Эстәлеккә күсергә

Леда

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Леда
бор. грек. Λήδα
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ[1]
Атаһы Фестий[d]
Әсәһе Деидамия[d]
Бер туғандары Алфея[d]
Хәләл ефете Тиндарей[d][2][3]
Внебрачный партнёр Зевс
Балалары Клитемнестра[d], Һылыу Елена[4], Поллукс[d], Кастор[d], Тимандра[d], Феба[d] һәм Диоскуры[d]
 Леда Викимилектә

Леда (бор. грек Λήδα) — боронғо грек мифологияһы персонажы[5][6]. Овидийға ярашлы, Леда матур ҡара сәсле, һәм тәне ап-аҡ була[7].

Этолий батшаһы Фестий Һәм Евритемиданың ҡыҙы (йәки, Евмил Коринфский буйынса, Сисиф һәм Пантидияның ҡыҙы[8]), Спарта батшаһы Тиндарейҙың[9] ҡатыны. "Илиада"ла (III 384) һәм "Одиссея"ла (XI 298) телгә алына[10]. Леданың матурлығына хайран ҡалып, Зевс Еврот йылғаһында уның алдына аҡҡош булып килеп баҫа һәм үҙенә ҡарата[11], ул ике йомортҡа һала[12], һәм уларҙың союзы емеше — Полидевк менән Елена Прекрасная була. Әллә ул өс йомортҡа һалған[13], йомортҡанан Кастор, Полидевк һәм Елена Прекрасная тыуған[14]. Әллә ике йомортҡанан дүрт бала тыуған[15]. Икенсе хикәйә буйынса, ул йөрөргә сыҡҡанда сөмбөл (гиацинт) аҫтында Немесида һалып киткән йомортҡаны тапҡан[16]. Әсәлек һәм ҡатын-ҡыҙ нәфислеген кәүҙәләндереүсе булараҡ хөрмәтләнгән. Бер версия буйынса, Елена Прекраснаяның әсәһе булараҡ Бәхетлеләр утрауына күсерелгән.

Дионисий Сиракузскийҙың «Леда» пьесаһында уйнаусы персонаж[17].

1856 йылда асылған астероид (38) Леда, 1974 йылда асылған 13-сө һан аҫтындағы (JXIII) Юпитер юлдашы һәм Венера планетаһындағы Леда тигеҙлеге уның хөрмәтенә аталған.

Күптәр Леданың исемен Лето алиһәһенең исеме менән сағыштыра, һәм быны тәүҙә Леданың төндөң, яҡтыртҡыстар әсәһенең кәүҙәләнеше булыуы менән аңлата. Башҡа мәғлүмәттәр буйынса, Леда һүҙе ликий телендәге яҙмаларында осраған Lada һүҙе —ҡатын (ханым, байбикә), карий-лелег тамырлы һүҙенән.

Күп халыҡтарҙың ҡәберендә, шул иҫәптән, Криттың миной ҡәберлегендә буялған дөйәғош йомортҡаларын табыу арҡаһында был миф өсөн нигеҙ булған, тигән фараз бар[18].

Италия чинквечентоһы рәссамдары — Леонардо ла Винчи, Микеланджело, Корреджо — Леданы Зевс менән ҡушылған мәлдә йәки унан һуң һүрәтләгән. Шиғриәттә Леданың ҡеүәтле ҡош менән ҡушылыуының тасуирламаһы эротик (Ронсар) һәм фәлсәфәүи (Уильям Батлер Йейтс) маҡсаттарға ла хеҙмәт итә.

  1. Deutsche Nationalbibliothek Record #118832611 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  2. Любкер Ф. Tyndareus (урыҫ) // Реальный словарь классических древностей по Любкеру / под ред. Ф. Ф. Зелинский, А. И. Георгиевский, М. С. Куторга, Ф. Гельбке, П. В. Никитин, В. А. Канский, пер. А. Д. Вейсман, Ф. Гельбке, Л. А. Георгиевский, А. И. Давиденков, В. А. Канский, П. В. Никитин, И. А. Смирнов, Э. А. Верт, О. Ю. Клеменчич, Н. В. РубинскийСПб.: Общество классической филологии и педагогики, 1885. — С. 1429.
  3. Любкер Ф. Leda (урыҫ) // Реальный словарь классических древностей по Любкеру / под ред. Ф. Ф. Зелинский, А. И. Георгиевский, М. С. Куторга, Ф. Гельбке, П. В. Никитин, В. А. Канский, пер. А. Д. Вейсман, Ф. Гельбке, Л. А. Георгиевский, А. И. Давиденков, В. А. Канский, П. В. Никитин, И. А. Смирнов, Э. А. Верт, О. Ю. Клеменчич, Н. В. РубинскийСПб.: Общество классической филологии и педагогики, 1885. — С. 727.
  4. Любкер Ф. Helena (урыҫ) // Реальный словарь классических древностей по Любкеру / под ред. Ф. Ф. Зелинский, А. И. Георгиевский, М. С. Куторга, Ф. Гельбке, П. В. Никитин, В. А. Канский, пер. А. Д. Вейсман, Ф. Гельбке, Л. А. Георгиевский, А. И. Давиденков, В. А. Канский, П. В. Никитин, И. А. Смирнов, Э. А. Верт, О. Ю. Клеменчич, Н. В. РубинскийСПб.: Общество классической филологии и педагогики, 1885. — С. 597.
  5. Мифы народов мира. М., 1991-92. В 2 т. Т.2. С.47-48
  6. Любкер Ф. Реальный словарь классических древностей. М., 2001. В 3 т. Т.2. С.249
  7. Публий Овидий Назон. Любовные Элегии. Книга II / пер. С. Шервинского. — М: Художественная литература.
  8. Схолии к Аполлонию Родосскому. Аргонавтика I 146, Эдмондс
  9. Гесиод. Перечень женщин, фр.23а М.-У.; Псевдо-Аполлодор. Мифологическая библиотека I 7, 10 далее
  10. Большая российская энциклопедия : [в 35 т.] / гл. ред. Ю. С. Осипов. — М. : Большая российская энциклопедия, 2004—2017.
  11. Гигин. Мифы 77
  12. Гораций. Наука поэзии 147
  13. Авсоний. Гриф о числе три 10 и комм.
  14. Первый Ватиканский мифограф I 77, 2
  15. Первый Ватиканский мифограф III 1, 64
  16. Сапфо, фр.166 Лобель-Пейдж
  17. Еврипид. Елена 136, 200
  18. Немировский А. И. Этруски: От мифа к истории. М., 1982. С.222