Лиллиан Гиш

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Лиллиан Гиш
Lillian Gish
Lilian Gish 8 Allan Warren.jpg
Лиллиан Гиш 1973 йылда
Исеме:

Лиллиан Дайана Гиш

Тыуған:

14 октябрь 1893({{padleft:1893|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:14|2|0}})

Тыуған урыны:

Спрингфилд, Огайо, АҠШ

Үлгән:

27 февраль 1993({{padleft:1993|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:27|2|0}}) (99 йәш)

Үлгән урыны:

Нью-Йорк, АҠШ

Гражданлығы:

Америка Ҡушма Штаттары АҠШ

Һөнәре:
актриса
Карьера:

1912—1987

IMDb:

ID 0001273

lilliangish.com
Commons-logo.svg Лиллиан Гиш

Лиллиан Дайана Гиш — Америка актрисаһы, кино карьераһы 75 йыл самаһы тәшкил итә, күбеһенсә Дэвид У. Гриффиттың тауышһыҙ фильмдарынан билдәле. Актриса Дороти Гиштың апаһы.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Лиллиан Гиш 1893 йылда Огайоға Германиянан күсеп килгән ғаиләлә тыуа. Атаһы Джеймс Ли Гиш йыш өйҙә булмай, әсәһе Мэри күп эшләргә мәжбүр була. Биш йәшендә сәхнәләге беренсе аҙымдарын яһай. Һеңлеһе Дороти менән етерлек ҙурайғас, күсмә театр труппаһына ҡушылалар.

Апалы-һеңлеләр кинематографтағы юлын реклама һәм мелодрамаларҙа төшөүҙән башлай. 1912 йылда Лиллиан Гиш Мэри Пикфорд менән таныша. Тап Пикфорд уларҙы Дэвид У. Гриффитҡа тәҡдим итә, һәм «Biograph» менән контракттар төҙөүҙә булышлыҡ итә. Тәү башлап Лиллиан Гиш Гриффиттың «Йәшерен дошман» фильмында төшә. Аҙаҡ «Милләт тыуыуы», «Ғәрәсәт йәтимәләре» (1921), «Иҫәпләшмәү», «Һынған шытым» (1919), «Көнсығышҡа юл» (1920) фильмдарында төшә.

1920 йылда актриса «Үҙ иреңде яһағанда» фильмын төшөрә. "Biograph"тан һуң Лиллиан Гиш «MGM» студияһы менән контракт төҙөй, «Богема» (1926) фильмында төшә. 1928 йылда Гиш "MGM"дан китеп, театрға ҡайта. 1943—1945 йылдарҙа театр труппаһы составында Америка буйлап турнеға сыға.

Лиллиан Гиш Гриффит менән ғүмере аҙағынаса була: 1948 йылға тиклем үҙен һәм ҡатынын ҡарай. 40-сы йылдарҙа актриса ҡайһы бер тауышлы фильмдарҙа төшә: «Комедианттар» (1967), «Туй» (1978), һәм "Ҡояш аҫтында дуэль " (1946) фильмындағы эше өсөн «Оскар» номинацияһын ала .

1970 йылда Америка киноакадемияһының кинематограф үҫешенә һалған өлөшө һәм актерлыҡ оҫталығы өсөн махсус призы, Америка киноинститутының дөйөм ижади өлөшө өсөн премияһы тапшырыла(1984).

Һуңғы тапҡыр актриса 1987 йылда 93 йәшендә Винсент Прайс һәм Бетти Дэвис менән берлектә «Август киттары» фильмында төшә.

Лиллиан Гиш 1993 йылдың 27 февралендә 99 йәшендә мәрхүм була. Актриса һеңлеһе Дороти Гиш (1968 й. үлгән) янында ерләнә.

Һайланма фильмографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 1912 — Йәшерен дошман/1} / An Unseen Enemy
  • 1912 — Инлек яратыусы / The Painted Lady
  • 1912 — Пиг аллеяһы мушкетёрҙары / Musketeers of Pig alley
  • 1913 — Туташ һәм сысҡан/1} / The Lady and the Mouse — һатыусы ҡыҙы
  • 1913 — Бетулиянан Юдифь / Judith of Bethulia — Йәш әсә
  • 1914 — Ҡомлоҡ / The Quicksands
  • 1915 — Милләт тыуыуы / The Birth of a Nation
  • 1916 — Иҫәпләшмәү / Intolerance: Love’s Struggle Throughout the Ages
  • 1919 — Һынған шытым / Broken Blossoms
  • 1919 — Сузиның тоғро йөрәге / True Heart Susie
  • 1920 — Көнсығышҡа юл / Way Down East
  • 1920 — Үҙ иреңде яһағанда
  • 1921 — Ғәрәсәт йәтимәләре / Orphans of the Storm
  • 1926 — Богема / La Boheme
  • 1928 — Енестәр һуғышы / The Battle of the Sexes
  • 1928 — Ел / The Wind
  • 1946 — Ҡояш аҫтындағы дуэль / Duel in the Sun
  • 1955 — Һунарсы төнө / The Night of the Hunter
  • 1960 — Ғәфү ителмәгән / The unforgiven — Матильда Захария
  • 1967 — Комедианттар / The Comedians
  • 1978 — Туй / A Wedding
  • 1987 — Август киттары / The Whales Of August

Премиялар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Оскар» 1971 — Кинокадемия алдында булған данлы эше һәм кино сәнғәтенең үҫешенә индергән өлөшө өсөн "Почётлы «Оскар» менән бүләкләнә. Америка кино сәнғәте институты 1984 — «Бөтә ғүмере эсендәге ҡаҙаныштары өсөн» «Үҙ аллы рух» 1988 — «Иң яҡшы актриса» («Август киттары»)

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Лилиан Гиш. Кино, Гриффит и я / Пер. с англ. М.: Искусство, 1974. — 182 с.
  • Комаров В.. История зарубежного кино. Том 1. Немое кино. — М.: «Искусство», 1965.
  • Садуль Ж.. Всеобщая история кино. Том 1. — М.:"Искусство", 1958.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]