Локощенко Александр Михайлович
Локощенко Александр Михайлович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 5 ноябрь 1938 (85 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, СССР |
Һөнәр төрө | университет уҡытыусыһы, физик |
Эшмәкәрлек төрө | механика[1], ползучесть материалов[d][1], физик үҙенсәлек[d][1] һәм механические свойства материалов[d][1] |
Эш урыны | М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты |
Уҡыу йорто | МДУ-ның механика-математика факультеты[d] |
Ғилми исеме | профессор[d] |
Ғилми дәрәжә | физика-математика фәндәре докторы[d] |
Ғилми етәксе | Шестериков, Сергей Александрович[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Локощенко Александр Михайлович (5 ноябрь 1938 йыл, Горький ҡалаһы) — СССР һәм Рәсәй ғалим-механигы, физика-математика фәндәре докторы (1986), профессор (1992), Мәскәү дәүләт университетының механика институты директоры урынбаҫары (2001—2015)[2], лаборатория мөдире (2003).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Инженер-авиатөҙөүселәр ғаиләһендә тыуған. Атаһы — Локощенко М. А. (1906—1983), әсәһе — Потиха Л. И. (1909—1989).
1942 йылдан алып Мәскәүҙә йәшәй. 1960 йылда Мәскәү дәүләт университетының механика-математика факультетын тамамлағандан һуң, Мәскәү дәүләт университетының механика институтында эшләй; 2001—2015 йылдарҙа — институт директорының ғилми эш буйынса урынбаҫары, 2003 йылдан — шыуыусанлыҡ һәм оҙайлы ныҡлыҡ лабораторияһы мөдире. Фәнни эшмәкәрлеген ул даими рәүештә уҡытыусылыҡ эше менән бергә алып бара (М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты)[3][4][5], Н. Э. Бауман исемендәге Мәскәү дәүләт техник университеты, Мәскәү дәүләт индустриаль университеты). Биш фән кандидаты әҙерләгән.
1967 йылда «Некоторые задачи релаксации и выпучивания элементов конструкций в условиях ползучести» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай; 1986 йылда — «Исследование ползучести и длительной прочности металлов и их описание с помощью кинетических уравнений» тигән темаға докторлыҡ диссертацияһы яҡлай[6].
Шыуыусанлыҡтың математик теорияһын һәм уның ҡушымталарын эшләгәне һәм һынап ҡарағаы өсөн РСФСР Дәүләт премияһына лайыҡ була (1990)[6]. Теоретик һәм ғәмәли механика буйынса Рәсәй милли комитеты ағзаһы (2001), Рәсәй Фәндәр академияһының Деформацияланыусы ҡаты есем механикаһы буйынса ғилми советы ағзаһы (2002), Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһы академигы (2004)[2].
«Хеҙмәт ветераны» (1986) һәм «Мәскәүҙең 850 йыллығы иҫтәлегенә» (1997) миҙалдары менән бүләкләнә. «Мәскәү университетының атҡаҙанған ғилми хеҙмәткәре» (2001), «Рәсәй Федерацияһының почётлы фән һәм техника хеҙмәткәре» (2011) исемдәренә лайыҡ була. Мәскәү дәүләт индустриаль университетының почётлы профессоры (2010)[2][6].
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Өйләнгән. Улы — Михаил Локощенко, 1967 йылда тыуған, география фәндәре кандидаты[7].
Фәнни эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]А. М. Локощенконың төп фәнни һөҙөмтәләре металдарҙың шыуыусанлығы һәм оҙайлы ныҡлығы теорияһының билдәләүсе нисбәттәрен эшләү менән бәйле. Ул төрлө шарттарҙа металдарҙың шыуыу процесы үҙенсәлектәрен эксперименталь-теоретик фундаменталь тикшереү үткәрә. Юғары температуралы һынауҙар барышында конструкция элементтарының ҡалдыҡ сыҙамлылығын билдәләргә мөмкинлек биргән яңы зарарлылыҡ параметры индерә. Эксперименталь һөҙөмтәләрҙе анализлау өсөн ул яңы типтағы шыуыусанлыҡтың кинетик теорияһын билдәләүсе тигеҙләмәләр тәҡдим итә.
