Мариан улағы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мариан улағы
Рәсем
Хөрмәтенә аталған Марианские острова[d]
Дәүләт Flag of the United States.svg Америка Ҡушма Штаттары
Административ-территориаль берәмек Төньяҡ Мариан утруҙары
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан Северный Тихий океан[d]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек −10 984 ± 25 метр[1]
Батиметрик карта
Commons-logo.svg Мариан улағы Викимилектә

Мариа́н улағы (йәки Мариа́н сөңгөлө) — океан төбөндәге иң тәрән сөңгөл, Тымыҡ океандың көнбайышында урынлашҡан, Ерҙә билдәле булған сөңгөлдәрҙең иң тәрәне[2]. Атамаһы сөңгөлдөң эргәһендә генә ятҡан Мариан утрауҙары исеменән алынған. Улаҡтың формаһы ярым айға оҡшаш, оҙонлоғо 2 540 км тирәһе, уртаса киңлеге 69 км һәм тәрәнлеге 11 километрға тиклем етә. Соҡор төбөндә өҫкө һыу бағанаһы баҫымдың 1086 бар булыуын күрһәтә, был диңгеҙ кимәлендәге стандарт атмосфера баҫымынан 1071 тапҡырҙан да артығыраҡ. Бындай баҫымда һыу тығыҙлығы 4,96 процентҡа арта. Сөңгөлдөң түбөндә температура 1 градустан 4 °C градусҡа тиклем етә.

Мариан улағының иң тәрән урыны — «Челленджер упҡыны» (ингл. Challenger Deep). Ул улаҡтың көньяҡ-көнбайыш өлөшөндә, Гуам утрауынан көньяҡ-көнбайышҡа табан 340 километрҙа ята (координаттары: төньяҡ киңлектең 11 грудус 22 секундында һәм көнсығыш оҙонлоҡтоң 142 градус 35 секундында). Төрлө мәғлүмәттәр буйынса, максималь тәрәнлеге метр 10 028 тәшкил итә, диңгеҙ киңлегенән диңгеҙ кимәленән 11 034 метр түбән.

А2009 йылда мариан улағы АҠШ-тың милли ҡомартҡыһы булып таныла. Скриппс Океанография Институты тикшеренеүселәре Мариан улағының 10,6 км тәрәнлегендә моноталамея[3] таба. Тупланған мәғлүмәттәр, тип фаразлай улаҡта йәшәүгә һәләтле микроб формаларының булыуын фаразлай.

Тикшеренеүҙәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мариан улағында тәүге үлсәүҙәр (уны асыу) 1875 йылда Британияның «Челленджер» өс мачталы корветында үткәрелә. Үтә тәрән һыуҙа эшләүсе лот (прибор) ярҙамында улаҡтың тәрәнлеге 8367 метр тип билдәләнелә, әммә ҡабат үлсәгәндә прибор 8184 м тәрәнлекте күрһәтә. 1951 йылда инглиз экспедицияһы «Челленджер» ғилми-тикшеренеү судноһында эхолот ярҙамында иң тәрән урындың 10 863 метрға етеүен билдәләй[2]. 1957 йылда «Витязь» совет ғилми-тикшеренеү судноһының 25-се рейсы мәлендә Алексей Добровольский етәкселегендәге бер төркөм ғалимдар үткәргән үлсәүҙәр ваҡытында улаҡтың максималь тәрәнлегенең 11 022 метр булыуы асыҡлана (был — аныҡланған мәғлүмәт, тәүҙә улаҡтың тәрәнлеге 11 022 метр тип хәбәр ителгән була)[2][4]. Артабан совет уҡыу[5] һәм энциклопедик әсбаптарында тап ошо мәғлүмәт Мариан улағының иң тәрән нөктәһе тип атала. Тауыш тиҙлегенең һыуҙың үҙенсәлегенә бәйле булыуы (төрлө тәрәнлектә һыуҙың үҙенсәлектәре лә төрлөсә була) тәрәнлекте үлсәүҙә ҡыйынлыҡтар тыуҙыра, шуға күрә бер нисә горизонтта һыуҙың үҙенсәлектәре махсус приборҙар ярҙамында (батометр һәм термометр) билдәләнергә һәм эхолот ярҙамында алынған мәғлүмәткә төҙәтеүҙәр[6] индерелергә тейеш. 1995 йылдағы тикшеренеүҙәр улаҡтың тәрәнлеге 10 920 м, ә 2009 йылдағыһы 10 971 м булыуын күрһәтә. 2011 йылғы тикшеренеүҙәрҙә — ±40 метр аныҡлыҡ менән сөңгөлдөң тәрәнлеге 10 994 метр тип таныла. Шулай итеп, улаҡтың «Челленджер упҡыны» (ингл. Challenger Deep) тип аталған иң тәрән нөктәһе диңгеҙ кимәленән Эверест тауының иң бейек нөктәһенән дә арыраҡ урынлашҡан.

