Ленин ауыл Советы (Мишкә районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ленин ауыл Советы
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Мишкә районы
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 2008
Карта

Ленин ауыл советыМишкә районы составындағы 2008 йылда бөтөрөлгән административ-территориаль берәмек һәм ауыл биләмәһе (муниципаль берәмек тибы).  Почта индексы — 452355. ОКАТО коды — 80243840000. ИФНС коды: 0257. «Башҡортостан Республикаһында муниципаль берәмектәрҙең административ үҙәктәре, сиктәре һәм статусы тураһында»   2004 йылдың 16 декабрендәге Законына ярашлы ауыл биләмәһе статусына эйә[1].

2008 йылда Мишкә районының Мишкә ауыл Советы менән берләштерелә. 

Ауыл Советы составы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ленин ауылы — административ үҙәк, ауыл Восход, Яңы Ключево, Ҡыйғаҙытамаҡ ауылдары[1] (ҡушымта 39и)

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡортостан Республикаһының 2008 йылдың 19 ноябрҙәге 49-3 һанлы «Айырым ауыл советтарын берләштереү һәм тораҡ пункттарҙы тапшырыу менән бәйле Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошондағы үҙгәрештәр тураһында» Законы белдерә[2]:

Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошонда түбәндәге үҙгәрештәрҙе индерергә:

35) Мишкә районы буйынса:

в) Мишкә ауылында административ үҙәге менән, «Мишкә» атамаһын һаҡлап, Мишкә һәм Ленин ауыл Советтарын берләштерергә.

Ленин ауыл Советының Ленинский, Восход, Ҡыйғаҙытамаҡ, Яңы Ключево ауылдарын Мишкә ауыл Советы составына индерергә.

Мишкә ауыл Советының сиктәрен тәҡдим ителгән схема картаһына ярашлы раҫларға.

Иҫәп мәғлүмәттәренән Ленин ауыл Советын алып ташларға;

Географик урыны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2008 йылда Ленин ауыл Советы Бөрө районы, Аҡбулат ауыл Советы, Оло Шаҙы ауыл Советы, Ирсай ауыл Советы, Ҡайраҡ ауыл Советы, Мишкә ауыл Советы, Сабыҡ ауыл Советы муниципаль берәмектәре менән сиктәш ( «Башҡортостан Республикаһында муниципаль берәмектәрҙең административ үҙәктәре, сиктәре һәм статусы тураһында» 2004 йылдың 17 декабрендәге 126-з һанлы Законы»)[3].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]