Малькова Зоя Алексеевна

From Википедия
Jump to navigation Jump to search

Ҡалып:ФИО

Малькова Зоя Алексеевна
Тыуған көнө:

19 ноябрь 1921({{padleft:1921|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:19|2|0}})

Тыуған урыны:

Рәсәй, Пермь крайы, Кизел[d]

Вафат булыу көнө:

1 сентябрь 2003({{padleft:2003|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (81 йәш)

Вафат булған урыны:

Рәсәй, Мәскәү ҡалаһы

Гражданлығы:

Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй

Ғилми дәрәжәһе:

педагогия фәндәре докторы[d]

Уҡыу йорто:

Мәскәү дәүләт лингвистика университеты[d]

Малькова Зоя Алексеевна (19 ноябрь 1921, Кизел — 1 сентябрь 2003, Мәскәү) — педагог, сағыштырма педагогика белгесе; Мәскәү дәүләт педагогия сит ил телдәре институтының инглиз теле факультетын тамамлаған, РСФСР Педагогия академияһының педагогика тарихы һәм теорияһы институты янындағы аспирантураны уңышлы тамамлаған; педагогия фәндәре докторы, СССР Педагогия фәндәре академияһының мөхбир-ағзаһы (1982); дөйөм педагогика фәнни- тикшеренеү институтының директоры.

Биографияһы[edit | edit source]

Зоя Малькова Кизел (Пермь өлкәһе) ҡалаһында 1921 йылдың 19 ноябрендә тыуған (ул йылдарҙа Кизел Пермь өлкәһенең эшселәр ҡасабаһы була). 1949 йылда Зоя Алексеевна Малькова Мәскәү дәүләт педагогия сит ил телдәре институтын тамамлай. Юғары белем алып сыҡҡандан һуң, дөйөм белем биреү урта мәктәбендә уҡыта башлай. Алдынғы уҡытыусы Малькова Зоя Алексеевна 1956 йылдарҙа СССР Педагогия фәндәре академияһының ғилми-тикшеренеү учреждениелары системаһында ғилми-тикшеренеү эше менән шөғөлләнә башлай. 1972 йылда Малькова Зоя Алексеевна үҙенең педагогия буйынса яҙылған докторлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлай — педагогия фәндәре докторы булып китә. Зоя Алексеевна Малькова 1974-1991 йылдарҙа Дөйөм педагогика ғилми-тикшеренеү институтының директор урынбаҫары һәм директоры булып эшләй. Был институт 1989 йылдан башлап Педагогика теорияһы һәм тарихы ғилми-тикшеренеү институты тип атала.

Бынан тыш Зоя Алексеевна Малькова 1986 йылда СССР Педагогия фәндәре академияһының сағыштырма педагогика фәнни советының рәйесе итеп һайлана. 1982 йылдың 26 мартында СССР Педагогия фәндәре академияһының академигы итеп һайлана. 2003 йылдың 1 сентябрендә Мәскәү ҡалаһында вафат була һәм ҡаланың Ваганьковский зыяратында ерләнә.

Эштәре[edit | edit source]

  • Малькова З. А. Современная школа США. — М., 1971.
  • Малькова З. А. Школа и педагогика за рубежом. — М., 1983. — 191 с.
  • Малькова З. А., Вульфсон Б. Л. Среднее образование в современном мире — М., 1987.
  • Школьные реформы в развитых странах Запада / под ред. З. А. Мальковой, В. С. Митиной — М., 1992. — 157 с.
  • Малькова З. А., Вульфсон Б. Л. Сравнительная педагогика. — М., 1996. — 256 с.

Иҫкәрмә[edit | edit source]

Әҙәбиәт[edit | edit source]

Һылтанмалар[edit | edit source]

  • Малькова Зоя Алексеевна, 19.11.1921 — 01.09.2003 (неопр.). polkmoskva.ru. ГБУ города Москвы «Многофункциональные центры предоставления государственных услуг». Дата обращения 18 ноября 2019.