Тәүге тапҡыр ҡатмарлы көсөргәнешле хәлдә оҙайлы ныҡлыҡ критерийын билдәләүҙең һан ысулын тәҡдим итә. Нәҙек стеналы торбаларҙың күсәр сәнсеүен баһалау өсөн А. М. Локощенко оҙайлы ныҡлыҡ анизотропияһы коэффициентын иҫәпләп сығарыу ысулын тәҡдим итә һәм уны тәжрибә ярҙамында раҫлай.
А. М. Локощенко тирә-яҡ мөхиттең материалдарҙың шыуыуға һәм оҙайлы ныҡлығына йоғонтоһон иҫәпкә алыу өсөн яңы тигеҙләмәләр тәҡдим итә, диффузион фронт төшөнсәһен индерә һәм шыуыу процесында емерелеү фронтының һәм диффузия фронтының үҙ-ара тәьҫир итешеүен тасуирлай. Ул беренсе булып тәҡдим ителгән билдәләүсе һәм кинетик тигеҙләмәләр системалары ярҙамында бер нисә эксперименталь һөҙөмтәне тасуирлай
Тәүге тапҡыр өлгөләрҙең эш оҙонлоғо дәүмәленең оҙайлы ныҡлыҡҡа йоғонтоһо тикшерелә һәм алынған һөҙөмтәләргә аңлатма бирелә. Тәүгеләрҙән булып ул ҡатмарлы көсөргәнешле хәлдә металдарҙың вибрациялы шыуышыуы күренешен тикшерә. Тышҡы тигеҙ таралған баҫым тәьҫирендә цилиндр формаһындағы көплөктәрҙең үҙ-үҙен тотошо тикшерелгән; теоретик анализ тәжрибә тикшеренеүе менән тулыландырылған, ул көплөктәрҙең йәмшәйеүенең критик ваҡытының иҫәп-хисап һәм тәжрибә ҡиммәттәренең яҡшы тап килеүен күрһәткән. Шыуыу шарттарында конструкцияларҙың төрлө элементтарының ҙур класы эшенә анализ яһалған.
А. М. Локощенко Рәсәй һәм сит ил матбуғатында 250-нән ашыу ғилми эш, шул иҫәптән 6 монография баҫтырып сығара[8][9]. А. М. Локощенконың эштәре Рәсәйҙә лә, башҡа илдәрҙә лә яҡшы билдәле; алынған һөҙөмтәләр Дәүләт стандарты документтарында һәм Бөтә Союз белешмәһе материалдарында ҡулланыла. А. М. Локощенко бер нисә ойошманың диссертация советтары ағзаһы булып тора. Ул механика буйынса күп халыҡ-ара һәм Рәсәй конференцияларының ойоштороу комитеттарына һайлана; Халыҡ-ара ғилми фонд, ИНТАС халыҡ-ара ассоциацияһы һәм Рәсәй фундаменталь тикшеренеүҙәр фонды проекттары буйынса башҡарылған эштәрҙең ғилми етәксеһе.
Баҫылып сыҡҡан хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Айырым баҫмалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Бойцов Ю. И., Данилов В. Л., Локощенко А. М., Шестериков С. А. Исследование ползучести металлов при растяжении. — М.: Изд-во МГТУ им. Н. Э. Баумана, 1997. — 98 с.
- Локощенко А. М. Ползучесть и длительная прочность металлов в агрессивных средах. — М.: Изд-во МГИУ, 2000. — 132 с. — ISBN 5-211-04296-4.
- Локощенко А. М. Моделирование процесса ползучести и длительной прочности металлов. — М.: Изд-во МГИУ, 2007. — 264 с. — ISBN 978-5-2760-1218-6.
- Локощенко А. М., Пушкарь Е. А. Основы теории ползучести: Учебное пособие. — М.: Изд-во МГИУ, 2007. — 132 с. — ISBN 978-5-2760-1335-0.
