Эстәлеккә күсергә

Махсус бүлек

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Махсус бүлек
Рәсем

Махсус бүлек — ВЧК — ГПУ — ОГПУ — НКВД — СССР Дәүләт именлеге комитетының хәрби контрразведкаһы атамаһы. СССР тарҡалғандан һуң — Рәсәй Федераль именлек хеҙмәте, Беларусь Республикаһы Дәүләт именлеге комитеты, Украина именлек хеҙмәтенең хәрби контрразведкалары атамаһы.

Махсус бүлектәр 1918 йылдың 19 декабрендә РКП(б) Үҙәк Комитеты Бюроһы ҡарары буйынса ойошторола, уға ярашлы фронт һәм армия ЧК-лары Хәрби контроле органдары берләштерелә һәм уларҙың нигеҙендә яңы орган — РСФСР-ҙың Халыҡ Комиссарҙары Советы ҡарамағында ВЧКның Махсус бүлеге булдырыла. Артабан фронттар, хәрби округтары, армиялар, флотилиялар махсус бүлектәре һәм губерна ЧК-лары янында махсус бүлектәр булдырыу менән ғәскәрҙәрҙә именлек органдарының берҙәм үҙәкләштерелгән системаһы ойошторола.

1934—1938 йылдарҙа хәрби контрразведка Махсус Бүлек булараҡ (1936 декабренән — 5-се) СССР НКВД (ГУГБ) дәүләт именлеге Баш идаралығы составына инә. 1938 йылдың мартында ГУГБ-ның бөтөрөлөүе менән, 5-се Бүлек базаһында СССР НКВД-һында 2-се Идаралыҡ булдырыла, әлеге идаралыҡ ҡарамағында бөтә махсус бүлектәр булай. 1938 йылдың сентябрендә үк, Л. П. Берияның (наркомдың беренсе урынбаҫары) башланғысы буйынса сираттағы үҙгәртеп ҡороу барышында, ГУГБ тергеҙелә, ә 2-се Идаралыҡ уның составына 4-се (Махсус) бүлек булараҡ индерелә.

Уның буйһоноуында — РККА-ла, РККВ-ла, НКВД ғәскәрҙәрендәге Махсус бүлектәр (ОО).

1941 йылдың 3 февралендә ВКП(б) Үҙәк Комитеты Политбюроһының «СССР НКВД-һынан Махсус бүлекте СССР Оборона наркоматы һәм Хәрби-диңгеҙ флоты наркоматы ҡарамағына тапшырыу тураһында» ҡарары ҡабул ителә, уға ярашлы СССР НКВД (ГУГБ) Махсус бүлеге бөтөрөлә, уның урынына Оборона Халыҡ һәм Хәрби-диңгеҙ флотының Халыҡ Комиссариаттарының өсөнсө идаралыҡтары булдырыла. НКВД-ла шулай уҡ үҙенең 3-сө бүлеге ҡала, ул тейешле функцияларҙы НКВД органдарында һәм ғәскәрҙәрендә башҡара. Бөтә өсөнсө идаралыҡтар начальниктары үҙ наркомдарына буйһоналар.

Оборона Халыҡ Комиссариатын А. Н. Михеев етәкләй, Хәрби-диңгеҙ флоты Халыҡ Комиссариатын — А. И. Петров, НКВД-ның 3-сө бүлеген — А. М. Белянов.

1941 йылдың 17 июлендә Дәүләт оборона комитеты ҡарары менән ғәмәлдәге армияларҙағы, шулай уҡ хәрби округтарҙағы 3-сө Идаралыҡ органдары — Махсус бүлектәр, ә 3-сө Идаралыҡ — Махсус бүлектәр Идаралығы тип үҙгәртелә. Махсус бүлектәр Идаралығы һәм Махсус бүлектәр СССР НКВД-һына буйһона. А Шул уҡ ваҡытта «кәрәк булған осраҡта» Махсус бүлектәргә дезертирҙарҙы тотҡан урында атып үлтереү хоҡуғы бирелә[1].

