Лоретта Харроп

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Лоретта Харроп
Заты ҡатын-ҡыҙ
Гражданлығы Flag of Australia (converted).svg Австралия
Тыуған көнө 17 июль 1975({{padleft:1975|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:17|2|0}}) (45 йәш)
Тыуған урыны Австралия, Брисбен[d]
Һөнәр төрө триатлет
Тренер Brett Sutton[d]
Спорт төрө триатлон[d]
Ҡатнашыусы Йәйге Олимпия уйындары 2004[d], Йәйге Олимпия уйындары 2000[d] һәм triathlon at the 2004 Summer Olympics – women's[d]

Лоретта Харроп (ингл. Loretta Harrop; 17 июль 1975 йыл, Брисбен) — Австралия триатлонисы, 1999 йылда донъя чемпионы, Олимпия уйындарының көмөш призёры.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Лоретта Харроп 1975 йылдың 17 июлендә Брисбенда тыуған. Спортта үҙ юлын йөҙөү менән шөғөлләнеп башлай. Ағаһы Люк артынан эйәреп, триатлон менән шөғөлләнә башлай, ағаһы Голд-Коста ҡалаһында машина аҫтына эләгеп фажиғәле һәләк була[1].

Лоретта Харроп Бретт Саттон етәкселегендә күнекмәләр ала. 1999 йылда донъя чемпионы була. Бер йылдан һуң Сиднейҙа 2000 йылғы Олимпия уйындарында үҙ илен күрһәтеү өсөн сығыш яһау хоҡуғын ала, бында бишенсе урынды яулай. Дүрт йыл үткәс Афинала Йәйге олимпия уйындарында австриялы Олимпия чемпионы Кейт Аллендан ете секундҡа ҡалышып, көмөш яулай.

Үҙ карьераһында донъя кубогының ун ике этабында еңеү яулай (1998 йылда Нуса һәм Тисауйвароста, 1999 йылда Тисауйварос, Исигаки, Гамагори һәм Лозаннала, 2000 йылда Тиасауйвароста, 2001 йылда Исигакиҙа, 2002 йылда Гамагори һәм Джилонгта, 2004 йылда Эдмонтонта, 2005 йылда Мулулабта)[2].

2012 йылдың мартында Лоретта Харроп Жаклин Фэруэтер һәм Эмма Карни менән бергә триатлон буйынса Австралия федерацияһының Дан залына индерелә[3].

Голд-Костала ире Брэд һәм улы Хайден, ҡыҙы Эммерсон менән йәшәй. Урындағы мәктәптә триатлон буйынса дәрестәр бирә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]