Лидвалдең килем йорто
Лидвалдең килем йорто | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Санкт-Петербург, Каменноостровский проспект[d], Малая Посадская улица[d] һәм Кронверкский проспект[d] |
Архитектура стиле | архитектура модерна[d] |
Мираҫ статусы | Төбәк әһәмиәтендәге Рәсәй мәҙәни мираҫ объекты[d] |
Лидвалдең килем йорто Викимилектә |
Лидвалдең килем йорто — Санкт-Петербургта төньяҡ модерн ҡомартҡыһы. 1899—1904 йылдарҙа төҙөлгән[1].
Ида Амалия Лидвалдең килем йорто — күренекле архитектор Ф. И. Лидвалдең тәүге эше, ул әсәһенең заказы буйынса үтәлә. Йорттоң төньяҡ яғы Лидвалдәрҙең йорто булып тора.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1800 йылдарҙа Каменноостровский проспекты башында, Кесе Посад урамы һәм Кронверк проспекты араһында территория һарай яны отставкалағы комиссар П.И. Апраксинға ҡарай. 1820 йылдан уның хужаһы йәшерен советник Х. А. Бек, һуңынан дворян ҡатын Зелинская була.
1849 йылда бында штаб-табип Н.А.Браундың ике ҡатлы ағас йорто һәм механик Е.И. Гленниҙың ике ҡатлы таш йорто тора.
1857 йылда участканың көньяҡ өлөшө кА.А. Кумбергҡа, 2-се гильдия сауҙагәре Иван (Иоганн Андреас) Кумбергтың ҡатынына күсә. Участкала архитектор Р.Б. Бернгард проекты буйынса өс ҡатлы торлаҡ йорт һәм 4 торлаҡ булмаған ҡоролма төҙөлә. Торлаҡ булмаған ҡоролмаларҙа Иоганн Андреас Кумберг бронза һәм лампа фабрикаһы урынлаштыра. 1875 йылда фабрика киңәйә һәм бронза изделиелары заводы була, уның хужаһы Кумберг ҡала.
1876—1877 йылдарҙа участкала В.Г.Шаламов проекты буйынса яңы таш ҡоролмалар төҙөлә , 1895 йылда — Э.Ф. Шитт проекты буйынса.
1896 йылда бөтә участка икегә бүленә: бер участка голланд какаоһы келәте хужаһы, Пруссия подданыйы С.В.Фелькелгә, икенсеһе И.А.Кумбергта ҡала. Фелькель үҙ участкаһында яңы йорт төҙөй.
1898 йылда ике участканы ла Яков Петрович Кокс һатып ала.
1898 йылда Кокстың берләштерелгән участкаһын кредитҡа Ида Амалия Лидваль, архитектор Ф.И. Лидвалдең әсәһе һатып ала. 1899 йылдың 23 мартында Ида Лидваль Санкт-Петербург идаралығына үҙенә ҡараған ерҙә төҙөлөш башлау өсөн ғариза яҙа. 1899 йылдың 14 апрелендә рөхсәт бирелә, ә 24 апрелдә Ф. И. Лидваль участкаға ваҡытлыса ҡойма ҡуйыуҙы һорай, был төҙөлөштөң башланыуын аңлата.
Архитектураһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ф.И.Лидваль эштәре 1900 йылдарҙа Санкт-Петербург архитектураһында ҙур роль уйнай башлай. Үҙ ижадының беренсе этабында (1897—1907), ул «төньяҡ модерн» стиленең сағыу вәкиле була, уның эҙләнеүҙәре был йылдарҙа скандинав һәм фин төҙөүселәренең ынтылыштарына яҡын. Шул уҡ ваҡытта Лидваль ҡоролмиалары ҡаланың тарихи йөҙөнә ҡаршы килмәй. И. Б Лидвалдең килем йорто архитекторҙың иң тәүге эштәренең береһе, ғәҙәттә, был стилдә торлаҡ йорт өлгөһө булараҡ, миҫал итеп килтерелә:
Йорттоң төҙөлөшө Кесе Посад урамы яғынан башлана. 1900 йылда флигелдәр менән дүрт ҡатлы корпус төҙөлә. 1901—1902 йылдарҙа биш ҡатлы арҡыры корпус төҙөлә. 1903—1904 йылдарҙа көньяҡ корпусты төҙөү тамамланған. Шулай итеп, бина, курдонер менән берләшкән төрлө ҡатлы дүрт корпустан тора, улар проспекттан ҡыҙыл гранит бағаналарҙағы сүкелгән рәшәткәләр менән айырыла (1995 йылда яңыртыла). Рәшәткәлә гранит пилон-фонарҙар менән ике ҡапҡа ҡуйылған
Торлаҡ корпустарҙан тыш ихатала ике ҡатлы таш карета һарайы төҙөлгән
Кесе Посад яғына сыҡҡан корпус төҙөлөшөндә Лидваль ғәҙәти яҫылыҡты һәм симметрияны бөтөрөргә тырыша. Кәкере һыҙыҡлы абристың уртансы өҫкө өс мөйөшлө өлөшө һәм улар аҫтындағы киң тәҙрәләр үҙәктән ситкә күсә. Түбәнге ҡат тулҡын рәүешле һыҙыҡ менән айырыла. Эркерҙар бер-береһен ҡабатламай: һулы — йомро, уңы — ҡырлы. Стена фактурлы штукатурка менән ҡапланған.
