Эстәлеккә күсергә

Мария Лассниг

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мария Лассниг
нем. Maria Lassnig
Тыуған:

8 сентябрь 1919({{padleft:1919|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:8|2|0}})[1][2][3][…]

Тыуған урыны:

Германия Австрияһы, Каппель-ам-Краппфельд

Үлгән:

6 май 2014({{padleft:2014|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:6|2|0}})[1][2][4][…] (94 йәш)

Үлгән урыны:

Вена, Австрия[1][5][6][…]

Ил:

 Австрия[7]

 Работы

Мария Лассниг (нем. Maria Lassnig; 8 сентябрь 1919 йыл, Каппель-ам-Краппфельд — 6 май 2014 йыл, Вена) — Австрия рәссамы.

Тормош юлы һәм ижады

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Фреска,Свитбер Лобиссер менән уртаҡ эш, 1943

Үҙенең беренсе һөнәре буйынса М. Лассниг үҙенең тыуған Каринтияһында уҡытыусы булған. 1941 йылда ул Венаға күсеп килгән һәм унда урындағы һынлы сәнғәт Академияһына уҡырға ингән. Уның эштәрен дегенератив сәнғәт әҫәре тип һанағанлыҡтан, Академияла уҡыуын тамамламайынса, 1943 йылда унан сығып киткән. 1945 йылда М. Лассниг Академияһын тамамлай һәм Клагенфуртҡа әйләнеп ҡайта. 1948 йылда уның беренсе шәхси күргәҙмәһе ҡуйылған.

1951 йылда ул яңынан Венаға килә; стипендия алғас, рәссам 1952 йылда Парижға китә. Бында ул 1952 йылда Андре Бретон, Пауль Целан, Беньямин Пере һ. б. француз сюрреалистары менән таныша. Үҙ ижадының башында ул сюрреализм менән мауыға. 1954 йылда, Вена Академияһының Альберт Гютерсло синыфында уҡыған М. Лассниг Вена Академияһын тамамлап сыға. Рәссам Арнульф Райнер менән бергә ул АВстрия сәнғәтенең информель йүнәлешенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе булып һанала .

1961 һәм 1968 йылдар араһында М. Лассниг Парижда йәшәй һәм эшләй. Акварелдәр менән 2-шәр метрлы «тән» фигуратив әҫәрҙәрен яҙа, тик уларҙы бер ваҡытта ла күргәҙмәгә ҡуймай.1968 йылда рәссам Нью-Йоркка килә һәм бында үҙ оҫтаханаһын аса.1970 йылда ул урындағы мәктәптә визуаль сәнғәт (School of Visual Arts).анимацион рәсем курстарында уҡый.

16 мм-лы кинокамера һатып алғас М. Лассниг бер нисә фильм төшөрә. Рәссамдың анимациялы кинематографик эштәренең йыйынтығы һуңғараҡ Венаның Альбертино музейында уның ҙур ретроспективаһында күрһәтелгән. 1978 йылда ул йыйынтыҡ Берлинда DAAD мәҙәниәт программаһы сиктәрендә күрһәтелгән. 1980 йылда рәссам Венаға әйләнеп ҡайта һәм урындағы ғәмәли сәнғәт университетында рәсем сәнғәте кафедраһының профессоры булып эшләй. М. Лассниг яҙған әҫәрҙәр хәҙерге заман сәнғәте documenta күргәҙмәләрендә 1982 һәм 1997 йылдарҙа ҡуйылған. М. Ласснигтың шәхси күргәҙмә эштәре Нью-Йорк, Париж, Цюрих, Рим, Вена, Дюссельдорф, Мюнхен, Франкфурт-на-Майне, Гаага, Нюрнберг, Люцерн һ. б. ҡалаларының музейҙарында ҡуйылған.

Бүләктәре һәм премиялары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • 1988 — Австрияның сәнғәт өлкәһендәге Ҙур дәүләт премияһы .
  • 1998 — Оскар Кокошка премияһы.
  • 2002 —Рубенс премияһы .
  • 2004 — Макс Бекман премияһы.
  • 2005 — «Фән һәм сәнғәт өсөн» Австрия иленең маҡтау билдәһе.

CHAIRS (1971), 16 mm, Farbe, Ton, 4 Minuten; zu Musik bewegen sich Stühle wie Menschen SELFPORTRAIT (1971), 16 mm, Farbe, Ton, 5 Minuten; Lebensrückblick im Zeichentrick, erhielt 1972 den New York State Council — Preis COUPLES (1972), 16 mm Farbe, Ton, 10 Minuten; am Telefon und im Bett sprechen ein Verführer und ein Opfer miteinander: «Du halfst mir, du machtest mich stark — aber du kannst mir nichts vorwerfen; wer so blind liebt, bezahlt mit dem Tod.» SHAPES (1972), 16 mm, Farbe, Ton, 10 Minuten; menschliche Silhouetten bewegen sich nach Musik von Bach PALMISTRY (1973), 16 mm, Farbe, Ton, 10 Minuten; A. ein dickes Mädchen weigert sich, dünn zu werden, um Männern zu gefallen; B. das erste Mal, C. beim Handleser: eine Gegenüberstellung von schrecklichem Aberglauben und schrecklicher Wissenschaft ART EDUCATION (1976), 16 mm, Farbe, Ton, 16 Minuten; feministische Auslegung berühmter Gemälde von u.a. Michelangelo, Vermeer MARIA LASSNIG KANTATE (1992), 35 mm, Farbe, Ton, 8 Minuten; Idee, Text, Gesang, Zeichnung, Animation Maria Lassnig, Produktion Hubert Sielecki: «Es ist die Kunst jaja, die macht mich immer jünger, sie macht den Geist erst hungrig und dann satt!»

Сәнғәт тураһындағы әҫәрҙәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Keine Verteidigung, Manifest zur Ausstellung 'Unfigurative Malerei', Klagenfurt, 1951 Malrezepte, Katalog Galerie St. Stephan, Wien, 1960 Chancen für Kreative, Protokolle 68, Wien, 1968 Über die Kopfheiten, Zu den Strichbildern, Neuere Bilder, Biographie, Monographie zur Ausstellung, Ritter Verlag, Klagenfurt, 1985 Die Feder ist die Schwester des Pinsels: Tagebücher 1943 bis 1997 / Maria Lassnig. Hrsg. von Ulrich Obrist. DuMont, Köln 2000, ISBN 3-7701-5295-6 Landleute, Ritter Verlag Klagenfurt, 2004, ISBN 3-85415-355-4

  • Silke Andrea Schuemmer: einmal von außen, dann von innen. Die Konstituierung des Ichs in den Selbstportraits Maria Lassnigs, ihre bildnerische Umsetzung von Gefühlen und Empfindungen und die Frage nach der Übertragbarkeit des literarischen Begriffs des 'Inneren Monologs' auf Selbstbildnisse. Dissertation an der RWTH Aachen, 2002
  • Albina Colden, Benedikt Mandl: «Empathische Synästhetik — Maria Lassnigs Bilder von der Inneren Welt» Aurora Magazin, 2007