис төҙөүҙә[6], инвалидтарға ярҙам ойоштороуҙа әүҙем ҡатнаша. 2021 йылда журналистың Әбйәлил районы Йәнекәй ауылында йәшәгән физик мөмкинлектәре сикләнгән өс бер туған Ҡунаҡҡоловтар тураһында репортаж әҙерләп эфирға сығарыу менән генә сикләнмәй, уларҙың йортона һыу, канализация, газ үткәреүҙе ойоштора. Инвалидлыҡ юлларға, бушлай инвалид коляскаларына сиратҡа торорға ярҙам итә, аҡсалата һәм көнкүреш техникаһы менән булышлыҡ итә[7][8].

Рәмзиә Рафаль ҡыҙы йәш быуынды журналистикаға йәлеп итеү буйынса эш алып бара, үҙ тәжрибәһе менән уртаҡлаша. Әбйәлил районы Әбделмәмбәт мәктәбендә ижади уҡыусыларға үҙ премияһын булдырған[9], республикала үткән йәштәр, балалар медиайыйындарының эксперты, «Йәшлек йәшен йәшнәтә» Өфө ҡала фестиваленең баһалама рәйесе.