Гарольд Ллойд
Гарольд Ллойд | |
Harold Lloyd | |
| |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны | |
Вафат көнө | |
Вафат урыны |
Беверли-Хиллз, АҠШ |
Гражданлығы | |
Һөнәре |
актёр, кинорежиссёр |
Карьераһы |
1913—1947 |
IMDb | |
Гарольд Ллойд Викимилектә | |
Гарольд Клейтон Ллойд (ингл. Harold Clayton Lloyd; 20 апрель 1893 йыл — 8 март 1971 йыл) — Америка актёры һәм кинорежиссёры, тауышһыҙ комедиялары менән билдәле. Чарли Чаплин һәм Бастер Китон менән бер рәттән тауышһыҙ кино дәүеренең иң билдәле һәм абруйлы киноактёрҙарының береһе. 1913 һәм 1947 йылдар арауығында Ллойд 200 тирәһе тауышлы һәм тауышһыҙ юмористик фильмдарҙа төшкән. 20-се йылдарҙа ун ике тулы метражлы фильмда төшөп, 15,7 млн. АҠШ доллары самаһы килем алған.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ллойд Небраска штатының Бурчард ҡалаһында тыуған, ата-әсәләре — Джеймс Дарси Ллойд һәм Сара Элизабет Фрейзер. Атаһы яғынан ата-бабалары Уэльстан булғандар. Атаһы уңышһыҙлыҡҡа тарығас, Ллойд ғаиләһе менән АҠШ-тың көнбайышына күсенеп килә.
Ул бала сағынан театрҙа уйнай, 1912 йылдан Калифорнияның Сан-Диего ҡалаһына күскәс, 10—12 минутлыҡ комедияларҙа ҡатнаша башлай. Тиҙҙән Ллойд Томас Эдисондың кинокомпанияһы менән, һуңынан 1913 йылда үҙ студияһын ойошторған актёр һәм режиссёр Хэл Роуч менән хеҙмәттәшлек итә. Эшһөйәр Ллойд 1915 һәм 1919 йылдар арауығында Роучтың комедия актерҙарының иң уңышлыһы була.
Ул Биби Даниелсты 1914 йылда эшкә ала; улар араһында романтик мөнәсәбәттәр урынлаша, улар тамашасыға «Егет» һәм «Ҡыҙ» («The Boy», «The Girl») булып таныла. 1919 йылда Биби, драма ролдәргә өҫтөнлөк биреү сәбәпле, Ллойдты ташлап китә. Дэниэлстың урынына Ллойд 1919 йылда Милдред Дэвисты ала. Тәү күргәндә, Ллойд: «Ул ҙур француз ҡурсағы кеүек!» — тип әйткән.
Ллойдтың беренсе персонаждарының береһе — «Яңғыҙ Люк», үҙе әйтеүенсә, Чаплиндан күреп алынған. Ллойд 1919 йылда прокатҡа сығарыу алдынан фильмдарҙы «test audience» алдында күрһәтеү идеяһының авторы.
1921 йылдан Ллойд һәм Роуч тулы метражлы фильмдарҙы төшөрөүгә күсә, тик 1923 йылда ғына «Our Gang» балалары менән ҡыҫҡа «Why Worry?» фильмы төшөрөлә. Ллойдтың беренсе тулы метражлы «Тыумыштан диңгеҙсе» (1921)фильмы осраҡлы килеп сыға, сөнки кино лентаһы тәү уйлағандан оҙонораҡ килеп сыға, әммә «test audience» кешеләренә фильм оҡшап ҡала, һәм уны ҡырҡмаҫҡа ҡарар ителә.
Ллойд хәүефле трюктарҙы күбеһенсә үҙе башҡара. Гарольд Ллойд 1971 йылдың 8 мартында 77 йәшендә рак ауырыуынан үлеп ҡала. Актёр Форест-Лаун, Глендейл, зыяратында ерләнә.
Фильмографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һаҡланып ҡалған ҡыҫҡа метражлы фильмдары
Был фильмдар донъяның төрлө киноархивтарында һаҡланып ҡалған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күп негативтар 1943 йылда өйөндә булған янғын ваҡытында юғала.
