Лозанна тыныслыҡ килешеүе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Лозанна тыныслыҡ килешеүе
Turkey-Greece-Bulgaria on Treaty of Lausanne.png
Ҡул ҡуйҙылар Төркиә Төркиә

Бөйөк Британия Бөйөк Британия
Ҡалып:Флагификация2
Ҡалып:Флагификация2
Ҡалып:Флагификация2
Греция Греция
Югославия Королевство СХС Румыния короллеге Румыния

Лозанна тыныслыҡ килешеүе — 1922—1923 йылдарҙа үткән Лозанна конференцияһының төп йомғаҡлау документтарының береһе, 1923 йылдың 24 июля июлендә Бөйөк Британия, Франция, Италия, Япония, Греция, Румыния, Сербтар, хорваттар һәм словендар короллеге, бер яҡтан, һәм Төркиә — икенсе яҡтан, ҡул ҡуйған. 1920 йылғы Севр тыныслыҡ килешеүен алмаштырҙы[1].

Килешеү Ғосман империяһының тарҡалыуын юридик яҡтан билдәләп һәм Төркиә территорияһын хәҙерге сиктәрендә нығытып ҡуйҙы, ә Александретта санжагы Төркиәгә 1939 йылдың 29 июнендә кире ҡайтарылды. Килешеү Төркиә һәм Антанта державалары араһында тыныслыҡ урынлаштырҙы. 1920 йылғы Севр тыныслыҡ килешеүе буйынса алынған Көнсығыш Фракия һ. б. территориялары, Измир Төркиәгә кире ҡайтарылды. Шуның менән бергә, Төркиә Ғәрәбстан, Мысыр короллеге, Инглиз-мысыр Суданынан, Ғосман Триполитанияһына, Киренаикаға, Месопотамияға, Палестинаға, Трансиорданияға, Ливан һәм Сүриәгә, Эгей диңгеҙендәге Утрауҙарға (Лемнос, Самотраки, Лесбос, Хиос, Самос, Икарияны индереп) дәғүәһенән баш тартты. Фракиялағы сик Марица йылғаһы сиге буйлап үткәрелде.

Ираҡ сиге, шуға ярашлы, контроле над нефткә бай Мүсил районына контроль мәсьәләһен сисеү Төркиә һәм Бөйөк Британия билдәләгәнгә тиклем кисектереп торолдо, ә 9 ай дауамында килешеүгә килмәһәләр, Милләттәр Лигаһына бирелә тигән ҡарар сығарылды (ҡара: Мосул конфликты).

Килешеү Төркиәлә Оттоман империяһының капитуляция режимын (сит ил кешеләренең иҡтисади һәм сәйәси өҫтөнлөктәрен) һәм Төркиә өҫтөнән халыҡ-ара финанс контролен юҡҡа сығарҙы. Төркиә Оттоман бурысының бер өлөшөн (Ғосман империяһының тышҡы бурысы) түләргә ризалаша. Оттоман бурысы Төркиә һәм 1912—1923 йылдарҙа барған һуғыш һөҙөмтәһендә Ғосман империяһы территорияларына эйә булған башҡа державалар араһында бүленгән. Оттоман бурысы 20 йыл дауамында улар тарафынан тигеҙ өлөшләтә ҡапланырға тейеш була.

Ҡара диңгеҙ боғаҙҙары мәсьәләһен хәл иткәндә инглиз дипломатияһы Төркиә яғынан байтаҡ ташламаларға: килешеү боғаҙҙар аша тыныс ваҡытта ла һәм һуғыш осоронда ла сауҙа һәм хәрби (диңгеҙ һәм һауа) судноларының ирекле үтеүе һәм Босфор һәм Дарданеллды демилитаризациялау, йәғни яр буйы нығытмаларын юҡ итеүҙе өлгәшә. Теләһә ниндәй ил боғаҙҙар аша Ҡара диңгеҙгә үткәргән судноларҙың максималь һаны ҡара диңгеҙ флотында иң ҙур хәрби-диңгеҙ көстәре һанынан күберәк булырға тейеш булмай. Шуның менән бергә, державалар төрлө хәлдәрҙә лә Ҡара диңгеҙгә һәр береһе 10 мең тонна ауырлыҡтан юғары булмаған өс судно ғына индереү хоҡуғына эйә була.

Истанбулда халыҡ-ара комиссия — Франция, Бөйөк Британия, Италия, Япония, Болгария, Греция, Румыния, СССР, Югославия һәм Төркиә вәкилдәренән боғаҙҙар комиссияһы булдырыла. Лозанна килешеүенә АҠШ-тың ҡушылыу осрағында, улар комиссияла үҙенең вәкилен булдырыу хоҡуғына эйә.

Греция «эллин армияһы йәки эллин администрацияһы һуғыш закондарына ҡаршы барған хәрәкәттәре менән Анатолияға (Кесе Азия) килтерелгән зыянды» ҡапларға вәғәҙә бирә. Икенсе яҡтан, Төркиә, Грецияның хәлен иғтибарға алып, репарация буйынса бөтә претензияларынан да баш тартҡан.

Төркиә Антантаның әрмән һәм курдтар өсөн ниндәй ҙә булһа автономия булдырыуҙан баш тартыуына өлгәшә. Төрөктәр һәм Кесе Азияла йәшәгән гректар араһында этник конфликттарҙы булдырмау маҡсатында Төркиә һәм Греция хөкүмәттәре халыҡ менән алмашыуҙы килеште. (ҡара: Грек-төрөк халыҡ менән алмашыуы).

1923 йылдың 23 авгусында килешеүҙе Төркиә ратификациялай; 1924 йылдың 6 авгусына — Килешеүҙең бөтә ҡатнашыусылары ратификациялай. Оттоман бурысы буйынса ризалашмаған Сербтар, хорваттар һәм словендар короллеге генә килешеүҙе ратификацияламай.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Лозаннский мирный договор 1923 года. Дата обращения: 28 октябрь 2020. Архивировано 31 октябрь 2020 года.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡалып:История Турции Ҡалып:Великая идея Ҡалып:Предпосылки и последствия Первой мировой войны