Мальта архипелагы
Мальта архипелагы | |
![]() | |
Дәүләт |
![]() |
---|---|
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан | Урта диңгеҙ |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 96 метр |
Майҙаны | 316 км² |
![]() |
Мальта архипелагы> — ҙур булмаған архипелаг, Урта диңгеҙҙең үҙәк өлөшөндә, Сицилия утрауынан 93 саҡрым көньяҡта һәм Тунистан 288 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан.
Географияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Мальта архипелагының дөйөм майҙаны — 316 квадрат километр, утрау һыу сығанағына ярлы. Мальтаның башҡа дәүләттәр менән ҡоро ер сиге юҡ. Мальта боғаҙы аша төньяҡта Сицилия утрауы урынлашҡан. Архипелаг өс утрауҙы (Мальта, Гоцо һәм Комино үҙ эсенә ала, ҡалған утрауҙар һәм ҡаяларҙа кешеләр йәшәмәй. Архипелаг утрауҙары Мальта (Иблиян-Мальта[1]) платоһының Сицилияны һәм Төньяҡ Африканы тоташтырған ҡоро ер күпере урынында барлыҡҡа килгән һәм һуңғы боҙланыу осоронан һуң һыу баҫҡан шельф зонаһында ята. Был зона Евразия һәм Африка тектоник плиталары сигендә урынлашҡан.
Геологик яҡтан архипелаг эзбизташтан тора. Иң бейек нөктәһе — Та-Дмейрек түбәһе (диңгеҙ кимәленән 253 метр), Мальта утрауының көньяҡ-көнбайыш ярында урынлашҡан. Балсыҡ һәм ҡомдоң йоҡа ҡатламдары бар. Рельефы башлыса тигеҙ. Утрауҙарҙың эзбизле тоҡомдары елгә ашалыу[2]сан. Мальта субтропик Урта диңгеҙ климатлы. Уртаса айлыҡ температура ҡышын +12 градустан 13 °С-кә, ҡышын +25 — +26 °C-ға тиклем тирбәлә. Йылына 553.3 миллиметр яуым-төшөм тура килә, сентябрҙән мартҡа тиклем башлыса ямғырлы.
Мальта һәм Гоцо территорияһының күпселек өлөшөн тораҡ пункттар биләй. Кеше йәшәмәгән утрауҙар һаҡланыусы биләмә булып тора. Утрауҙарҙа эндемизм юғары дәрәжәгә эйә.
Утрауҙар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Утрау | Ингл. | Мальта. | Халыҡ, кеше (2005) |
Майҙан, км² |
Тығыҙлығы, кеше/км² |
---|---|---|---|---|---|
Мальта | Malta Island[en] | Malta | 373 955 | 246 | 1520,14 |
Гоцо | Gozo[en] | Għawdex | 31 003 | 67 | 462,73 |
Комино | Comino[en] | Kemmuna | 4 | 3,5 | 1,14 |
Коминотто | Cominotto[en] | Kemmunett | — | 0,25 | — |
Делимара | Delimara Island[en] | Ta Sikka' Delimara | — | 0,31 | — |
Фильфл | Filfla[en] | Filfla | — | 0,06 | — |
Павел Изге Утрау | St Paul’s Island[en] | Il-ta Gżejjer' San Pawl | — | 0,1 | — |
Маноэль | Manoel Island[en] | Il-Manwel Gżira | — | — | |
Ҡая бәшмәкле | Fungus Rock[en] | Il-tal Ġebla-Ġeneral | — | 0,006 | — |
Фильфолетта | Filfoletta[en] | Filfoletta | — | — |
Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Мальта ҡалалары
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Реферативный журнал: География. — Изд-во Академии наук СССР., 1994. — 836 с.
- ↑ Мальта // Энциклопедия «Кругосвет».