Үҙәк корпус планында шулай уҡ симметриялы түгел, әммә уның төп фасадының төп звеноһы симметриялы өс күсәрле төҙөлөштә. Ҡыйыш контурҙың уртансы өҫкө өс мөйөшлө өлөшөҡабырға эркерҙар өҫтөнән күтәрелә. Өс ҡырлы быяла эркер үҙәктә ҙурырыаҡ бейеклектәге көрәксәләр араһында ҡыҫылған. Метал балкалар һәм уның конструкцияһының башҡа өлөштәре матур эшкәртелгән.
Йорт цоколе бөтә периметры буйлап тигеҙ эшкәртелгән ҡыҙыл гранит плиталарынан һалынған, түбәнге ҡаттың тышы һәм архитектура деталдәре йәшкелт аҡһыл-һоро төҫтәге талькохлориттан башҡарылған[2] Биҙәүҙә шулай уҡ төрлө фактурлы штукатур һәм шыма керамик плитка ҡулланыла.
Фасадтарҙы биҙәүҙә төньяҡ модерндың декоратив мотивтары: ҡоштар, үҫемлектәр һәм хайуандар һүрәте менән скульптура рельефтары киң ҡулланыла. Икенсе ҡатта корпустың ике яғында рәшәткәләр менән балкондар урынлашҡан, рәшәткәләрҙең яҡтарында көнбағыштар һүрәтләнгән. Бинаның башҡа балкондары икенсе стилистикаға эйә: уларҙың бер өлөшө ритмик модерндың үҫемлектәр вариантында эшләнгән, икенсеһе — неоклассик стилдә. Беренсе ҡаттағы балкондың сүкеп яһалған яндауырҙары «L» (Lidvall) рәүешендә эшләнгән. Һул корпустың түрендә дельфиндарҙы хәтерләткән фантастик балыҡтарҙың һүрәттәре урынлаша. Флигелдең сығып торған өлөшөндә кеҫәртке, өҫтәрәк һеләүһен башы уйып эшләнгән. Стеналары һәм түрҙәр абаға, мухомор, ләлә сәскәһе, көнбағыштар, емеш-еләктәрҙе һүрәтләгән рельефтар менән биҙәлгән, түҙең береһендә арыҫлан битлектәре менән биҙәлгән.
Йорттоң дөйөм планы дөрөҫ булмаған формалы булыуға ҡарамаҫтан, Ф. И. Лидваль ҡыҫынҡы һәм йәйенке мөйөшлө бүләмәләрҙән ҡотола. Уңайһыҙ бүлмәләр ярҙамсы булараҡ ҡулланыла. Бөтә фатирҙар берҙәй төҙөкләндерелә һәм тик ҙурлыҡтары буйынса ғына айырыла. Фатирҙарҙа иҙәндәр мозаикалы һәм паркетлы була. Уң һәм һул флигелдәрҙең бүлмәләрендә стеналар һәм түшәмдәр ағастан — ҡайын һәм имәндән була. Һуңғы корпустың ванна бүлмәләрендә француз кухня усаҡтары һәм фаянс йыуынғыстар урынлаша. Түр бүлмәләрҙә мәрмәр һәм кафель каминдар, фатирҙарҙа голланд һәм урыҫ майолика мейестәр ҡуйыла. Һәр корпуста швейцарҙар, урам һепереүселәр һәм машинистар өсөн бүлмәләр, ҡабул итеү, кер йыуыу, үтекләү бүлмәләре, электр яҡтыртыу һәм һыу менән йылытыу машиналары, шулай уҡ лифттар ҡуйыла.
Лидваль йорто — трапеция конфигурациялы ҙур участканың матур һәм бер үк ваҡытта функциональ комплекслы ҡала төҙөлөшө, традицион, яңы төҙөлөш һәм биҙәү материалдарын художестволы ҡулланыу һәм техник мөмкинлектәрҙе әүҙем һәм ышаныслы файҙаланыу үрнәге булып тора. Бина ҡаланың «Иң яҡшы фасад» (1907) конкурсында беренсе урынды яулай.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Зодчие Санкт-Петербурга. XIX — начало XX века / сост. В. Г. Исаченко; ред. Ю. Артемьева, С. Прохватилова. — СПб.: Лениздат, 1998. — 1070 с. — ISBN 5-289-01586-8.
- Кириков Б. М. Архитектура Петербурга конца ХIХ-начала ХХ века: Эклектика, Модерн, Неоклассицизм. — СПб.: Коло, 2006. — С. 229—233. — 91-99 с. — ISBN 5-901841-36-0.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Фотовыставка об архитекторе Фредрике Лидвале (1870—1956), документ № 3
- В. Г. Исаченко. Фёдор Лидваль
- Зодчий Фёдор Лидваль 2019 йыл 20 сентябрь архивланған., фильм из цикла «Красуйся, град Петров!»
- М. Розанова. Доходный дом И. Б. Лидваль
- Дом Лидваля. «Экскурсии в современность». Под редакцией Н. А. Кузнецова и К. В. Ползиковой-Рубец. Ленинград, издательство книжного сектора ЛГОНО, 1925 г.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Кириков, 2006, с. 229-233
- ↑ Месторождения талькохлорита в Карелии (недоступная ссылка).Дата обращения: 13 июня 2015.Архивировано 14 июня 2015 года.