Эстәлеккә күсергә

Көйөктау (Ырымбур өлкәһе)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

«»

Көйөктау
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Ҡыуандыҡ районы һәм Ырымбур өлкәһе

Көйөктау (Көйөк Мырҙа) (рус. Гуюк-Тау (Куйук-Мырза)) — Рәсәй, Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ районындағы тау.

Көйөктау Ҡыуандыҡ районындағы Ғүмәр ауылынан йыраҡ түгел Яйыҡ ҡушылдығы Һаҡмар йылғаһының уң ярында урынлашҡан[1].

Көйөктау урынлашҡан ерҙәге климат, Ҡыуандыҡ районына хас булғанса, уртаса-континенталь. Йыл миҙгелдәре аныҡ айырылып тора. Район буйынса уртаса температура +4,0оС -тән +4,8оС-ҡа тиклем үҙгәрә. Йылдың иң һалҡын айы — ғинуар, уртаса айлыҡ температураһы яҡынса −20,5оС — 35 оС. Атмосфера яуым-төшөмө бер йыл эсендә 300-ҙән алып 450—550 миллиметрға етә, шуның менән бергә күпселек өлөшө яҙғы-йәйге осорға (70 процент самаһы) тура килә. Ҡар япмаһы тотороҡло, уның дауамлылығы уртаса 150 көн тәшкил итә[2].

Ырымбурҙың төбәкте өйрәнеүсе яҙыусыһы, журналист, Ҡыуандыҡ ҡала округының әҙәби тормошон ойоштороусы Сергей Михайлович Стрельников үҙенең «Географические названия Кувандыкского района» тигән китабында бәйән итеүенсә, халыҡ телендә ороним Хандар ханы Көйөк (Гөйөк) исеменән килеп сыҡҡан тигән фекер йәшәй. Риүәйәт ителеүенсә, был тауҙа XIII быуат Монгол хәрби-феодал империяһының иң бөйөк ханы Көйөк (Гөйөк) төйәкләнгән булған. Ул 1246 йылдан алып 1248 йылға тиклем хакимлыҡ иткән С. М. Стрельников шулай уҡ икенсе бер риүәйәт барлығын да яҙа — уның буйынса был тауҙа Көйөк исемле кешенең ҡәбере бар[3].

Шул уҡ ваҡытта тарихи Башҡортостан ерҙәрендә Көйөк һүҙе менән хасил ителгән топонимдар байтаҡ. Был топонимдарҙағы Көйөк һүҙе «Башҡорт АССР-ының топонимдары һүҙлегендә» урмандарҙан яндырып таҙартылған урын тип аңлатыла[4].

  1. Стрельников С.М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст: Издательство С. М. Стрельникова, 1994.
  2. Схема территориального планирования муниципального образования Кувандыкский район. Материалы по обоснованию (2011).(недоступная ссылка)
  3. Гуюк-Тау (Куйук-Мырза), гора на правобережье Сакмары в 2 км северо-восточнее Гумарово. По преданию, сюда переселился верховный хан Монгольской военно-феодальной империи 13-го века Киюк (Гуюк), правивший с 1246 г. по 1248 г. С его именем и связывают топоним. По другой легенде, на горе находится могила человека по имени Куйук Стрельников С.М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст: Издательство С. М. Стрельникова, 1994.
  4. Көйөк (Куюк) — родн., лев. пр. Бишинды в Туйм. р-не. От көйөк 'место, очищенное от леса подсечным способом'. Ср.: Көйөк инеше — родн. в Аск. р-не, д. Новые Казанчи; Көйөкйылға — родн. в Янаул. р-не, д. Новый Артаул; Көйөкшишмә — родники в Балт. (д. Кунтугушево), Учал. (д. Ильчино) р-нах. Көйөк (Куюково) — д. в Белор. р-не. От көйөк*. Көйөк (Куюк) — п. в Туйм. р-не. От гидронима Көйөк (см.). Көйөктамаҡ (Куюктамак) — д. в Туйм. р-не. От назв. местности Көйөктамаҡ (Көйөк — гидроним, тамаҡ 'устье')Словарь топонимов Башкирской АССР. Башҡорт АССР-ының топонимдары һүҙлеге — Уфа, 1980, — 75-се бит. Башҡорт АССР-ының топонимдары һүҙлеге(недоступная ссылка)
  • Стрельников С.М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст: Издательство С. М. Стрельникова, 1994.
  • Словарь топонимов Башкирской АССР. Башҡорт АССР-ының топонимдары һүҙлеге — Уфа, 1980, — 75-се бит