Магнитка (Силәбе өлкәһе)
Эшселәр ҡасабаһы | |
Магнитка | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ҡала биләмәһе | |
Координаталар | |
Эшселәр ҡасабаһы с | |
Бейеклеге |
532 м |
Халҡы | |
Почта индексы |
456950 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
- |
Код ОКАТО | |
Код ОКТМО | |
Магнитка — Силәбе өлкәһе Ҡуҫа районындағы эшселәр ҡасабаһы[2]. Магнит ҡала биләмәһенең административ үҙәге.
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Көньяҡ Уралда, Ҡуса йылғаһында, уның һул ҡушылдыҡтары Магнитка, Любянка һәм Каменка йылғалары тамағында Златоусттан төньяҡта 17 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан. Эргәһендә «Тағанай» милли паркы урынлашҡан.
Эргә-тирәһен хозур тәбиғәт биләп алған. Ҡасаба тау-урман зонаһында урынлашҡан. Уның төп өлөшө ҡайынлыҡтар һәм уҫаҡлыҡтар менән ҡаплаған, әммә шулай ҙа Ҡуҫа районына хас булған ҡарағастар һәм ҡарағайҙар ҙа йыш осрай. Урмандар ҡыҙыл көртмәле, ҡара көртмәле һәм ҡайын еләгенә бай. Йыш ҡына абағалар, шулай уҡ мүктәрһәм лишайниктар осрай. Төпкөл урындарҙа Ҡыҙыл китапҡа индерелгән Урал орхидеяларының ҡайһы бер төрҙәрен осратырға мөмкин. Магнитка янындағы асыҡ урындарҙа дарыу үләндәре — һары һәм ябай мәтрүшкәләр үҫә[3].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡасабаға Ҡуса заводын мәғдән менән тәьмин итеү өсөн 1808 йылда нигеҙ һалына, әммә, уның ауыр иреүе арҡаһында, утын һәм күмер әҙерләүгә йүнәлтелә[4]. Индустриялаштырыу йылдарында ауыл биләмәһе бик тиҙ үҫешә: 1928 йылда ғәмәли минералогия институтынан килгән геологтар титаномагнетит ятҡылығын тәрәндән өйрәнәләр һәм 2 йылдан һуң руда сығарыу башлана. 1935 йылда Златоуст ҡалаһынан бында электр тапшырыу линияһы килә, һуңынан тимер юл тармағы ла һалына.
Ҡала тибындағы ҡасаба статусына эйә 1938 йылда эйә була[5].
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында «Магнитное» титаномагнетит ятҡылығы СССР-ҙа иң ҙурҙарынан һаналған[6][7]. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ер аҫты байлыҡтары әкренләп кәмей һәм шахталар бер-бер артлы ябылалар. Хәҙер ҡасаба биләмәһендә ике сәнәғәт предприятиеһы — «МетАгломерат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, «Уралстройщебень» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте эшләй.
Халыҡ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Халыҡ иҫәбе | ||||||
---|---|---|---|---|---|---|
1959[8] | 1970[9] | 1979[10] | 1989[11] | 2002[12] | 2005[1] | 2006[1] |
16 212 | ↘10 990 | ↘8601 | ↘7198 | ↘5826 | ↘5399 | ↘5337 |
2007[1] | 2008[1] | 2009[13] | 2010[14] | 2011[15] | 2012[16] | 2013[17] |
↘5246 | ↘5187 | ↗5314 | ↘5170 | ↘5161 | ↘5099 | ↘4986 |
2014[18] | 2015[19] | 2016[1] | ||||
↘4973 | ↘4926 | ↘4831 |
Инфраструктура
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мәктәптәр, балалар баҡсалары, дауахана, кафе, магазиндар, профессиональ училище бар.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 Численность постоянного населения по городским округам и муниципальным районам Челябинской области на 1 января 2005-2016 гг. (численность населения 2004-2010 гг. пересчитана от итогов ВПН-2010) . Дата обращения: 8 апрель 2016. Архивировано 8 апрель 2016 года.
- ↑ Постановление Законодательного Собрания Челябинской области № 161 от 25.05.2006 г. «Об утверждении перечня муниципальных образований (административно-территориальных единиц) Челябинской области и населённых пунктов, входящих в их состав» (с изменениями на: 25.05.2017) . docs.cntd.ru. Дата обращения: 6 февраль 2020.
- ↑ [1] 2021 йыл 4 март архивланған.
- ↑ Павел Распопов. Провалы Магнитки . Ураловед. Дата обращения: 1 октябрь 2020.
- ↑ Административно-территориальное деление союзных республик, СССР / РСФРС. Народный комиссариат внутренних дел СССР, Статистический отдел. ЦИК СССР. Верховный Совет СССР, Информационно-статистический отдел / М.: Известия советов депутатов трудящихся СССР, 1962. (С. 211, 553).
- ↑ Останин Д. Б.Каменный пояс России: легенды, истории, были. Книга стихов / Раздел 21 // М.: Издательские решения, 2019. — 88 с. ISBN 978-5-0050-8790-4.
- ↑ Кусинский рудник «Магнитка» // Статья от 29.10.2014 г. «Рудники Урала».
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1959 года. Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу . Демоскоп Weekly. Дата обращения: 25 сентябрь 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1970 года Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. Демоскоп Weekly. Дата обращения: 25 сентябрь 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1979 года Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. Демоскоп Weekly. Дата обращения: 25 сентябрь 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1989 года. Численность городского населения . Архивировано 22 август 2011 года.
- ↑ Всероссийская перепись населения 2002 года. Том. 1, таблица 4. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более . Архивировано 3 февраль 2012 года.
- ↑ Численность постоянного населения Российской Федерации по городам, посёлкам городского типа и районам на 1 января 2009 года . Дата обращения: 2 ғинуар 2014. Архивировано 2 ғинуар 2014 года.
- ↑ Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11 . Челябинскстат. Дата обращения: 13 февраль 2014. Архивировано 13 февраль 2014 года.
- ↑ Численность постоянного населения Челябинской области в разрезе муниципальных образований на 1 января 2012 года . Дата обращения: 12 апрель 2014. Архивировано 12 апрель 2014 года.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года . Дата обращения: 31 май 2014. Архивировано 31 май 2014 года.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. — М.: Федеральная служба государственной статистики Росстат, 2013. — 528 с. (Табл. 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов) . Дата обращения: 16 ноябрь 2013. Архивировано 16 ноябрь 2013 года.
- ↑ Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года . Дата обращения: 2 август 2014. Архивировано 2 август 2014 года.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года . Дата обращения: 6 август 2015. Архивировано 6 август 2015 года.