Көньяҡ Рәсәй дәүләт политехник университеты
Көньяҡ Рәсәй дәүләт политехник университеты | |
Нигеҙләү датаһы | 1907[1] |
---|---|
Рәсми атамаһы | Донской политехнический институт, Новочеркасский индустриальный институт, Новачаркаскі індустрыяльны інстытут, Алексеевский Донской политехнический институт, Донской политехнический институт имени атамана А. М. Каледина, Донской политехнический институт, Северо-Кавказский индустриальный институт, Новочеркасский политехнический институт, Новочеркасский государственный технический университет, Южно-Российский государственный технический университет (НПИ), Южно-Российский государственный политехнический университет (НПИ), Novoçerkassk Politexnik İnstitutu һәм Данскі політэхнічны інстытут |
Кем хөрмәтенә аталған | Матвей Иванович Платов[d] |
Дәүләт | Рәсәй[1] |
Административ-территориаль берәмек | Новочеркасск |
Урын | Новочеркасск |
Уҡыусылар һаны | 22 000 |
Баш компания (ойошма, предприятие) | Рәсәй Федерацияһының Фән һәм юғары белем биреү министрлығы[d][2] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Входит в состав списка памятников культурного наследия | список объектов культурного наследия России в Новочеркасске[d] |
Мираҫ статусы | объект культурного наследия России федерального значения[d][3] |
Рәсми сайт | npi-tu.ru/index.php?id=2… |
Указания, как добраться | улица Просвещения, 132 |
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы | Категория:Преподаватели Южно-Российского политехнического университета[d] |
Көньяҡ Рәсәй дәүләт политехник университеты Викимилектә |
М. И. Платов исемендәге Көньяҡ Рәсәй дәүләт политехник университеты (НПИ) — рус. Южно-Российский государственный политехнический университет (НПИ) имени М. И. Платова — Ростов өлкәһе Новочеркасск ҡалаһындағы университет.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәсәй империяһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1907 йылдың ғинуарында Рәсәй Империя Министрҙар Советы «Варшава политехник институты аҡсаларын һәм персоналын ҡулланып Новочеркасск политехник институты булдырырға» тигән ҡарар ҡабул итә. 1905—1906 йылдарҙа студенттарҙың бола сығарыуы институттың ваҡытлыса ябылыуға килтергән булған. Институттың әйҙәүсе хеҙмәткәрҙәре Новочеркасск ҡалаһына ебәрелә, һәм улар яңы институттың педагогик коллективы үҙәген тәшкил итә.[4]
1907 йылдың 5 октябрендә Рәсәй империяһының[5] көньяғында беренсе юғары уҡыу йорто булған Дон политехник институты асыла. Ул ваҡытта әле институттың үҙ корпустары булмай һәм ҡаланың бер-береһенән алыҫ урынлашҡан ете йортонда урынлаша.
1909 йылда институтҡа батша улы (цесаревич) Алексей исеме бирелә, һәм ул Алексей Дон политехник институты тип атала башлай.
1911 йылдың 9 октябрендә архитектор Рогуйский проекты буйынса корпус төҙөлөшө башланған һәм 1930 йылда ғына тулыһынса тамамланған.
1917 йылдан һуң
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1918 йылдың октябренән 1920 йылға тиклем институт атаман А. М. Каледин исемен йөрөтә, артабан йәнә Дон политехник институт тип атала.
1930 йылдың апрелендә Дон политехник институты бер нисә үҙаллы юғары техник белем биреү учреждениеһына (институттарға) бүленә[4]
- энергетик,
- химик-технологик,
- геология разведкаһы,
- коммуналь төҙөлөш инженерҙары,
- авиация,
- металлургия,
- ауыл хужалығы машиналары эшләү.
1933 йылдың 21 мартында, ауыр сәнәғәт халыҡ комиссары Серго Орджоникидзе бойороғо менән, геологик разведка, химик-технологик һәм энергетика институттары ҡушыла, һөҙөмтәлә Төньяҡ Кавказ сәнәғәт институты ойошторола, 1934 йылда Серго Орджоникидзе исемендәге Новочеркасск сәнәғәт институты тип үҙгәртелә.
-
Мәғдәнселек факультеты
-
Химия факультеты
-
Энергетик факультет
1948 йылдың 27 февралендә СССР Юғары белем биреү министрлығы бойороғо менән институт яңы исем ала — Серго Орджоникидзе исемендәге Новочеркасск политехник институты тип атала башлай. Был атама 1993 йылға тиклем ҡала.
1957 йылда институт Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә .
1993 йылдың 5 июлендә Рәсәй Федерацияһы юғары белем биреү буйынса дәүләт комитетының 55-се һанлы бойороғо менән юғары уҡыу йорто яңы исем һәм статус ала: Новочеркасск дәүләт техник университеты.
1999 йылдың 2 февралендә Рәсәй Федерацияһы дөйөм һәм профессиональ белем биреү министрлығының 226-сы бойороғо менән Көньяҡ Рәсәй Дәүләт техник университеты (Новочеркасск Политехник институты) тип атала башлай.
Һуңғараҡ ул юғары федераль дәүләт профессиональ белем биреү бюджет учреждениеһына үҙгәртелә, шулай уҡ элекке исемен һаҡлап ҡала.
