Мамистов Михаил Владимирович
Мамистов Михаил Владимирович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | Рәсәй |
Спортта ил өсөн сығыш яһай | Рәсәй |
Тыуған көнө | 26 апрель 1965 (59 йәш) |
Тыуған урыны | Санкт-Петербург, РСФСР, СССР |
Туған тел | урыҫ теле |
Һөнәр төрө | лётчик |
Уҡыу йорто | Калужское авиационное летно-техническое училище[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Мамистов Михаил Владимирович Викимилектә |
Мамистов Михаил Владимирович (26 апрель 1965 йыл, Ленинград) — Рәсәй спорт самолеттары һәм планерҙары пилоты, Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры, Павел Сухойҙың тәжрибә-конструкторлыҡ бюроһы («ОКБ Сухого») летчик-инструкторы, юғары пилотаж буйынса Рәсәй йыйылма командаһы осоусыһы, тренеры — Смолин В. В.
Юғары пилотаж буйынса ярыштар тарихында берҙән-бер 5 тапҡыр Европаның абсолют чемпионы һәм беренсе һәм әлегә берҙән-бер өс тапҡыр абсолют донъя чемпионы — өс тапҡыр юғары пилотаж наградаһы — күсмә Аресть Кубогы эйәһе, планерҙа юғары пилотаж буйынса ике тапҡыр донъяның абсолют чемпионы һәм Европаның абсолют чемпионы, Бөтә Донъя һауа уйындарының ике тапҡыр абсолют чемпионы (1997 йылда — идара ителеүсе планерҙарҙа, 2001 йылда — спорт самолеттарында), Рәсәйҙең 10 тапҡыр абсолют чемпионы.
Планерҙарҙа һәм самолеттарҙа юғары пилотаж буйынса Донъя, Европа чемпионаттарында, Бөтә Донъя һауа уйындарынада 50 алтын, 36 көмөш һәм 19 бронза миҙал яулаған.
Белеме
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ленинград дәүләт университетын (1988) һәм Калуга авиация осоу-техник училищеһын (1997) тамамлаған.
Ҡаҙаныштары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Самолеттарҙа юғары пилотаж буйынса 3 тапҡыр абсолют донъя чемпионы (2001, 2011 йыл, 2017)
- Самолеттарҙа юғары пилотаж буйынса 5 тапҡыр абсолют Европа чемпионы (2004, 2006, 2008, 2012, 2016)
- Планерҙарҙа юғары пилотаж буйынса 2 тапҡыр абсолют донъя чемпионы (1995, 1997)
- Планерҙарҙа юғары пилотаж буйынса абсолют Европа чемпионы (1996)
- Планерҙарҙа юғары пилотаж буйынса беренсе Бөтә Донъя һауа уйындарының абсолют чемпионы (1997)
- Самолеттарҙа юғары пилотаж буйынса икенсе Бөтә Донъя һауа уйындарының абсолют чемпионы (2001)
- «Фристайл» программаһы буйынса 2003 йыл донъя чемпионы
- Гран-при этабында еңеүсе (2007 й.), бер нисә тапҡыр Гран-при этабы призеры (2002, 2004, 2007)
- Самолеттарҙа юғары пилотаж буйынса ун тапҡыр Рәсәйҙең абсолют чемпионы (1994, 1996, 1997, 1998, 2005, 2008, 2009, 2010, 2011, 2012)
- Күсмә Аресть Кубогын (2001, 2011, 2017), Эрик Мюллер Кубогын (2000, 2001), Егоров кубогын (2001, 2003), Штроссенройтер Кубогын (2003) яулаусы.
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Почет ордены (2002)
- Дуҫлыҡ ордены (1996)
- СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1996)
- Халыҡ-ара авиация федерацияһының (ФАИ)Алтын авиация миҙалы (2012)
- Тәүге өс тапҡыр Советтар Союзы Геройы А. И. Покрышкин исемендәге миҙал (1997)
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- FAI World Aerobatic Championships
- Соревнования по высшему пилотажу
- Авиационный спорт
- Самолётный спорт
- Планёрный спорт