Эстәлеккә күсергә

Ливвик Википедияһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ливвик Википедияһы
Нигеҙләү датаһы 7 октябрь 2016
Логотип
Рәсми атамаһы Livvinkarjalan Wikipedii
Хужаһы Wikimedia
Әҫәрҙең теле ливвиковское наречие[d]
Яҙыу Латин алфавиты
Хеҙмәтләндереүсе Wikimedia
Продукция интернет-энциклопедия[d]
Рәсми сайт olo.wikipedia.org
Лицензия 🅭🅯🄎 3.0[d] һәм GNU FDL[d]
Авторлыҡ хоҡуғы статусы защищено авторским правом[d]
Число записей 3295
Эндпоинт API olo.wikipedia.org/w/api.…
Викимедиа проекттарында тел коды olo
 Ливвик Википедияһы Викимилектә

Ливвик Википедияһы (ливв. Wikipedii Livvinkarjalan) — Википедияның карел теленең ливвик һөйләше бүлеге. 2016 йылдың 7 октябрендә эш башлай (элек инкубаторҙа була).

Ливвик Википедияһын булдырыу инициативаһы менән «Карел теле дуҫтары йәмғиәте» ағзалары сығыш яһай. Күп активистар, шул иҫәптән Йоэнсуу университеты[1], карел йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, Рәсәй Федерацияһының милли республикаларының башҡа телдәге википедиялары активистары үҙ тәжрибәһе менән уртаҡлаша, мәҡәләләр яҙарға ярҙам итә, интерфейсты ливвик һөйләшенә тәржемә итергә ярҙамлаша.

Ливвик Википедияһы 2015 йылдың 19 ғинуарында инкубаторҙа асыла. 2016 йылдың 26 сентябрендә ойоштороу комитеты Ливвик Википедияһын хуплай[2], һәм 7 октябренән ул үҙ доменында эш башлай[3].

2019 йылдың 16 апрелендә мәҡәләләр һаны 3000 барып етә.

2019 йылдың 3 июнендә бүлектә 3046 мәҡәлә иҫәпләнә. Шулай уҡ Ливвик Википедияһында 3724 ҡатнашыусы теркәлгән, уларҙың 12-һе һуңғы 30 көндә нимәлер эшләгән, ике ҡатнашыусы хаким статусына эйә. Дөйөм төҙәтеүҙәр һаны 25067.

Бүлектең тәрәнлеге ағымдағы мәлдә 6,2 берәмек тәшкил итә.