Амфипода Hirondellea gigas, 10 900 метр тәрәнлектә көн итә

Нью-Гэмпшир (АҠШ) университетының океанографик экспедицияһы үткәргән тикшеренеүҙәр Мариан улағында тауҙар булыуын асыҡлай[7]. 2010 йылдың август-октябрендә үтә улар, күп нурлы эхолот ярҙамында улаҡ төбөнөң майҙаны (400 000 кв. км) ентекләп тикшерелә. Һөҙөмтәлә Тымыҡ океан һәм Филиппин литосфер плиталары бер-береһенә тейеп торған урында, кәм тигәндә, бейеклектәре 2,5 км-ға еткән дүрт тау һыртының Мариан улағы төбөн ҡырҡып үтеүе асыҡлана. Тикшеренеүселәрҙең береһе шундай аңлатма бирә: «Был урында океандың төбө бик ҡатмарлы… Тау һырттары литосфер плиталарҙың даими хәрәкәте һөҙөмтәһендә яҡынса 180 миллион йыл элек барлыҡҡа килә. Тымыҡ океан плитаһының ситке өлөшө миллионлаған йылдар буйына, боронғораҡ һәм ауырыраҡ булғанға күрә, әкренләп Филиппин плитаһы аҫтына инә бара, шулай итеп океан төбөндә һырттар йыйырсыҡтары хасил була… »[7].