Тәүгеләре
- 1914 — / Give and Take
- 1915 — / Just Nuts — Willie Work (April 19)
- 1915 — / Miss Fatty’s Seaside Lovers — Роско Арбакл менән
- 1915 — / Court House Crooks , йәки Courthouse Crooks — Йәш эшһеҙ кеше (титрҙарҙа һүҙгә алынмай)
- 1915 — / A Submarine Pirate — Ашнаҡсы
Яңғыҙ Люк
- 1915 — / Some Baby —Снаб Поллард менән
- 1915 — / Giving Them Fits
- 1915 — / Peculiar Patients' Pranks
- 1916 — / Luke, the Candy Cut-Up
- 1916 — / Luke and the Rural Roughnecks
- 1916 — / Luke, Crystal Gazer
- 1916 — / Luke Joins the Navy
- 1916 — / Luke and the Bang-Tails , йәки Luke and the Bangtails
- 1916 — «Кинотеатрҙағы буталсыҡ» / Luke’s Movie Muddle , йәки The Cinema Director
- 1916 — / Luke Locates the Loot
- 1916 — / Luke’s Shattered Sleep
- 1917 — / Lonesome Luke on Tin Can Alley
- 1917 — / Lonesome Luke, Messenger (1917)
- 1917 — / Lonesome Luke’s Wild Women (1917)
Glasses character («The Boy»)
- 1917 — / Over the Fence
- 1917 — / Pinched
- 1917 — / By the Sad Sea Waves
- 1917 — / Bliss
- 1917 — / Rainbow Island
- 1917 — «Флирт» / The Flirt
- 1917 — / Lonesome Luke in When Clubs Are Trump — «Яңғыҙ Люк „Когда трефы — козыри“» фильмында
- 1917 — / All Aboard
- 1917 — / Move On
- 1917 — / Bashful
- 1917 — / Step Lively
- 1918 — / Back to the Woods
- 1918 — / The Tip
- 1918 — / Beat It
- 1918 — / A Gasoline Wedding
- 1918 — / Look Pleasant, Please
- 1918 — / Here Come the Girls
- 1918 — / Let’s Go
- 1918 — / Pipe the Whiskers — Janitor
- 1918 — / It’s a Wild Life
- 1918 — «Туҡталышһыҙ бала» / The Non-Stop Kid
- 1918 — «Гассиның ике пистолеты» / Two-Gun Gussie
- 1918 — «Янғын һүндереүсе, баламды ҡотҡарығыҙ» / Fireman, Save My Child
- 1918 — «Ҡала хәйләкәре» / The City Slicker
- 1918 — «Ҡайҙалыр Төркиәлә» / Somewhere in Turkey
- 1918 — / An Ozark Romance
- 1918 — «Алдаҡсылар ысынлап намыҫһыҙмы?»/ Are Crooks Dishonest? ҡайһы саҡ хаталы рәүештә Doing, Doing, Done тип исемләнә
- 1918 — / Why Pick on Me?
- 1918 — / Hear 'Em Rave
- 1918 — / Take a Chance
- 1918 — / She Loves Me Not
- 1918 — / On the Jump
- 1919 — / Pay Your Dues
- 1919 — / Going! Going! Gone!'
- 1919 — «Атайҙан һорарға» / Ask Father
- 1919 — «Ашнаҡсы» йәки «Ут эсендә» / On the Fire — The Chef
- 1919 — «Минең үҙ юлым» / I’m on My Way
- 1919 — / Look Out Below
- 1919 — / Next Aisle Over
- 1919 — «Сэмми Себерҙә» / A Sammy In Siberia
- 1919 — «Йәш мистер Джаз» / Young Mr. Jazz
- 1919 — «Шаршауҙы күтәрергә!» / Ring Up the Curtain — Back-Stage!
- 1919 — «Марафон» / The Marathon
- 1919 — «Яҙғы биҙгәк» / Spring Fever
- 1919 — «Билли Блейзес, эсквайр»/ Billy Blazes, Esq. — Billy Blazes
- 1919 — «Күршеләр» / Just Neighbors
- 1919 — / At the Old Stage Door
- 1919 — «Бер ҡасан да мине теймә» / Never Touched Me
- 1919 — / Count Your Change
- 1919 — / Chop Suey & Co.