- Локощенко А. М. Ползучесть и длительная прочность металлов. — М.: Физматлит, 2016. — 504 с. — ISBN 978-5-9221-1645-9.
Ҡайһы бер мәҡәләләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Lokoshchenko A. M. The application of an approximate analysis of the diffusion process for a description of creep and creep rupture // International Journal of Mechanical Sciences. — 2005. — Vol. 47, no.3. — P. 359—373.
- Kulagin D. A., Lokoshchenko A. M. Analysis of the influence of aggressive environment on creep and creep rupture of rod under pure bending // Archive of Applied Mechanics. — 2005. — Vol. 74. — P. 518—525.
- Локощенко А. М. Оценка эквивалентных напряжений при анализе длительной прочности металлов в условиях сложного напряжённого состояния // Известия РАН. Механика твёрдого тела. — 2010. — № 4. — С. 164—181.
- Локощенко А. М. Виброползучесть металлов при одноосном и сложном напряжённых состояниях // Известия РАН. Механика твёрдого тела. — 2014. — № 4. — С. 111—120.
- Локощенко А. М., Фомин Л. В. Длительное разрушение пластин при переменных изгибающих моментах в присутствии агрессивной среды // Прикладная математика и механика. — 2016. — № 2. — С. 276—284.
- Локощенко А. М., Фомин Л. В., Ларин Н. С. Длительная прочность стержней, растягиваемых в агрессивной среде, при различных двухсвязных формах их поперечных сечений // Прикладная математика и механика. — 2021. — № 1. — С. 66—88.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 Lokoščenko, Aleksandr Michajlovič // Чешская национальная авторитетная база данных
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Локощенко Александр Михайлович . // Сайт Института механики МГУ. Дата обращения: 31 ғинуар 2015. Архивировано 1 февраль 2015 года.
- ↑ Механика в Московском университете / Под ред. И. А. Тюлиной, Н. Н. Смирнова. — М.: Айрис-пресс, 2005. — 352 с. — ISBN 5-8112-1474-X. — С. 250.
- ↑ Мехмат МГУ 80. Математика и механика в Московском университете / Гл. ред. Фоменко Анатолий Тимофеевич. — М.: Изд-во Моск. ун-та, 2013. — 372 с. — ISBN 978-5-19-010857-6. — С. 211.
- ↑ Механика в Московском университете / Под ред. К. А. Рыбникова. — М.: Изд-во Моск. ун-та, 1992. — 168 с. — ISBN 5-211-01979-2. — С. 105.
- ↑ 6,0 6,1 6,2 Локощенко Александр Михайлович . // Сайт «Летопись Московского университета». Дата обращения: 31 ғинуар 2015. Архивировано 1 февраль 2015 года.
- ↑ Локощенко Михаил Александрович . // Поэзия Московского Университета от Ломоносова и до .... Дата обращения: 20 ноябрь 2017. Архивировано 1 декабрь 2017 года.
- ↑ Локощенко Александр Михайлович . // Сайт ИСТИНА. Дата обращения: 23 ғинуар 2015. Архивировано 23 ғинуар 2015 года.
- ↑ elibrary.ru Научная электронная библиотека
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Персональная страница А. М. Локощенко на сайте Общероссийский математический портал
- Локощенко Александр Михайлович 2015 йыл 1 февраль архивланған. на сайте Института механики МГУ
- 5 ноябрҙә тыуғандар
- 1938 йылда тыуғандар
- Мәскәүҙә вафат булғандар
- «Хеҙмәт ветераны» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- «Мәскәүҙең 850 йыллығы иҫтәлегенә» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- Рәсәй тәбиғи фәндәр академияһы академигы
- РСФСР дәүләт премияһы лауреаттары
- СССР ғалимдары
- Физика-математика фәндәре докторҙары
- Мәскәү дәүләт университетын тамамлаусылар
- Мәскәү дәүләт университеты уҡытыусылары