Майлы япраҡ
Майлы япраҡ | |||||||||||||||
Майлы япраҡ Үҫемлектең дөйөм күренеше | |||||||||||||||
Фәнни классификация | |||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| |||||||||||||||
Халыҡ-ара фәнни исеме | |||||||||||||||
Pinguicula L., 1753 | |||||||||||||||
|
Майлы япраҡ — (лат. Pinguícula), һыу бөрсөгө һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты.
Таралышы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Яҡынса 35 төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың тропик булмаған бүлкәттәрендә һәм Үҙәк һәм Көньяҡ Америка тауҙарында (шул иҫәптән, Утлы Ерҙә) таралған. Башҡортостанда ябай майлы япраҡ үҫә.
Гигрофит, торфлы күрәнле-гипналы, һирәгерәк күрәнле-сфагнумлы карбонатлы һаҙлыҡтарҙа үҫә. Башҡортостан Республикаһында 5 һаҙлыҡта — Салауат районында Арҡауыл, Ҡарағол, Суҡтал, Ҡыйғы районында Озёрский, Дыуан районында Светлый күле һаҙлыҡтарында осрай.
Ботаник яҙма[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Күп йыллыҡ йыртҡыс үлән. Һабағы уҡ рәүешендә, бейеклеге 8—12 см. Япрағы (оҙонлоғо 2—4 см, киңлеге 0,6—2 см) ябай, тығыҙ тамыр яны розеткаһында, горизонталь рәүештә йәйелгән, оҙонса-эллипс формаһында, тупаҡ, төбөнә табан тарайған, өҫкө пластинкаһы асыҡ йәшел төҫтә, биҙле-йәбешкәк. Сәскә уғы яңғыҙ (һирәкләп 2—3), йәшенең бик ваҡ биҙле төктәре бар (сәскә атҡандан һуң юҡҡа сығалар). Сәскәһе яңғыҙ, өҫкө, һалынҡы, ике иренле. Касаһы өсмөйөш айырсалы, емешендә ҡала, тажы күкһел шәмәхә төҫөндә, нескә беҙ рәүешле оҙонайған ҡыуыш үҫентеле. Июнь—июлдә сәскә ата. Емеше — шарға оҡшаған ҡумта, 2 ҡапҡас менән асыла, август—сентябрҙә өлгөрә. Бөжәк ашаусы үҫемлек.
Составы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Составында органик кислоталар, флавоноидтар бар, халыҡ медицинаһында ҡулланыла.
Былар ҡыҙыҡлы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Һыйыр уны ашаһа, һөтө тәмһеҙләнә һәм ҡуйыра.
Башҡортостанда[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Реликт, Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына индерелгән.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Майлы япраҡ — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә Проверено 8 октября 2009 г.
- Жирянка // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.) Проверено 15 февраля 2009 г.
- Майлы япраҡ // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.