Эстәлеккә күсергә

Лисовская София Николаевна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Лисовская София Николаевна
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 1876
Тыуған урыны Санкт-Петербург, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 1951
Вафат булған урыны Санкт-Петербург, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө табип, врач-иммунолог
Уҡыу йорто Санкт-Петербург ҡатын-ҡыҙҙар медицина институты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены

София Николаевна Лисовская (18761951) — рус һәм совет ғалимы-хирург-урологы, медицина фәндәре докторы (1911), профессор (1923). РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1940).

Софья Николаевна Лисовская 1876 йылда Санкт-Петербургта тыуған.

1902 йылда Санкт-Петербург ҡатын-ҡыҙҙар медицина институтын тамамлай.

1904 йылдан Санкт-Петербург ҡатын-ҡыҙҙар медицина институтының госпиталь хирургия клиникаһы ҡарамағында профессор А.А. Кадьян етәкселегендә эшләй. 1911 йылда яҡланған «О пересадке щитовидной железы» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай.

1917 йылдан 1921 йылға тиклем Санкт-Петербург ҡатын-ҡыҙҙар медицина институтының госпиталь хирургия клиникаһын етәкләй. 1919 йылдан 1937 йылдарға тиклем — Икенсе Ленинград медицина институтының оператив хирургия һәм топографик анатомия кафедраһы мөдире. 1923 йылда С. Н. Лисовскаяға профессор исеме бирелә.

1923 йылда С.Н. Лисовская Беренсе Ленинград медицина институтының урология кафедраһын ойоштора һәм уны 1951 йылға тиклем етәкләй[1]. 1942 йылдан 1946 йылға тиклем С. Н. Лисовская Ленинград урологтар йәмғиәте рәйесе булып тора.

Гонореяны диагностикалау өсөн С.Н.Лисовская тарафынан Дебре һәм Параф реакциялары модификацияһы — ауырыуҙарҙың һейҙегендә һәм бүлеүендә гонококк антигенын табыу реакцияһы тәҡдим ителә. Был реакция уның исеме менән — «Лисовская реакцияһы» тип атала. С. Н. Лисовская беренселәрҙән булып бөйөр һәм бәүел юлдарында туберкулезды билдәләү өсөн экскретор урография ҡуллана. С. Н. Лисовская һәм уның етәкселеге аҫтында төнгө бәүел тотанаҡһыҙлығын И.П. Павлов буйынса баш мейеһе ҡабығында ҡарауыл пункты тигәнде эшләү юлы менән дауалау тәҡдим ителә һәм әҙерләнә[2].

  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1940)
  1. 50 лет Первого Ленинградского медицинского института / Л.: Медгиз, 1947 г. — 372—375 с
  2. Гаспарян А. М., Гаспарян С. А., Ткачук В. Н. Очерки по истории отечественной урологии / Л.: Медицина, 1971 г. — 158 с.
  • Большая медицинская энциклопедия / гл. ред. Б. В. Петровский. — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия. — Т. 11: Коамид — Криотерапия. — 1979 г. — 544 с.
  • 50 лет Первого Ленинградского медицинского института / Л.: Медгиз, 1947 г. — 372—375 с.
  • Гаспарян А. М. Жизнь и деятельность Лисовской // Урология. 1961 г. № 6 С. 82-83.
  • Гаспарян А. М., Гаспарян С. А., Ткачук В. Н. Очерки по истории отечественной урологии / Л.: Медицина, 1971 г. — 158 с.