НКВД Махсус Бүлеге начальнигы, урынбаҫары һәм оперуполномоченныйҙары функцияларына түбәндәгелә инә:

  • подразделениеның сәйәси һәм әхлаҡи торошон күҙәтеү;
  • совет ҡануниәтенә ярашлы хыянат, шпионаж, диверсия, терроризм тип нарыҡланған эшмәкәрлек алып барған кешеләрҙе асыҡлау;
  • советтарға ҡаршы агитация алып барған контрреволюцион ойошмаларҙы һәм төркөмдәрҙе фашлау;
  • дәүләт енәйәттәр буйынса тикшереүҙе прокуратура күҙәтеүе аҫтында алып барыу һәм хәрби трибуналдарға тапшырыу дәүләт ҡарамағындағы хәрби трибуналға тапшырылды буйынса енәйәт эштәрен тикшереү менән прокуратура күҙәтеүе аҫтында.

Званиелар, кейем формаһы һәм айырыу билдәләре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Дәүләт именлеге өлкән лейтенанты М. А. Казаковтың таныҡлығы (1941)

СССР НКВД ГУГБ махсус органдары тураһындағы СССР НКО/НКВД берлектәге 91/183-се һанлы бойороғо менән хәрби разведка хеҙмәткәрҙәре өсөн форма кейеме һәм айырыу билдәләре раҫлана, шул иҫәптән, махсус хәрби-техник белемгә эйәлған йәки армия командирҙар стажы ҙә армия команда стажы булған махсус бүлектәре хеҙмәткәрҙәренә командирҙар составы форма кейемен һәм айырыу билдәләрен йөрөтөргә рөхсәт ителә.

Шул уҡ ваҡытта, СССР НКВД ГУГБ Махсус бүлектәре үҙәк аппараттарының шәхси һәм Эске эштәр УГБ территориаль органдарының махсус бүлектәре составына, шулай уҡ РККА-нан һәм Һауа-диңгеҙ көстәренән тыш эшләгән учреждениеларға НКВД начсоставы форма кейеме билдәләнә. Эске эштәр наркоматын булдырғанға тиклем дә, 1934 йылдың июленән һуң да махсус бүлектәре оператив хеҙмәткәрҙәре беркетелгән хәрби частар йәки учреждениеларҙың кейем формаһын ҡулланған: ҡоро ер ғәскәрҙәрендә — петлицалар, флотта — еңдәге билдәләр.

Махсус бүлектәре хеҙмәткәрҙәре өсөн биләгән вазифаларына тап килгән категориялар буйынса айырыу билдәләре раҫлана:

  • 13-се категория (4 ромб):
    • Үҙәк ОГПУ -ның Махсус бүлеге (МБ) начальнигы уның урынбаҫарҙары.
  • 12-се категориялары (3 ромб):
    • Үҙәк ОГПУ -ның Махсус бүлеге начальнигы ярҙамсылары;
    • Хәрби округының ОГПУ МБ начальниктары һәм уларҙың урынбаҫарҙары;
    • ОГПУ/ГПУ-ның төбәк тулы хоҡуҡлы вәкиллектәре МБ начальниктары/
  • 11-се категория (2 ромб):
    • Үҙәк ОГПУ-ның Махсус бүлеге часы, бүлексәһе начальниктары;
    • Үҙәк ОГПУ-ның Махсус бүлеге сәркәтибе;
    • ОГПУ/ГПУ төбәк тулы хоҡуҡлы вәкиллектәре МБ начальнигы урынбаҫарҙары һәм ярҙамсылары;
    • Край Һауа-диңгеҙ көстәре, ғсәкәрҙәр төркөмө, корпустың ОГПУ МБ начальниктары һәм уларҙың урынбаҫарҙары.
  • 10-сы категория (1 ромб):
    • Үҙәк ОГПУ Махсус бүлегенең айырым йөкләмәләр өсөн хеҙмәткәрҙәре, оперуполномоченныйҙары;
    • Армия, флот, край хәрби-диңгеҙ көстәре, ғәскәрҙәр төркөмө Хәрби Округы НКВД, ОГПУ/ГПУ төбәк тулы хоҡуҡлы вәкиллектәре МБ бүлексәләре начальниктары;
    • Дивизия, айырым бригада, флотилия ОГПУ МБ начальниктары.
  • 9-сы категория (3 дүртмөйөш):
    • Үҙәк ОГПУ Махсус бүлеге уполномоченныйҙары;
    • ОГПУ/ГПУ төбәк тулы хоҡуҡлы вәкиллектәре МБ оперуполномоченныйҙары һәм бүлексә начальнигы ярҙамсылары;
    • Хәрби округтары, армия, флот, ғәскәрҙәр төркөмө, дивизия, бригада, флотилия ОГПУ МБ уполномоченныйҙары.
  • 8-се категория (2 дүртмөйөш):
    • Үҙәк ОГПУ МБ секретары ярҙамсыһы, уполномоченныйҙың ярҙамсылары;
    • ОГПУ/ГПУ төбәк тулы хоҡуҡлы вәкиллектәре МБ уполномоченныйҙары, секетарҙары;
    • Хәрби округтары, армия, флот, ғәскәрҙәр төркөмө, дивизия, бригада, флотилия һәм полк ОГПУ МБ уполномоченныйҙары.
  • 7-се категория (1 дүртмөйөш):
    • ОГПУ/ГПУ төбәк тулы хоҡуҡлы вәкиллектәре МБ уполномоченныйҙары ярҙамсылары;
    • Хәрби округтары, армия, флот, ғәскәрҙәр төркөмө, дивизия, бригада, флотилия ОГПУ МБ уполномоченныйҙары ярҙамсылары.
  • 6-сы категория (4 квадрат):
    • дивизия, бригада, флотилия ОГПУ МБ секретарҙары.
  • 5-се категория (3 квадрат):
    • дивизия, бригада ОГПУ МБ коменданты.

