Эстәлеккә күсергә

Леонова Лидия Сидоровна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Леонова Лидия Сидоровна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 12 июль 1930({{padleft:1930|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:12|2|0}}) (94 йәш)
Тыуған урыны Себер крайы[d], РСФСР, СССР
СССР
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены

Лидия Сидоровна Леонова (12 июль 1930 йыл) — Омск өлкәһе Кормиловский районының «Еңеүсе» совхозында сусҡа ҡараусы, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971).

Лидия Сидоровна Леонова 1930 йылдың 12 июлендә Себер крайы Большеуковский районының (хәҙер Омск өлкәһе) Яңы Михайловка ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Милләте буйынса урыҫ[1].

Башланғыс мәктәптең 4 синыфын тамамлау менән, Бөйөк Ватан һуғышы башында тыуған ауылындағы «Ялҡын» совхозына эшкә урынлаша. 1958 йылда ғаилә Кормиловский районының «Еңеүсе» совхозына күсеп килә, унда биш йыл сусҡа фермаһында эшләй, юғары йөкләмәләр ала, бер инә сусҡанан 15 сусҡа балаһы алыу урынына 18 сусҡа балаһы ала[1].

СССР Юғары Советы Президиумының 1971 йылдың 8 апрелендәге Указы менән «Ауыл хужалығы производствоһын үҫтереүҙә һәм малсылыҡ продукттарын дәүләткә һатыуҙың биш йыллыҡ планын үтәүҙә ҙур уңыштары өсөн» Лидия Сидоровна Леоноваға Ленин ордены һәм «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы тапшырылып, Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә[1].

Бүләкләүҙән һуң бригадир итеп тәғәйенләнә, 1987 йылда хаҡлы ялға сыҡҡансы совхозда эшләй. Кормиловский районының Победитель ауылында йәшәй[1][2].

Хеҙмәтсәндәр депутаттарының Кормиловский район советы депутаты итеп һайлана. Ленин ордены менән (08.04.1971) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (22.03.1966) ордены, миҙалдар менән бүләкләнә[3]. Победитель ауыл биләмәһенең социаль-мәҙәни үҙәге бинаһында уның хөрмәтенә мемориаль таҡтаташ ҡуйылған[1][4].

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 С. Каргапольцев. Леонова Лидия Сидоровна. «Герои страны» сайты. Дата обращения: 23 март 2020.
  2. Аграрная комиссия поздравила Героя Социалистического труда с предстоящими праздниками. Сайт партии «Единая Россия»(1 апреля 2015).Дата обращения 23 марта 2020.
  3. Леонова Лидия Сидоровна. Проект "Краеведение Омской области".Дата обращения 23 марта 2020.
  4. Победитель из «Победителя». Региональное ИА «Омск-информ»(01.04.2015).Дата обращения 23 марта 2020
  • Мамонов Г. И любовь, и долг… // Омичи – Герои Социалистического Труда. – Омск, 1989. – Вып. 2. – С. 16-23: портр.;
  • Леонова Лидия Сидоровна // Кто есть кто в Омской области. – 3-е изд., доп. – Омск, 2003. – С. 20: портр.