Лөкбатҡан (балсыҡ вулканы)
| Лөкбатҡан | |
| Дәүләт |
|
|---|---|
| Административ-территориаль берәмек | Локбатан[d] |
| Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 130 метр[1] |
| Мираҫ статусы | Объект из предварительного списка Всемирного наследия[d] |
| Бөтә донъя мәҙәни мираҫы исемлегенә индереү критерийы | (vii)[d], (viii)[d] һәм (x)[d] |
Лөкбатҡан - (рус. Локбатан, әзерб. Lökbatan) — донъяның иң ҙур балсыҡ вулкандарының береһе[2]. Баҡының Гарадаг (башҡ. Ҡаратау) районындағы шул исемдәге үк Лөкбатҡан ауылынан йыраҡ түгел урынлашҡан . 1998 йылдан ЮНЕСКО бөтә донъя мираҫы исмлегенә индерелгән[3].
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Лөк - төрөк һәм әзербайжан телдәрендә ата дөйә тигәнде аңлата [4]. "Батан" һүҙе башҡортсаға "батҡан" тип тәржемә ителә. Ихтимал, был балсыҡ ағымында дөйә батып үлгән булғандыр.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1933 йылда, батҡаҡ вулканы янында скважина быраулағанда геологтар янында ҡеүәтле нефть һәм тәбиғи газ ятҡылыҡтары таба. Нәҡ ошо факт артабан батҡаҡ вулкандары менән углеводород ятҡылыҡтарының туранан-тура бәйләнеше барлығы тураһында теория барлыҡҡа килә[5].
Лөкбатҡан донъяла иң әүҙем батҡаҡ вулканы: 1810 йылдан бирле 25 атылыу теркәлгән булһа, шуларҙың иң һуңғыһы 2017 йылдың 2 майында теркәлгән [2][6]. Вулкандың ҡылығы үҙгәреүсән: ҡағиҙә булараҡ, уға пелей тибында атылыу хас, был төр атылыуҙа батҡаҡ сығып, уның конусына яғыла бара, әммә ҡайһы саҡ үҙлегенән ҡайнап янып газ бүленеп сыға.
Донъяла 800-ләп шундай вулкан бар, шуларҙың 300 тирәһе Әзербайжан ерҙәрендә [7].
Видеояҙмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шулай уҡ ҡара
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ http://whc.unesco.org/en/tentativelists/1176/
- 1 2 Dünya rekordçusu püskürdü (әзерб.). AZƏRTAC (2 май 2017). Дата обращения: 26 апрель 2019.
- ↑ "Lok-Batan" Mud Cone (ингл.). UNESCO. Дата обращения: 26 апрель 2019.
- ↑ Lök
- ↑ Геология, геоэкология и ресурсный потенциал Урала и сопредельных территорий: Материалы III Всероссийской молодежной геологической конференции, г. Уфа, сентябрь 2015 года. — Санкт-Петербург: Свое издательство, 2015. — С. 10—12. — 208 с. — ISBN 978-5-4386-0896-7.
- ↑ В Азербайджане произошло извержение вулкана. Haqqin.az (2 май 2017). Дата обращения: 26 апрель 2019.
- ↑ Грязевой вулкан Локбатан 2019 йыл 9 май архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Lök
- Грязевой вулкан Локбатан
- Грязевой вулкан Локбатан 2019 йыл 9 май архивланған.
- Грязевой вулкан Локбатан, Азербайджан, Баку: фото, описание адрес(недоступная ссылка)
