Эстәлеккә күсергә

К. Э. Циолковскийҙың йорт-музейы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
К. Э. Циолковскийҙың йорт-музейы
Нигеҙләү датаһы 19 сентябрь 1936
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Калуга
Входит в состав списка памятников культурного наследия Культурное наследие России/Калужская область/Калуга (часть 3)[d]
Мираҫ статусы объект культурного наследия России федерального значения[d][1]
Рәсми сайт gmik.ru/otdely/dom-muzey…
Указания, как добраться улица Циолковского, 79
Карта
 К. Э. Циолковскийҙың йорт-музейы Викимилектә

Константи́н Эдуа́рдович Циолко́вскийҙың мемориаль йорт-музейы — Калуга ҡалаһында федераль әһәмиәтендәге тарихи ҡомартҡы, күренекле урыҫ ғалимы, теоретик космонавтикаға нигеҙ һалыусы К. Э. Циолковскийҙың музейы.

Ғалимдың 29 йыл ғүмере ошо йорт менән бәйле. Бында уның тарафынан һауала осоу, авиация, реактив хәрәкәт, космонавтика һәм теоретик фәндең башҡа йүнәлештәре буйынса тиҫтәләрсә мөһим эштәр яҙылған.

Циолковский К. Э. был йортто 1904 йылдың яҙында һатып ала. Ул саҡта йорт бер ҡатлы һәм кеше йәшәгән бер бүлмәһе була. 1908 йылдың яҙында көслө һыу баҫыу һөҙөмтәһендә йорт ҙур зыян күрә. Ремонт эшләргә тура килә. Бер үк ваҡытта йортҡа икенсе ҡат һәм веранда төкәтеп һалына, икенсе ҡатта ғалимдың эш кабинеты, ә верандала уның оҫтаханаһы урынлаша.

Үҙенең ғүмеренең һуңғы ике йылында Константин Эдуа́рдович Циолковский Циолковский урамындағы 1 һанлы йортта йәшәй, был йортто ғалимға Калуга ҡала советы, уға 75 йәш тулыу уңайынан бүләк итә.

1935 йылдың 19 сентябрендә Циолковский вафат була. Бер йыл үткәс, 1936 йылдың 19 сентябрендә йортта музей асыла. Беренсе экспозиция фәнни-мемориаль характерҙа була. Ул ғалим ижадының иң мөһим йүнәлештәре тураһында һөйләй.

Музейҙың эше 1941 йылдың көҙөндә, Калуга фашистар тарафынан оккупацияланғас, туҡтап тора. Йортта немец һалдаттары йәшәй. Ғалимдың туғандары һәм музей хеҙмәткәрҙәре иң ҡиммәтле экспонаттарҙың бер өлөшөн ҡотҡарып алып ҡалыуға ҡарамаҫтан, мемориаль әйберҙәрҙең, китаптарҙың, фотоларҙың юҡ ителеүе бик ҙур юғалтыу була. Калуга азат ителеү менән музейҙа ремонт-тергеҙеү эштәре башлана һәм тиҙҙән музей килеүселәрҙе ҡабул итә башлай.

1957 йыл Константи́н Эдуа́рдович Циолко́вский йорт-музейы эшенең мөһим этабы булып тора. Ил ғалимдың тыуыуының 100-йыллығын билдәләй. Был ваҡытҡа музейҙың фәнни-техник бүлеге СССР фәндәр академияһынан С. П. Королев инициативаһы менән әҙерләнгән яңы экспозиция ала. Циолковскийҙың идеяларын тормошҡа ашырыу тураһында һөйләүсе уникаль экспонаттар барлыҡҡа килә.

1967 йылда Калугала К. Э. Циолковский исемендәге Дәүләт космонавтика тарихы музейы асыла. Йорт-музей уның мемориаль бүлеге була. Йорт интерьеры, хофрат ҡаралтылары, баҡса һәм ихата, был йортта Циолковскийҙың ғаиләһе йәшәгәндә нисек булған, шулай итеп тергеҙелә. Проект архитекторы Г. П. Морозова[2].

1968 йылдың яҙында музей реставрациялау-ремонт эштәренә ябыла, ә шул уҡ йылдың октябренән яңы экспозиция менән биографик-мемориаль музей булып асыла. Тематик-экспозицион планы авторы А. В. Костин һәм В. В. Казакевич, рәссам-архитектор Г. Н. Билибина, реставрация проекты авторы — Т. Д. Дмитрикова. Музейҙың бөтә бүлмәләре элекке күренештә тергеҙелә. Мемориаль экспонаттарҙың күпселеге төп нөсхәлә, ғалимдың үҙенеке йәки уның ғаилә ағзаларыныҡы.


  • Мемориальный дом-музей академика С. П. Королева
  • Государственный музей истории космонавтики имени К. Э. Циолковского
  1. Постановление Совета Министров РСФСР № 1327 от 30.08.1960
  2. ПУТЕВОДИТЕЛЬ ПО ФОНДАМ ЦЕНТРАЛЬНОГО ГОСУДАРСТВЕННОГО АРХИВА НАУЧНО-ТЕХНИЧЕСКОЙ ДОКУМЕНТАЦИИ САНКТ-ПЕТЕРБУРГА. Морозов Григорий Павлович. spbarchives.ru (2010). Дата обращения: 15 сентябрь 2015. Архивировано 2010 года.