Латыш мифологияһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Латыш мифологияһы
Дәүләт Flag of Latvia.svg Латвия
Барлыҡҡа килгән Латыши[d]
Commons-logo.svg Латыш мифологияһы Викимилектә

Латыш мифологияһы — латыштарҙың мифологик ҡарашы тупланмаһы.

Литва, латышский һәм прус телдәренең яҡын булыуына ҡарамаҫтан, тотош Балтика-лет ҡәбиләһенең боронғо инаныуҙарын һәм динен тергеҙеү мөмкин түгел, Литва йәки лет мифологияһы ла Балтикаү-Пруссия, Литва һәм Латыш мифологияһына тарҡала.

Киң майҙанға таралған Литва сығышлы халыҡтар, төрлө шарттарҙа йәшәй; XIII быуатта улар араһында дошманлыҡ мөнәсәбәттәре өҫтөнлөк итә. Пруссия замландтары һәм куро-жемайттарҙың дини күҙаллауҙары юғары үҫеш ала, шул уҡ ваҡытта көнсығыш латыштар һәм литвалар сағыштырмаса түбән баҫҡыста була; латыштар, литвалар һәм прустарҙың мифологияһына төрлө мәҙәни-христиан ағымдар йоғонто яһай. Латыштарҙа, ғибәҙәт әҙәбиәте булмағанлыҡтан, ғәҙәттә дайналарҙа сал аттағы һыбайлы ҡарт рәүешендә мағылдырылған боронғо лаймоға һәм аллаға (латыш. dieviņš) табыныу һыҙаттары менән буталған изге Марияның урта быуаттарҙағы культы тәҡдим ителә. Христианлыҡтың латыш мифологияһында кеше өс өлөштән — тәндән, велянан һәм йәндән тора тигәнгә туранан-тура ҡатнашлығы бар. Тән Ерҙә йәшәй һәм үлә, велятән үлгәндән һуң реинкарнацияланып, беҙҙең донъя менән параллель рәүештә мәңге йәшәй, йән иһә тән үлгәндән һуң һауаға күтәрелә.

Жмудиндарҙа һәм литваларҙа бөгөнгө көндәрҙә лә Балтика латыштарында киң таралған Иоанн культының (24 июнь) бик күп һыҙаттары юҡ.

Латыш мифологияһының төп һыҙаттары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Йыһанда йәшен уйнатыусы Перконс культы. Ул шайтандарҙы (йодастарҙы)ҡыуа һәм үлтерә[1].
  2. Йәндәрҙең ниндәйҙер күренеш, система йәки төркөмдәре вкилдәре булараҡ, матушкалар (эйәләр) культы ныҡ үҫешкән. Мәҫәлән, веля матушкаһы — мәрхүмдәр батшалығы хакимы. Урман эйәһе — урмандың рухи хакимы. Эйәләр (матушкалар) һаны теоретик яҡтан сикһеҙ.
  3. Ҡояшҡа табыныу (латыш. Saule). Уның Петерис (Лиго) һәм Янис көнөндә уйнағанын күрергә тырышалар. Был көндә лиго ҡушымталы, шул иҫәптән ҡояш хөрмәтенә, йырҙар йырлайҙар. Бер нисә Ҡояш аллаһы бар, дайнаға ҡарап, уларҙың енесе үҙгәреп тороуы мөмкин.
  4. Вафат булған ата-бабаларҙы — веляларҙы (латыш. veļi) хөрмәтләү, улар төньяҡ балҡышы ваҡытында яугирҙар рәүешендә күренә.
  5. Өй эйәһен, өй усағын, мейес эйәһен, ата-бабалар күренгән урынды хөрмәтләү.
  6. Малдарҙың артыуына һәм яландарҙа иген уңыуға ярҙам иткән ҡуш башаҡ рәүешендәге юмисҡа — Амбар рухына табыныу.
  7. Һөт әсәһе тип аталған, крәҫтиән байлығын һаҡлап тороусы йорт туҙбаш йыланына (Залктис) (аждаһа — пукис, түбәнге-немец телендәге Puck)[2] табыныу; шулай уҡ «Туҙбаш йылан кәләше» латыш архаик әкиәте лә бар, унда ҡыҙ диңгеҙ йыланына кейәүгә сыға.
  8. Атты яҡлаусы айырым енгә — славяндарҙың Овсеняһына яҡын Усиняға (латыш. Ūsiņš) табыныу; ул төндә көтөү көткән көтөүселәр байрамына, 23 апрелгә[3] (сағ. Егорий Вешний) тура килә.
  9. Бала тыуҙырыусыларҙы йәки мунса ваҡытына тап килгән лаймдарҙы, декл һәм карттарҙы хөрмәтләү[4].
  10. Славяндар (кикимора) һәм германдарҙағы кеүек үк, өрәктәргә ышаныу.
  11. Вилкацис, вадатай (латыш. vadātāji) һәм урман эйәһе тураһындағы күп риүәйәттәрҙә сағылыш тапҡар бүре-әүермәндәргә (волкодлак) ышаныу.

