Мальханов Владимир Борисович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Мальханов Владимир Борисович
Заты ир-ат
Тыуған көнө 24 май 1946({{padleft:1946|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:24|2|0}}) (74 йәш)
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Өфө
Һөнәр төрө офтальмолог
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт медицина университеты
Ғилми дәрәжә медицина фәндәре докторы[d] һәм профессор[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Мальханов Владимир Борисович (24 май 1946 йыл) — офтальмолог. Медицина фәндәре докторы (1997), профессор (2004). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2010). Башҡортостан Республикаһының фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт премияһы лауреаты (2011)[1].

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Владимир Борисович Мальханов 1946 йылдың 24 майында Өфө ҡалаһында тыуған[1]. 1969 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлай һәм шул уҡ йылда Өфө күҙ ауырыуҙары Ғилми-тикшеренеү институтында эшләй башлай. 1974—2013 йылдарҙа бүлек мөдире вазифаһын биләй[1]. 2013 йылдың 12 декабрендә хаҡлы ялға сыға[[2].

Фәнни эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Фәнни эшмәкәрлеге күреү ағзаһының инфекцион, аллергик, аутоиммун һәм башҡа шешеү ауырыуҙарын өйрәнеүгә арналған. Мальханов ҡатнашлығында ауырыуҙарҙың патогенезын, вирусҡа ҡаршы һәм антибиотик препараттарҙы ҡулланыуҙың һөҙөмтәле булыуын өйрәнеү өсөн офтальмоинфекцияларҙың эксперименталь моделдәре (мөгөҙсәнең герпес‑стафилококк сей яраһы һәм герпес‑зәңгәр эренле инфекцияһы, күҙҙең селтәрле ҡабығының хориоретиниты һәм герпетик этиологиялы киҫкен некрозы); аденовируслы һәм хламидиялы конъюнктивиттарҙы, күҙ демодекозын, герпетик кератитты, увеиттарҙы диагностикалау һәм дауалау ысулдары эшләнә[1].

В. Б. Мальханов 520‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 42 уйлап табыу авторы[1].

Төп хеҙмәттәре

Аденовирусные и хламидийные заболевания глаз. Уфа, 1995 (авторҙаш);

Редкие случаи в клинической офтальмологии. Уфа, 2005 (авторҙаш);

Атлас глазной патологии. 2‑е изд. М., 2013 (авторҙаш).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

МАЛЬХАНОВ Владимир Борисович // Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.