Ландсберг замогы
Ландсберг замогы | |
нем. Schloss Landsberg | |
Нигеҙләү датаһы | XIII быуат |
---|---|
Нигеҙләүсе | Адольф VIII[d] |
Дәүләт | Германия[1] |
Административ-территориаль берәмек | Ратинген |
Мираҫ статусы | архитектура ҡомартҡыһы[d] |
Ландсберг замогы Викимилектә |
Ландсберг замогы (нем. Landsberg Schloss) — немец ҡалаһы Ратингенда (Төньяҡ Рейн-Вестфалия федераль ере) һарай ҡоролмалары комплексы, урман араһындағы 65 метр бейеклектәге тауҙа August-Thyssen-Straße, 1а адресы буйынса урынлашҡан. Һарай Эссен ҡалаһының Кеттвиг районындағы Гугенпот замогы эргәһендә урынлашҡан.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ландсберг замогы XIII быуатта граф Адольф V фон Берг тарафынан нигеҙ һалына, әммә замоктың тәүге хужаһы Филипп фон Верден булған (1259—1297). 1291 йылда замок хужалары Ландсберг исемен ҡабул итә. Ландсберг ғаиләһе төбәктә иң бай һәм абруйлы тоҡомдарҙың береһе була. 1548 йылдың 4 ноябрендә герцог Юлих-Клеве-Берг Вильгельм замокты Бертрам фон Ландсбергты биләмә хужаһы итеп беркетә. 1589 йылда замок Франсиско де Мендос етәкселегендәге испан ғәскәрҙәре тарафынан баҫып алына. Быға тиклем бер кем яулап ала алмаған ҡәлғә тарихында был беренсе осраҡ була. Икенсе тапҡыр замокты 1597 йылда Кельн архиепискобы Эрнст Баварский ғәскәрҙәре баҫып ала. Утыҙ йыллыҡ һуғыш барышында 1633 йылда һарай баҫып алына һәм талана. 1705 йылда Витус Арнольд фон Ландсберг үлеменән һуң Ландсберг йортоноң ир-аттар һыҙығы өҙөлә һәм 1713 йылда замок Анна фон Лендсбергтың бирнәһе сифатында барон Сигизмунд фон Беверн биләмәһенә күсә. 1825 йылда уның тол ҡатыны Готфрида замокты прус камергеры барон Жерар фон. Карнапға һата. 1837 йылда Герхард фон Карнал замокты 50 000 талерға барон Александр фон Ландсберг-Феленға һата, ул замокты йәйге резиденция сифатында ҡуллана. 1903 йылда замок һәм уның тирә-яҡ биләмәләрен Игнац фон Ландсберг-Фелен немец сәнәғәтсеһе Август Тиссенға һата. Уның үлеменән һуң 1926 йылдың 4 апрелендә һарай махсус ойошторолған «August Thyssen-Stiftung Schloß Landsberg» компанияһына тапшыра, уның милкендә хәҙерге көнгә тиклем тора.
Икенсе донъя һуғышы ваҡытында Ландсберг замогында, күршеләге Гугенпот замогындағы кеүек үк, хәрби хужалыҡты планлаштырыу комитеты урынлаша. 1945 йылда замокты британ ғәскәрҙәре оккупациялай һәм инженер ҡорамалдары складын урынлаштыра. 1947 йылдың июненән 1952 йылдың февраленә тиклем замокта балалар шифаханаһы, ә 1966 йылдың мартына тиклем балалар йорто урынлаша. 1967 йылдан алып 1984 йылға тиклем замок Эссендың инжил общинаһы тарафынан осрашыуҙар үткәреү өсөн файҙаланыла. 1989 йылдан «Thyssen AG» компанияһы замокты конференциялар һәм семинарҙар үткәреү өсөн файҙалана.
Тасуирламаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Донжон
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Донжон замок комплексының көньяҡ-көнбайыш мөйөшөндә урынлашҡан. 33 квадрат метр бейеклектәге дүрт ҡатлы башнянан ғибәрәт
Ҡапҡа
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]XVII быуат төҙөлгән ҡапҡа комплекстың көньяғында урынлашҡан, тышҡы яҡтың өҫтөндә Ландсберг һәм Мешеде тоҡомдарының берләшкән гербы, эске яҡтан Хатцфельд ырыуы гербы менән биҙәлгән.
Бай йорто
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөгөнгө көндә булған бай йорто [./https://ru.wikipedia.org/wiki/XVII_%D0%B2%D0%B5%D0%BA XVII] быуатта урта быуат ҡоролмаһының нигеҙендә төҙөлә. Бина барокко стилендә төҙөлгән, ә XX быуатта яңынан үҙгәртеп ҡоролғанда ул модерн стилендәге айырым элементтарға эйә була. Төньяҡ-көнсығыш яғынан бай йортона ат аҙбары корпусы терәлеп тора, хәҙер унда конференц-зал урынлашҡан.
Түңәрәк башня
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һарай комплексының төньяҡ яғында өс ҡатлы түңәрәк манара урынлашҡан. XIX быуатта башня «архив» тип аталған, был уның шул саҡта ҡулланылыуы тураһында фараз итергә мөмкинлек бирә.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Carl-Friedrich Baumann: Schloss Landsberg und Thyssen. 3. Auflage. ThyssenKrupp AG und August Thyssen-Stiftung Schloß Landsberg, Duisburg, Mülheim an der Ruhr 2003.
- Alexander Duncker Die ländlichen Wohnsitze, Schlösser und Residenzen der ritterschaftlichen Grundbesitzer in der preußischen Monarchie nebst den königlichen Familien-, Haus-, Fideicommiss- und Schattull-Gütern. Berlin 1860/1861. (online, PDF; 244 kB).
- Claudia Euskirchen, Jörg Lesczenski, Stephan Strauß, Birgit Wörner: Hausforschung bei August Thyssen. Schloss Landsberg wird untersucht. In: Denkmalpflege im Rheinland. Jg. 18, Nr. 4, 2001, S. 184−186. (online).
- Gisbert Knopp: Schloß Landsberg. 3. Auflage. Thyssen AG und August Thyssen-Stiftung Schloß Landsberg, Duisburg, Mülheim an der Ruhr 1995.
- Gisbert Knopp: Schloß Landsberg in Ratingen. 2. Auflage. Neusser Druckerei und Verlag, Neuss 1986, ISBN 3-88094-524-1.
- Otto Lüer: Schloß Landsberg an der Ruhr. In: Deutsche Bauzeitung. Jg. 40, 1906, Nr. 28, S. 191—192 (sieben Abbildungen).
- Oskar Stavenhagen: Landsberg. In: Genealogisches Handbuch der kurländischen Ritterschaft, Teil 3, 2: Kurland, Lfg. 9-12, Bd. 2, Görlitz 1937, S. 648—666.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ландсберг һарайында төбәк проекты сайтындағы битендә 2015 йыл 22 декабрь архивланған. «индустриаль мәҙәниәт юлдары» төбәк Рурский (нем.)
- Тиссен Август һәм замок Ландсберг (нем.)
- ↑ GEOnet Names Server — 2018.