Мария Магдалина сиркәүе (Андреево-Мелентьево)
Православие ҡорамы | |
Мария Магдалина сиркәүе
| |
Ил | Рәсәй |
Ауыл | Андреево-Мелентьево |
Конфессия | Православие |
Епархия | Урыҫ Православие Сиркәүенең Ростов һәм Новочеркасск епархияһы<nowiki> |
Нигеҙләүсе | Андрей Фёдорович Мелентьев |
Төҙөлгән ваҡыты | 1815 |
Бөгөнгө хәле | эш итеүсе |
Сайт | Рәсми сайт |
Мария Магдалина сиркәүе Викимилектә |
Мария Магдалина сиркәүе— Мәскәү Патриархаты Урыҫ Православие Сиркәүенең Ростов һәм Новочеркасск епархияһының Андреево-Мелентьево ауылындағы православие сиркәүе.
Адресы: 346841, Ростов өлкәһе, Неклиновский районы, Андреево-Мелентьево ауылы, Еңеү урамы , 9-сы йорт.
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]XIX быуаттың 20 йылдарында йөрөүселәрҙең, ауылдың Андреево-Мелентьево ауылы кешеләренең дини ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереү маҡсатында Изге Мария-Магдалина сиркәүе төҙөлгән. Уны Ватан һуғышында Наполеонға ҡаршы һуғышҡан һәм 4-се дәрәжә Изге Георгий ордены менән бүләкләнгән отставкалағы инфантерия генералы алпауыт Андрей Мелентьевтың аҡсаһына төҙөгәндәр.
Кирбес сиркәүҙе ун йыл төҙөгәндәр, төҙөлөп бөткәс уны алпауыт ҡыҙы Марияның исеме менән изге Мария Магдалина сиркәүе тип атағандар[1].
1930 йылға тиклем сиркәүҙә ғибәҙәт ҡылғандар. Һуңынан ғибәҙәтхананы япҡандар, ә уның подвалында Таганрог ҡалаһының ябыҡ монастырҙарының береһенән килгән суфый ҡатын-ҡыҙҙар йәшәгән.
1948 йылда сиркәү яңынан асылып, 1960 йылға тиклем эшләп килгән. Сиркәүҙе ҡыйырһытыу йылдарында уның бинаһын төҙөлөш материалдары склады итеп файҙаланғандар. 80-се йылдарҙа бинала янғын сығып, сиркәүҙең таш стеналары ғына тороп ҡалған. Стеналағы фрескалар ҙа юҡҡа сыҡҡан. Ғибәҙәтхананы янғын ҡалдыҡтарынан таҙартҡан саҡта бина подвалында Федор һәм Андрей Мелентьевтарҙың сиркәүҙәге кәшәнәһен тапҡандар. Кәшәнәләге кешеләрҙең ҡалдыҡтары яҡшы хәлдә һаҡланып ҡалған, унда һуғышсыларҙың матур эполетлы мунддирҙары ла янмай ҡалған.
1992 йылдың сентябрь айында ауылда рәсми рәүештә сиркәү йәмғиәте теркәлгән. Емерелгән сиркәүҙе аҡрынлап тергеҙә башлағандар.
Сиркәүҙе тергеҙеүҙә бик күп кешеләр ҡатнашҡан."Сармат" колхозы, башында А. А. Геращенко торған район хакимиәте төҙөлөш эштәренә аҡсалата ярҙам күрһәткән. Тергеҙелә башлаған сиркәүҙә 4 айҙан һуң — 1993 йылдың 7 ғинуарында ғибәҙәт ҡылыу башланған.
1994 йылда сиркәүҙең ҡыңғырау манараһы төҙөлөп бөткән. Ҡыңғырауҙарҙы Воронеж ҡалаһының предприятиеларының береһендә ҡойғандар. 2000 йылда, Таганрог эшҡыуарҙары сиркәү иҙәне һәм иконостас өсөн мәрмәр плитәләр һатып алғандар. Хәҙерге ваҡытта сиркәү бинаһы тергеҙелгән. Унда йәкшәмбе мәктәбе, «Преображение» хәрби-патриотик клуб эшләй.
Дин әһелдәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1992 йылдан алып Изге Мария Магдалина сиркәүенең өлкән руханийы — протоиерей Николай Николаевич Бандурин.
Изге әйберҙәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Изге Кукша Одесскийҙың изге һөйәктәре;
- Изге Мария Магдалинаның сиркәү иконаһы.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Андреево-Мелентьево. Церковь Марии Магдалины
- Храм Святой равноапостольной Марии-Магдалины в селе Андреево-Мелентьево
- Церковь Марии Магдалины 2017 йыл 21 апрель архивланған.
- Приходская жизнь сельского священника.(недоступная ссылка) О настоятеле храма св. Марии Магдалины в селе Андреево-Мелентьево(недоступная ссылка)
- Приход храма равноапостольной Марии Магдалины
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Марие-Магдалининский храм с. 2017 йыл 1 июнь архивланған.