- 1919 — «Ҡатыным булығыҙ» / Be My Wife
- 1919 — «Этешмәгеҙ» / Don’t Shove
- 1919 — «Бродвейға юлығып» / Bumping Into Broadway
- 1919 — «Уның ғына атаһы» / His Only Father
- 1919 — «Капитан Киддтың балалары» / Captain Kidd’s Kids
- 1919 — «Ҡулдан ауыҙға» / From Hand to Mouth
- 1920 — «Уның король хәйләкәрлеге» / His Royal Slyness
- 1920 — «Өрәк килеп сығыуы» / Haunted Spooks
- 1920 — «Ҡырағай көнбайышта» / An Eastern Westerner
- 1920 — «Баш әйләнеү» / High and Dizzy
- 1920 — «Сығығыҙ һәм барып етегеҙ» / Get Out and Get Under йәки My Beautiful Automobile
- 1920 — «Номерҙы, зинһар» / Number, Please?
- 1921 — «Хәҙер йәки бер ҡасан да» / Now or Never
- 1921 — «Юғары ҡатлам» / Among Those Present
- 1921 — «Мин риза» / I Do
- 1921 — «Бер ҡасан көсһөҙләнмәү» / Never Weaken
Һуңыраҡтары
- 1923 — «Һуғыш эттәре» / Dogs of War
- 1925 — «Пародиялар» / Charaster Studies
Тулы метражлы фильмдар
- 1921 — «Тыумыштан диңгеҙсе» / A Sailor-Made Man
- 1922 — «Өләсәһенең ейәне» / Grandma’s Boy
- 1922 — «Доктор Джек» / Doctor Jack
- 1923 — «Хәүефһеҙлек барыһынан да түбән!» / Safety Last!
- 1923 — «Ни өсөн борсоуланырға?»/ Why Worry?
- 1924 — «Ҡатындан ҡурҡыу» (йәки — «Ҡыйыуһыҙ») / Girl Shy
- 1924 — «Эҫе һыу» / Hot Water
- 1925 — «Беренсе курс студенты» / The Freshman
- 1926 — «Яҙмыш ҡушыуы буйынса» / For Heaven’s Sake
- 1927 — «Ҡусты» / The Kid Brother
- 1928 — «Уҙышсы» / Speedy
- 1929 — «Рәхим ит, хәүеф» / Welcome Danger
- 1930 — «Аяҡты алға ҡуйып» / Feet First
- 1932 — «Кино иҫәрлеге» / Movie Crazy
- 1934 — «Бесәй тәпәйе» The Cat’s-Paw
- 1936 — «Ҡош юлы» / The Milky Way
- 1938 — «Профессор, һаҡ булығыҙ» / Professor Beware
- 1947 — «Дыуамал мөхит, йәки Гарольд Диддлбок гонаһы» / The Sin of Harold Diddlebock йәки Mad Wednesday
Ҡыҙыҡлы факттар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Алйот һәм унан алйотораҡ» фильмының геройҙары актёрға бағышлап Ллойд һәм Гарри тип исемләнә.
- «Хәүефһеҙлек бөтәһенән дә түбән!» фильмындағы сәғәт телендә эленеп торған трюкты Кристофер Ллойд тигән аҙашы «Кире киләсәккә» трилогияһының беренсе фильмында ҡабатлай, һәм был осраҡлы түгелдер.
- «Футурама» мультсериалының «That’s Lobstertainment!» серияһында Гарольд Ллойдты эләкләп Гарольд Ззойд исемле персонаж бар.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Викимилектә Гарольд Ллойд темаһы буйынса медиафайлдар бар.
- HaroldLloyd.us — Аннет Ллойдтың мәҡәләләр һәм мәғлүмәт менән тулы сайт.
- Тулы фильмография һәм юғалған фильмдарҙың теҙмәһе
- 20 апрелдә тыуғандар
- 1893 йылда тыуғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Небраскала тыуғандар
- 8 мартта вафат булғандар
- 1971 йылда вафат булғандар
- АҠШ-та вафат булғандар
- Алфавит буйынса актёрҙар
- АҠШ актёрҙары
- АҠШ тауышһыҙ киноһы актёрҙары
- XX быуат актёрҙары
- Алфавит буйынса кинорежиссёрҙар
- АҠШ кинорежиссёрҙары
- XX быуат кинорежиссёрҙары
- «Оскар» почётлы премияһының лауреаттары
- АҠШ масондары