Мартина Храпанова

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Мартина Храпанова
Рәсем
Заты ҡатын-ҡыҙ
Гражданлығы Flag of Slovakia.svg Словакия
Тыуған көнө 14 декабрь 1989({{padleft:1989|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) (31 йәш)
Тыуған урыны Словакия, Банска-Бистрица крайы, Ревуца[d]
Һөнәр төрө биатлонист
Спорт төрө Биатлон
Ҡатнашыусы 2014 йылғы Ҡышҡы Олимпия уйындары
Commons-logo.svg Мартина Храпанова Викимилектә

Мартина Храпанова (чех Martina Chrapánová; 14 декабрь, 1989) — словак биатлонсыһы, донъя кубогы этаптарының Словакия йыйылма командаһы составында ҡатнашҡан.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мартина Храпанова 1989 йылдың 14 декабрендә тыуған. Храпанова биатлон менән 10 йәштән шөғөлләнә башлай. 2006 йылда йәш спортсы IBU кубогында тәүге тапҡыр сығыш яһай. 2008 йылда Германияның Рупольдинг ҡалаһында йәштәр кимәлендә үткән юниорҙар чемпионатында спринтта 11-се урын иң яҡшы һөҙөмтәһе була. 2009 йылда Өфөлә уҙғарылған Европа чемпионатында Мартина эстафета йыйылмаһы составында пьедесталға яҡын 5-се урынға күтәрелә.

Донъя кубогы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2008 / 2009 йылдар миҙгелендә Храпанова Донъя кубогында тәүге тапҡыр дебют яһай, унда ул эстафета ярышында, шулай уҡ спринтта сығыш яһай. Киләһе Донъя кубогында словачка 2010 / 2011 йылдар миҙгелендә генә стартҡа сыға ала. Тәүге кубок мәрәйҙәрен Храпанова 2012 / 2013 йылдар миҙгелендә генә яулай. Тәүҙә Эстерсундтағы 1-се этапта ул шәхси уҙышта 39-сы, һуңынан Хохфильцендағы 2-се этапта 37-се урынды ала. 2015 / 2016 йылдар миҙгеленән һуң Мартина Храпанова спорт карьераһын тамамлай[1].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]