Эстәлеккә күсергә

Люттингоф йорто

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Люттингоф йорто
Рәсем
Дәүләт  Германия[1]
Административ-территориаль берәмек Гельзенкирхен[d][1]
Мираҫ статусы архитектура ҡомартҡыһы[d]
Рәсми сайт luettinghof.de/home.html
Карта
 Люттингоф йорто Викимилектә

Люттингоф йорто (нем. Haus Lüttinghof) — һыу өҫтөндәге замок, Гельзенкирхен (Германия) ҡалаһының иң боронғо иҫтәлекле урындарының береһе. Гельзенкирхен-Буэрҙан төньяҡҡа ҡарай Хассель районында Марль ҡалаһы сигендә урынлашҡан[2]

Ҡыҫҡаса мәғлүмәттәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Замок XIV быуат башында Кельн архиепископтары инициативаһы менән төҙөлә. Замок, феодаль ер булараҡ, үҙ исемен беренсе хужаларынан — Люттингоф ғаиләһенән ала, әммә айырым йорттоң киләһе хужалары артабанғы быуаттарҙа йыш алмашынып тора. Бер нисә быуат дауамында һыу өҫтөндәге ҡоролманың эске һәм тышҡы ҡиәфәте үҙгәрә, әммә бөгөнгө көнгә тиклем урта быуат замогы комплексының ҙурөлөшө һаҡланған. 1700 йылдарҙа ҙур баҡса төҙөлә башлай. Ул яҡынса ике спорт майҙансығы ҙурлығында һәм төп замоктың төньяҡ-көнсығышында утрауҙа урынлашҡан.

XX быуат аҙағына Люттингоф йорто тулыһынса тергеҙелә. 1994 йылда ул Төньяҡ Рейн-Вестфалияһында өлгөлө ҡоролма» исеменә лайыҡ була.

XIX быуат уртаһынан замок ҡаланың архитектура ҡоролмаһы булып тора, һәм хәҙерге ваҡытта иҫтәлекле урындарҙың береһе булып һанала[3]

Бина өс утрауҙа урынлашҡан.

Урта быуаттартарҙа Лютингоф йорто рыцарҙарҙың табыны өсөн иң билдәле урыны булған

Замок эргәһендә оҙаҡ ваҡыт тирмән урынлашҡан, тик 1945 йылдың яҙында ул бомба һөжүме ваҡытында юҡҡа сыҡҡан[4]

  1. 1,0 1,1 archINFORM (нем.) — 1994.
  2. Haus Lüttinghof.
  3. Gelsenkirchen - Haus Lüttinghof Herrenhaus.
  4. Haus Luttingof.