2013 йылдың 24 июнендә Рәсәй Федерацияһының мәғариф һәм фән министрлығының 482-се бойороғо менән ФГБОУ ВПО М. И. Платов исемендәге Көньяҡ Рәсәй дәүләт политехник университеты (НПИ) юғары уҡыу йорто тип үҙгәртелә.[6]
2007 йылдың 18-19 октябрендә Рәсәйҙең көньяғындағы иң боронғо университеттың 100 йыллығы уңайынан байрам саралары үткәрелә[7][8].
Университет заказы буйынса, Гознак университеттың төп бинаһы күренеше менән 20 мең конверт һәм уны ғәмәлдән сығарыу өсөн махсус штемпель сығара
Медаль етештереү оҫтаһы Николай Шевкунов тарафынан иҫтәлекле миҙал эшләнә[9]
2014 йылда «Эксперт РА» агентлығы университетты Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһенең иң яҡшы юғары уҡыу йорттары исемлегенә индерә, уға «E» рейтинг класы бирелә[10].
Тасуирлама
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Университет составына инә:
10 факультет (асыҡ дистанцион уҡытыу факультеты менән);
- 4 институт;
- 39 кафедра ;
- 2 тармаҡ институты ;
- 1 колледж;
- белгестәрҙең квалификацияһын күтәреү һәм ҡайтанан профессиональ әҙерлек үткәреү төбәк тармаҡ-ара үҙәге,
- 12 ғилми-тикшеренеү институты;
- 7 фәнни-етештереү предприятиеһы;
- нәшриәттәр, юғары уҡыу йорто эшмәкәрлеген тәьмин иткән башҡа подразделениелар.
Университетта 3919 хеҙмәткәр эшләй, шул иҫәптән: 2054 кеше — профессор-уҡытыусылар.
Уның факультеттарында һәм филиалдарында 22000 уның студент уҡый, шул иҫәптән: 2 000-дән ашыу студент — көндөҙгө бүлектәрҙә, яҡынса 4 000 — ситтән тороп, 2 000 тирәһе студент ҡатнаш формала белем ала. Йыл һайын 1 000-дән ашыу белгес яңынан әҙерләнә.
Китапхана фондында 3 млн баҫма иҫәпләнә.[11]
Университет студенттары һәм хеҙмәткәрҙәренең беренсел профсоюз ойошмалары эшләп килә.
Университет штаты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Университеттың профессор-уҡытыусылар составы:
- 255 фән докторы, профессорҙар,
- 1058 фән кандидаты, доцент,
- 13 атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре,
- 2 атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре,
- 9 юғары мәктәптең атҡаҙанған хеҙмәткәре,
- 109 тармаҡ һәм ижтимағи академия академигы,
- РФА-ның 1 мөхбир ағзаһы.
Ғилми-тикшеренеү эше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Университетта 26 фәнни йүнәлештә эш алып барыла, шул иҫәптән онтаҡ металлургияһы, вулкан ултырма ҡатламдарында руда формалашыу теорияһы, ярым үткәргес ҡоролмалар стурктураһы микрометаллургияһы, антифрикцион материалдар, полимер синтезы буйынса, математик физика мәсьәләләрен сисеүҙең һөҙөмтәле ысулдары, тренажёр төҙөлөшө һәм башҡалар.
Иҫтәлекле таҡтаташтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Монументтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Университет территорияһында һәм унан ситтә бында уҡып сыҡҡан кешеләр хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәр бар.
Университетта эшләгән яҡташтарыбыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әминев Тельман Ғәзиз улы — химия фәндәре докторы, профессор, Рәсәй Тәбиғәт фәндәре Академияһының мөхбир ағзаһы[12][13].
Иҫкәрмә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 (unspecified title) — 2017-05-22 — 2017. — doi:10.6084/M9.FIGSHARE.5032286
- ↑ Единый Государственный Реестр Юридических Лиц, ЕГРЮЛ
- ↑ Постановление Совета Министров РСФСР № 624 от 04.12.1974
- ↑ 4,0 4,1 История университета 2020 йыл 9 август архивланған. // www.npi-tu.ru (Тикшерелеү көнө: 29 август 2020)
- ↑ Об учреждении Донского политехнического института в городе Новочеркасске
- ↑ Нашему университету присвоено имя М. И. Платова 2018 йыл 27 июнь архивланған. // www.npi-tu.ru, 2013 (Тикшерелеү көнө: 29 август 2020)
- ↑ Юбилей НПИ-100 лет(недоступная ссылка)
- ↑ 100-летие ЮРГПУ(недоступная ссылка)
- ↑ Медальер Николай ШЕВКУНОВ
- ↑ Рейтинг высших учебных заведений России и стран членов Содружества Независимых Государств.
- ↑ 90 лет Научно-технической библиотеке Новочеркасского государственного технического университета
- ↑ Аминов Тельман Газизович
- ↑ Аминов Тельман Газизович
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Официальный сайт Южно-Российского государственного политехнического университета (НПИ) имени М.И. Платова (www.npi-tu.ru) . 2019 йыл 10 май архивланған.