Эстәлеккә күсергә

Литва талоны

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Литва талоны
Рәсем
Дәүләт  Литва
Юрисдикция таралышы Литва
Алмаштырылған Литва литы[d]
Алыштырған Совет һумы[d]
Башланыу датаһы 1991
Тамамланыу датаһы 1993
Баһа 1 Совет һумы һәм 0,01 Литва литы
 Литва талоны Викимилектә

Литва талондары, дөйөм талондар (рәсми булмаған исеме «вагноркалар») — Литвала башта параллель рәүештә, артабан совет һумы урынына түләү сараһы булараҡ индерелгән ваҡытлы аҡса.

Исеме (лит. vagnorkės; икенсе исеме — žvėriukai — «хайуандар») 1991 йылдың 13 ғинуарынан 1992 йылдың 21 июленә тиклемге Литва премьер-министры Гедиминас Вагнорюстың фамилияһына бәйле.

1991 йылдың 5 авгусында әйләнешкә индерелә һәм 1992 йылдың 1 октябренән Литва Республикаһында берҙән-бер законлы түләү сараһы булараҡ ҡабул ителә. Шулай итеп, Литва һум зонаһынан сыға.

1991 йылғы талондар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Вагноркаларҙа» Литва фаунаһы һүрәттәре урынлаштырылған (1991 йылғы):

Талондарҙың ваҡ аҡсалары сығарыла —талондың 0,50 һәм 0,10 өлөшө. Ҡабаттан сығарылған аҡсаларҙа ялған өсөн яза тураһында иҫкәртмә өҫтәлә һәм тағы ла бер ваҡ өлөш сығарыла — 0,20.

1992 йылғы талондар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1992 йылда яңы өлгөләре талон сығарыла. — һүрәттәре менән бәләкәй һәм башҡа размерҙа:

1993 йылғы талондар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1993 йыл башындағы модификациялар:

«Вагноркалар» башҡарылыу яғынан ябайлығы һәм ялғандан яҡлау кимәленең түбәнлеге менән айырыла.

1993 йылдың 25 июнендә литтарҙы әйләнешкә индереү менән талондар 100 : 1 нисбәтендә алмаштырыла. Дөйөм талондар әйләнештә 1993 йылдың 20 июленә тиклем ғәмәлдә булалар.