Эстәлеккә күсергә

Люблин замогы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Люблин замогы
пол. Zamek w Lublinie
Рәсем
Дәүләт  Польша
Административ-территориаль берәмек Люблин
Әҫәр заказсыһы Казимир II Справедливый[d]
Мираҫ статусы недвижимый памятник[d][1]
Рәсми сайт muzeumlubelskie.pl
Категория для внешности элемента Category:Exterior of the Lublin Castle[d]
Номер в польском реестре культурного наследия A/161[1]
Карта
 Люблин замогы Викимилектә

Люблин замогыПольша ҡалаһы Люблинда архитектура һәм оборона комплексы[2][3].

Мөһабәт резиденцияға 1520 йылда король Сигизмунд I нигеҙ һала; 1569 йылда бында Люблин унияһына ҡул ҡуйыла [4][5]. Артабан комплекс бер нисә тапҡыр яңынан ҡорола, әлеге ваҡытта ул неоготик ҡиәфәт алған.

Люблин замогы XVI быуаттың беренсе яртыһында Речь Посполитая короле Бөйөк Казимир тарафынан төҙөлә[6]. Чеховтағы замок булараҡ билдәле замок VI—IX быуаттарҙың боронғо ауыл эҙҙәре һаҡланған ҡалҡыулыҡта төҙөлгән.

1473—1476 йылдарҙа замокта «Польша тарихы» авторы, король Казимир Ягеллончиктың улдарының тәрбиәсеһе Ян Длугош йәшәй. 1474 йылда, Казимир Ягеллончик идараһы ваҡытында Люблин яңы барлыҡҡа килгән Люблин воеводлығының баш ҡалаһы була[7].

1569 йылда Сейм ваҡытында король Сигизмунд Август һарайы Люблин замогы залында илселәр менән осраша. Замокта мөһим сәйәси ҡарарҙар ҡабул ителә, улар һөҙөмтәһендә Поляк-литва унияһының актына ҡул ҡуйыла

1764 йылда бүлмәләрҙең береһендә түшәм емерелеүе арҡаһында дүрт затлы бай вафат була. Замок 1671 йылда ике бина төҙөлөшө иҫәбенә киңәйтелә, өҫтәмә рәүештә мөйөш манара һәм киң подвалдар төҙөлә, түбәнге ҡатта сиркәү урынлаша.

Польша-швед һуғышы ваҡытында замокта Ян II Казимир була[6].

XVII—XVIII быуаттарҙа Польша алып барған һуғыш ваҡытында замок емерелә. 1824—1826 йылдарҙа төрмә өсөн ҡулланыуға Александр I бойороғо буйынса яңынан тергеҙелә. Замок 1954 йылға тиклем төрмә булараҡ ҡулланыла.

1904 йылда замок биләмәһендә православие ғибәҙәтханаһы төҙөлә

Беҙҙең көндәрҙә замок стеналарында Люблин музейы урынлаша. Төп ҡоролмалары:

  • XIII быуат донжоны;
  • боронғо рус фрескалары менән Троица сиркәүе (XIII быуат);
  • XIV—XVIII быуаттарҙа был урында торған король замогынан ҡалған йәһүд башняһы емереклектәре
  • батша ваҡытындағы неоготик диуарҙар[8].
  1. 1,0 1,1 Реестр памятников — 2022.
  2. Люблинский королевский замок. Дата обращения: 16 декабрь 2011. Архивировано 5 сентябрь 2012 года.
  3. Люблинский замок. Замки Польши. Дата обращения: 16 декабрь 2011. Архивировано 5 сентябрь 2012 года. 2012 йыл 16 октябрь архивланған.
  4. A concise history of Poland — Jerzy Lukowski, Hubert Zawadzki — Google Книги
  5. Historia zamku lubelskiego (пол.). Muzeum Lubelskie. Дата обращения: 16 декабрь 2011. Архивировано 5 сентябрь 2012 года.
  6. 6,0 6,1 Люблинский замок. Польша. Travelzone (2010). Дата обращения: 19 ноябрь 2011. Архивировано 5 сентябрь 2012 года. 2013 йыл 25 май архивланған.
  7. 6
  8. Люблинский замок. Замки и дворцы Польши. Дата обращения: 19 ноябрь 2011. Архивировано 5 сентябрь 2012 года. 2016 йыл 7 июнь архивланған.