XVII быуатта уҡ ҡорбан килтереү бер нисә төрлө була: а) ҡанлы: ҡара үгеҙ, бәрәс, кәзә йәки әтәс һуялар; b) ризыҡлата — йомортҡа, сусҡа майы, сыр, май, икмәк бирәләр. Икмәкте туҙбаш йылан йәки сусҡа бәрәсе һынында бешерәләр[5]; с) буялған еп, өйҙәге туҡыма, буҫтау, бәйләнгән йөн билбау, таҫма, бирсәткә йәки сәскә. Бында ҡанһыҙ ҡорбан сәскә (латыш. ziedi) тип атала.

Аллалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Аусеклис (Auseklis) — иртәнге йондоҙ
  • Аустра (Austra) — таң шәфәғе
  • Веля мате (Veļu māte) — үлектәр донъяһы хакимәһе
  • Велс — ер аҫты донъяһын һәм мал-тыуарҙы ҡурсалаусы алиһә
  • велняс (Velns) — шайтан, йәшен аттырыусы Перкунастың дошманы
  • Декла (Dēkla) — яҙмыш алиһәһе
  • Земес-мате (Zemes Māte) — ер алиһәһе
  • Йодас (Jods) — урман эйәһе, шайтан, ен-бәрей
  • Карта (Kārta) — яҙмыш алиһәһе
  • Лайма (Laima) — яҙмыш һәм бәхет алиһәһе
  • Лаума (Lauma) — күк сихырсыһы, йәшен аттырыусы Перкунастың ҡатыны
  • Лачплесис (Lāčplēsis) — эпос батыры
  • Лиетуонис (Lietuvēns, Lietonis) — һаташыу һәм тонсоғоуҙы кәүҙәләндереү
  • Маря (Māra) — һыйырҙарҙы һаҡлаусы
  • Перконс (Pērkons) — Күк күкрәүе аллаһы. Перконс (Артис Букс һәм Лайма фекере буйынса) символы булып угунскрустс — 1920-30 йылдарҙа билдәләнгән «утлы» йәки «йәшенле» тәре тора[6].
  • пукис (pūķis) — осоусы йән, аждаһа
  • раган (ragana) — сихырсы
  • Усиньш (Ūsiņš) — аттарҙы ҡурсалаусы
  • Цероклис (Ceroklis) — иген һәм уңыш аллаһы.

Бер нисә уйҙырма латыш аллаһы боронғо тикшеренеүселәрҙең фантазия емеше булып тора; шундайҙарға Кремар — сусҡалар аллаһы, Лиго — мөхәббәт алиһәһе, Косейтис, ут аллаһы һәм башҡалар инә.

Байрамдар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Лигола яланға имән ботаҡтары ҡаҙап сығалар, клетеларҙы һәм хаталарҙы биҙәү йәки йортта йәшәүселәрҙе, мал-тыуарҙы дауалау өсөн имән тажы һәм төрлө шифалы үләндәрҙән таждар үрелә. Ҡорбан килтереү урыны булып боронғо имән ағастары, изге сауҡалыҡтар, ҙур таштар, йорттарҙа таш миһраптар тора. Ғибәҙәтте иезуиттар мәғлүмәте буйынса, «papas» (поптар) башҡара. Аллалар менән кешеләр араһында алпамышалар айырым урын биләй.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Диевтуриба

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. ср. Трейланд, «Латышские нар. сказки», 1887
  2. ср. Anning, «Ueber d. lett. Drachenmythus (Puhkis)», Митава, 1892
  3. Ср. «Материалы по Витебской губернии»
  4. Ср. Веселовский, «Разыскания» (XIII); «Судьба-доля»
  5. См. Lohmeyer, «Bericht über Reste lett. Heidentums» («Mitt. d. Let-liter. Gesellschaft» III, p. 384 сл.)
  6. Рыжакова С. И. Язык орнамента в латышской культуре — М.: Индрик, 2002. — Б. 106—113.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Девс // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том) — СПб., 1890—1907. (рус.)
  • Латышские легенды и сказания — изд. Лерхис-Пушкайтис (1891-95): «Latw. tautas teikas un pasakas».
  • О солнечных мифах и песнях см. Maunhardt, «Zeitsch. f. Ethnol.» (VII, 1875) и Вольтера, программу (прил. к № 24 т. «Изв. И. Р. Геогр. Общ.»). Ср. также H. Usener и F. Solmsen, «Lit. u. Lett. Götternamen» (Бонн, 1894).
  • Муктупавелс В. Мифология балтов, Baltu mitoloģija
  • Šmits P. Latviešu mitoloģija. — Rīga: Valters un Rapa, 1926 (латыш.)

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]