1935 йылдың көҙөндә ГУГБ өсөн персональ званиелар индергәндән һуң НКВД етәкселегенең дә кейем формаһы мәсьәләһе барлыҡҡа килә. Норматив документтарҙа НКВД ГУГБ-ның махсус бүлектәре хеҙмәткәрҙәренә «уларҙы хеҙмәтләндергән частарҙың обмундированиеһы тәғәйенләнә» тип билдәләнә, шунда уҡ сәйер күренгән шарт ҡуйылған: «шул уҡ ваҡытта ГУГБ-ның айырыу билдәләре менән».

Наркомат һәм Инстанциялар араһында ҡыҙыу хатлашыу башлана. 1936 йылдың 23 майында СССР НКВД ГУГБ-ның махсус органдары тураһында Положение сыға, уға ярашлы корпустар, флоттар, дивизиялар махсус бүлектәре, бригадалар, укрепрайондар, флотилияларҙың Махсус бүлеге хеҙмәткәрҙәренә, шулай уҡ РККА учреждениеларына һәм частарына беркетелгән айырым оператив хәҙмәткәрҙәренә кейем формаһы һәм айырыу билдәләре раҫлана:

  1. 2 ромб — Дәүләт именлеге өлкән майоры;
  2. 1 ромб — Дәүләт именлеге майоры;
  3. 3 дүртмөйөш — Дәүләт именлеге капитаны;
  4. 2 дүртмөйөш — Дәүләт именлеге өлкән лейтенант;
  5. 1 дүртмөйөш — Дәүләт именлеге лейтенант;
  6. 3 квадрат — Дәүләт именлеге кесе лейтенанты һәм сержанты.

Шулай итеп, особистар уларҙы хеҙмәтләндергән частың политсоставы формаһында ике званиеға эйә булалар — Дәүләт именлегенең махсус званиеһы һәм часта уларҙы таныған звание (мәҫәлән, Дәүләт именлеге майоры — бригада комиссары).

СССР НКВД ГУГБ Махсус бүлектәре үҙәк аппараттарының шәхси составына һәм Эске эштәр төбәк органдары УГБ МБ аппараттарына дәүләт именлеге начсоставының кейем формаһы тәғәйенләнә.

Әлеге хәл 1941 йылға тиклем һаҡлана. 1941 йылдың май-июлендә МБ хеҙмәткәрҙәрен политсостав званиеларында раҫлайҙар. Хәрби контрразведканың НКВД составына ҡайтарылғандан һуң (август 1941 йыл) особистар ҡабат Дәүләт именлеге махсус званиеларына раҫлай башлайҙар. Кейем формаларында үҙгәрештәр булмай.

1943 йылдың 19 апрелендә СССР Эске эштәр халыҡ комиссариаты махсус бүлектәренең Идаралығы базаһында «Смерш» контрразведкаһы Баш идаралығы булдырыла, ул СССР Оброна комиссариаты ғарамағына бирелә. Элекке особистар Оброна наркомы ҡарамағына күсә. Ошоноң менән бәйле уларҙың барыһына тиерлек дөйөм армия званиелары бирелә, йәғни «дәүләт именлеге» өҫтәмәһе ҡушылмай. 1946 йылдың 3 майында СССР НКО «СМЕРШ» ГУКР-ы ҡабаттан МГБ Махсус бүлектәре итеп үҙгәртелә.