Көмәрҙәк

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Көмәрҙәк
Дәүләт Flag of Russia.svg Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Башҡортостан Республикаhы

Көмәрҙәк (башҡ. Көмәрҙәк) — Көньяҡ Уралда тау һырты. Башҡортостандың Белорет районы биләмәһендә урынлашҡан[1].

Көмәрҙәк тураһында[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тау һырты Башҡортостандың Йүрүҙән йылғаһының уң яҡ яры буйлап Оло Инйәр йылғаһы башынан алып Цыбров шишмәһе йылғаһына тиклем һуҙыла. Һырттың оҙонлоғо 17 километр тирәһе, киңлеге 4 километр, абсолют бейеклеге 1354 метр. Һырттың өс түбәһе бар, уларҙың бейеклеге 1000 метрҙан ашып китә. Оло Инйәр йылғаһы Көмәрҙәк һыртының көнсығыш битләүенән, Ямантауҙан төньяҡ-көнсығышҡа табан яҡынса 13 — 15 км алыҫлыҡта башлана. Шуға башланған ерҙә ул тау йылғаларына хас булғанса ашығып, шарлап аға.

Һырт урта рифейҙың егәлгә свитаһының (геологик термин) кварц-ҡомло ҡушымтаһынан тора. Оло Инйәр йылғаһы һәм уның ҡушылдыҡтары Йүрүҙән менән Тирлән ошо тау һыртынан башлана. Тау ландшафтының бейеклек бүлкәтлеге күренә.

Һырттың көнбайыш битләүе «Көньяҡ Урал» ҡурсаулығына ҡарай. Шуға ла Көмәрҙәк Машаҡ (һырт), Егәлге, Нары тауҙары кеүек үк һаҡланған зонаға индерелгән. Унда ниндәй ҙә булһа хужалыҡ эшмәкәрлеген алып барыу тыйыла[2].

Атамаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Был тау һырты алыҫтан уҡ бер аҙ көмрөрәк булып һуҙылып күренеп ята. Шуға ла ул Көмәрҙәк (бер аҙ көмрөрәк) атамаһын йөрөтә. [3][4]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Башҡорт АССР-ының топонимдар һүҙлеге. Өфө. Башҡортостан китап нәшриәте. 1980. Т. 5000 экз. 200 б.
  2. https://uraloved.ru/mesta/bashkiriya/yuzhno-uralskij-zapovednik
  3. Башҡорт теленең академик һүҙлеге. IV том. Өфө. Китап. 2012. 656-сы бит
  4. Башҡорт АССР-ының топонимдар һүҙлеге. Өфө. Башҡортостан китап нәшриәте. 1980. Т. 5000 экз. 200 б.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

И. М. Япаров Кумардак, хребет. ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия» (2013). 24 апрель 2017 тикшерелгән.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

И. М. Япаров Кумардак, хребет. ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия» (2013). 24 апрель 2017 тикшерелгән.

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. IV том. Өфө. Китап. 2012.Т. 10 000 экз. 944 б.