Магдалена (йылға)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Магдалена
исп. Río Madalena
Сантандер департаментында
Сантандер департаментында
Характеристика
Оҙонлоғо 1550 км
Бассейн 260 000 км²
Һыу ағымы
Инеше
 · Координаталар 2°11′00″ с. ш. 76°25′46″ з. д.HGЯO
Тамағы Кариб диңгеҙе
 · Координаталар 11°06′09″ с. ш. 74°51′05″ з. д.HGЯO
Урынлашыуы
Һыу бассейны Кариб диңгеҙе

Ил Колумбия Колумбия
Магдалена (йылға) (Колумбия)
Blue 0080ff pog.svg
инеше
Blue pog.svg
тамағы
Магдалена Викимилектә

Магдале́на (исп. Río Madalena) — Көньяҡ Американың төньяҡ-көнбайышындағы йылға. Колумбияның көнбайыш өлөшө буйлап аға.

География[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Йылға бассейны

Оҙонлоғо — 1550 км, бассейн майҙаны — 260000 км².

Инеше Колумбияның Уил департаментында, Андтарҙың Үҙәк Кордильера һыртының көньяҡ осонда, Сотара вулканынан алыҫ булмаған урында урынлашҡан. Башлыса төньяҡ йүнәлешендә аға. Тәүге 100 км оҙонлоғонда йылғала бихисап тупһалар һәм шарлауыҡтар осрай, Наре ҡалаһынан һуң Магдалена киңлеге 30—60 км булған Үҙәк һәм Көнсығыш Кордильера һырттары араһындағы үҙәнгә сыға. Барранкабермеха ҡалаһы тирәһендә үҙән киңәйә башлай, ә Эль-Банко ҡалаһынан һуң йылға Кариб буйы уйһыулығына сыға. Был районда Магдалена йылғаһы ике тармаҡҡа (Лоба һәм Момпос) бүленә. Барранкилья ҡалаһы тирәһендә йылға дельта барлыҡҡа килтереп Кариб диңгеҙенә ҡоя.

Йылға ямғыр һыуҙары менән тулылыландырыла, апрелдән майға тиклем һәм сентябрҙән ноябргә тиклем ташҡындар күҙәтелә. Үҙәндән уйһыулыҡҡа сыҡҡанға тиклем урында уртаса йыллыҡ һыу сығымы 8000—10000 м³/с тәшкил итә.

Магдалена йылғаһы Колмубияның төп суднолар йөрөшлө һыу артерияһы булып тора. Йылға тамағынан яҡынса 880 км оҙонлоғонда суднолар йөрөшлө (Барранкилья ҡалаһынан Ла-Дорадаға тиклем). Һыу кимәле күтәрелгән осорҙа, ҙур булмаған суднолар тағы ла 370 км юғарыраҡ (Нейваға тиклем) барырға мөмкин. Йылғаның түбәнге ағымынынан Картахена портына тиклем суднолар йөрөшлө канал яһалған.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]


Гидрология Был гидрология буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ.