Эстәлеккә күсергә

Мари-Луиз Колейро Прека

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мари-Луиз Колейро Прека
ингл. Marie Louise Coleiro Preca
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Мальта
Тыуған көнө 7 декабрь 1958({{padleft:1958|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:7|2|0}})[1] (66 йәш)
Тыуған урыны Корми[d], Мальта, Бөйөк Британия короллеге[d]
Хәләл ефете Edgar Preca[d]
Һөнәр төрө сәйәсмән
Эш урыны БДО
Биләгән вазифаһы Мальта президенты, Мальта Вәкилдәр палатаһы ағзаһы[d] һәм Европа Советы Парламент ассамблеяһының алмаштырыусы ағзаһы[d][2]
Уҡыу йорто Мальта университеты[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Лейборист партияһы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
кавалер Большого креста, декорированного Большой лентой ордена «За заслуги перед Итальянской Республикой» орден Заслуг орден князя Ярослава Мудрого I степени Большая цепь ордена Инфанта дона Энрике Большой крест особой степени ордена «За заслуги перед Федеративной Республикой Германия»
Рәсми сайт president.gov.mt/il-pres…[3]
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 9195
 Мари-Луиз Колейро Прека Викимилектә

Мари-Луиз Колейро Прека (ингл. Marie Louise Coleiro Preca, 7 декабрь 1958 йыл, Корми, Мальта таж колонияһы) — Мальта сәйәсмәне. 2014 йылдың 4 апреленән Мальта президенты. Лейборист партияһы ағзаһы[4].

Мари-Луиз Колейро Прека 1958 йылдың 7 декабрендә Мальта таж колонияһының Мальта утрауының үҙәгендәге Корми ҡалаһында тыуған. Мальта университетын тамамлай.

1982—1991 йылдарҙа партияның генераль сәркәтибе вазифаһын үтәй һәм Мальта паритияһын етәкләгән тәүге ҡатын-ҡыҙ була. Бынан тыш төрлө осорҙа социалистик йәштәр милли бюроһы ағзаһы, партияның ҡатын-ҡыҙҙар бүлеге рәйесе (1996—2001) һәм «Il-Ħelsien» партия гәзитенең нәшриәтсеһе була.

1998 йылда Лейборист партияһынан Мальта парламентына депутат итеп һайлана. Альфред Сант партия етәксеһе вазифаһын ҡалдырғас, яңы лидерҙы һайлауҙарҙа уңышһыҙ ҡатнаша. 2013 йылдың мартында Джозеф Мускат хөкүмәте ағзаһы булып, ғаилә һәм социаль теләктәшлек министры вазифаһын биләй. 2014 йылдың мартында илдең премьер-министры уны Мальта президент вазифаһына тәҡдим итә һәм тиҙҙән ул был вазифала раҫлана[5]. Шул уҡ йылдың 4 апрелендә яңы президент үҙ вазифаһын үтәй башлай.

  • Мари-Луиз Колейро Прека, Агата Барбаранан һуң, ҡатын-ҡыҙҙар араһынан Мальтаның икенсе президенты була[6].
  • Мари-Луиз Колейро Прека Мальтаның иң йәш президенты булып тора[4].

Мальта наградалары