Сөңгөл төбөнә төшөү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Триест» океан төбөнә сумыр алдынан.
1960 йылдың 23 ғинуары
  • 1960 йылдың 23 ғинуарында АҠШ Хәрби-диңгеҙ көстәре лейтенанты Дон Уолш тикшеренеүсе Жак Пикар менән бергә Жактың атаһы Огюст Пикар проекты буйынса төҙөлгән «Триест» батискафында Мариан улағы төбөнә беренсе тапҡыр сума. Приборҙар рекорд тәрәнлеген — 11 521 метр (аҙаҡ төҙәтелгән дәүмәл — 10 918 м) теркәй. Улаҡ төбөндә тикшеренеүселәр 30 см ҙурлығындағы камбалаға яҫы балыҡтар булыуын күрә.
  • 1995 йылдың 24 мартында улаҡ төбөнә төһөрөлгән «Кайко» (япон. 海溝) япон зонды 10 911,4 метр тәрәнлекте теркәй. Зонд улаҡ төбөнән алған һынау өлгөләрендә тере организмдар — фораминиферҙар табыла.
  • 2009 йылдың 31 майында Мариан улағына автоматик һыу аҫты аппараты «Нерей» (лат. Nereus) (ҡара Нерей, древнегреческая мифология) сума. Аппарат 10 902 метр тәрәнлеккә төшөп ултыра, бер нисә видео һәм бер нисә фото төшөрә, шулай уҡ улаҡ төбөндәге ултырмаларҙы тикшереү өсөн ала.
  • 2012 йылдың 26 мартында кинорежиссёр Джеймс Кэмерон тарихта Донъя океанының иң тәрән нөктәһенә төшөп еткән өсөнсө кеше, һәм был хәүефле «сәйәхәтте» бер үҙе генә башҡарған берҙән-бер кеше була. Кэмерон Мариан улағына бер урынлы һәм кино таҫмаһына төшөрөү өсөн махсус яҡтылыҡ һибеүсе ҡорамал менән йыһазландырылған «Дипси челленджер» аппаратында төшә. Кино төшөрөү 3D форматында башҡарыла, бының өсөн батискаф махсус яҡтыртҡыс ҡорамал менән йыһазландырылған була. Кэмерон "Челленджер упҡыны"на — улаҡтың 10 898 метр тәрәнлектәге участкаһына төшөп етә (теүәл иҫәпләүҙәр батискафтың 10 908 метр тәрәнлеккә етеүен күрһәтә, ә төшә башлаған мәлдә приборҙа күренгән 10 898 метр тәрәнлеккә түгел). Ул тау тоҡомо, тере организмдар өлгөләрен ала һәм, 3D-камераһын ҡулланып, киноға төшөрә. Кинорежисмсер төшөргшән кадрҙар «National Geographic Channel» каналы буйынса күрһәтелгән Джеймс Кэмерондың Ер үҙәгенә табан сәйәхәт (2012) тип аталған фәнни-документаль фильмдының нигеҙенә ята.
  • 2019 йылдың 28 апрелендә Виктор Весково, 10928 метр тәрәнлеккә төшөп, донъя рекордын ҡуя. Ул донъялағы иң юғары нөктәгә — Эверест түбәһенә менгән һәм донъялағы иң түбән нөктә булған Мариан улағына төшкән кеше.
  • 2020 йылдың 8 майында Рәсәйҙең автономиялы кешеһеҙ «Витязь-Д» һыу аҫты аппараты беренсе тапҡыр Мариан уйпаты төбөнә төшә. Приборҙар аппараттың 10 028 метр тәрәнлеккә төшөүен теркәй. «Улаҡҡа төшөп етеү һәм ҡайтанан һыу өҫтөнә сығыуҙы иҫәпләмәйенсә, миссияның өс сәғәт дауам итеүе теркәлә», — тип хәбәр итәләр Фонде Перспектив тикшеренеүҙәр фондында (ФПИ). Мариан улағы төбөнә Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына арналған вымпел төшөрөлә. Аппарат океан төбөн картаға, фотоға һәм киноға төшөрә, ғалимдар диңгеҙ мөхите параметрҙарын өйрәнә. «Витязь-Д» комплексы составына автономиялы кеше ултырмай торған аппарат, тәрән һыу төбөндә йөрөй алған станция һәм идара итеү пункты аппаратураһы инә. Комплекстың карап йыһаздары гидроакустик канал буйынса һыу өҫтөндә булған судноның һыу аҫтындағы аппарат һәм океан төбөндәге станция менән реаль ваҡыт режимында бәйләнешен тәьмин итә. «Был районда быға тиклем эшләгән Kaiko (Япония) һәм Nereus (США) аппараттарынан айырмалы рәүештә „Витязь“ аппараты тулыһынса автонимиялы режимда эшләй. Аппараттың идара итеү системаһында яһалма интеллект элементтарын ҡулланыу арҡаһында, ул юлында осраған ҡаршылыҡтарҙы үҙаллы урап үтергә, сикләнгән аралыҡтан сығыу юлын табырға һәм башҡа интеллектуаль мәсьәләләрҙе хәл итергә һәләтле.», — тинеләп ФПИ-ла.
  • 2020 йылдың 7 июнендә Марианской улағы төбөнә беренсе тапҡыр ҡатын-ҡыҙҙарҙан Кэтрин Салливан төшә. Виктор Весково уның пилоты була.
  • 2020 йылдың 12 июнендә Мариан улағы төбөндә икенсе ҡатын-ҡыҙ Эверест түбәһен яулаған альпинист Ванесса О Брайен төшә.
  • 2020 йылдың 20 июнендә, Тылған шәхес Дон Уолштың улы Келли Уолш Челленджер Упҡынына төшә һәм Мариан улағында булған кешеләрҙең һанын 12-гә еткерә Уның да пилоты Виктор Весково була.
  • 2020 йылдың 25 июнендә, ученый из Океан аккустикаһы лабораторияһы ғалимы Ин-Цонг «YT» Лин, Азия ҡитғаһынан беренсе булып, Мариан улағына төшә. Виктор Весково уның пилоты була.
  • 2020 йылдың 15 ноябрендә Челленджер Упҡынына, 10909 метр тәрәнлеккә Ҡытайҙың тәрән һыуҙа йөрөй торған «Фэньдоучже» («Борец») автономиялы аппараты төшә, уның бортында өс кеше була[8].

Геологияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мариан улағының хасил булыу схемаһы

Улаҡ Мариан утрауҙары буйлап 1500 километрға һуҙылған. Ул V-ҡиәфәтендәге профилгә эйә: текә (7—9°) битләүҙәр, һәм һикәлтәләр ярҙамында бер нисә ябыҡ бүлкәттәргә бүленгән яҫы төбө 1—5 километрға һуҙыла. Төбөндә һыу баҫымы 108,6 МПаға етә, был Донъя океаны кимәлендәге нормаль атмосфера баҫымынан яҡынса 1072 тапҡырға күберәк. Соҡор ике тектоник плитә тоташҡан урында ята, тап ошо ярылған урында Тымыҡ океан плитәһе, үтә әкрен генә хәрәкәт итеп, Филиппин плитәһе аҫтына шыуышып инә бара.

Факттар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 2016 йылдың июнендә тикшеренеү һөҙөмтәләре баҫылып сыға, уға ярашлы Мариан упҡынының тәрән һыуындағы ҡыҫалаларҙа, океандың яр буйҙарындағы һыуҙарҙағы ҡыҫалаларға ҡарағанда, ағыулы матдәләр кимәле бик юғары[9].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Gardner J. V., Armstrong A. A., Calder B. R., Beaudoin J. So, How DeepIsthe Mariana Trench? (ингл.) // Marine GeodesyTaylor & Francis, 2014. — Vol. 37, Iss. 1. — P. 1—13. — ISSN 0149-0419; 1521-060Xdoi:10.1080/01490419.2013.837849
  2. 2,0 2,1 2,2 Кравчук П. А. Рекорды природы. — Любешов: Эрудит, 1993. — С. 23—24. — 216 с. — ISBN 5-7707-2044-1.
  3. Giant amoeba found in Mariana Trench – 6.6 miles beneath the sea (26 October 2011). 23 март 2012 тикшерелгән.
  4. Кравчук П. А. «Географический калейдоскоп[uk]». — Киев: Радянська школа, 1988. ISBN 5-330-00384-9
  5. Максимов Н. А. Физическая география. Учебник для 5 класса / Под редакцией профессора Н. А. Гвоздецкого. — 18-е изд. — М.: Просвещение, 1986. — С. 67.
  6. И. М. Белоусов Совершенно неизвестные страны // За тайнами Нептуна : Книга. — М.: Мысль, 1976. — С. 179—185.
  7. 7,0 7,1 Необходимо задать параметр title= в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметр url= в шаблоне {{cite web}}. .
  8. Китайский аппарат Fendouzhe опустился на дно Марианской впадины, REGNUM (15.11.2020).
  9. Man-made pollutants found in Earth’s deepest ocean trenches : Nature News & Comment

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]