Маһисәрүәр (йыр)
Маһисәрүәр | |
Жанр | халыҡ йыры |
---|
Маһисәрүәр (рус. Магисарвар) - башҡорт халыҡ йыры [1]. Был йырҙы Рауил Харрасов башҡара [2] Йыр шулай уҡ татар башҡарыусыһы Хәмдүнә Тимерғәлиева репертуарында бар[3].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Борон башҡорттарҙа егеттәрҙе яуға оҙатыу уңайынан йырланыла торған булған. Исем ике өлөштән тора: (фарсы) Маһи- ай йөҙлө һәм сәрүәр-етәксе, башлыҡ[4] .
2014 йылда йыр йөкмәткеһенә таянып, Өфөлә клип төшөрөлә[5][6].
Текст:
Селтәрле лә батмуста сын-сынаяҡ, Әсмәбикәй,
Тотма ситтәренән дә, Маһисәрүәр, әй, ыуалыр,
Тотма ситтәренән, Маһисәрүәр, әй, ыуалыр.
Бәхетһеҙ ҙә булғанда ир-егеткәй, Әсмәбикәй,Сит илдәргә китептәй, Маһисәрүәр, әй, юғалыр,
Сит илдәргә китептәй, Маһисәрүәр, әй, юғалыр.
Туп-туп ҡына баҫҡандай туратымдың, Әсмәбикә,Туҡ буйҡайҙарында, Маһисәрүәр, әй, төйәге;
Туҡ буйҡайҙарында, Маһисәрүәр, әй, төйәге.
Уттарҙа ла янмаҫтай, һыуҙа батмаҫ, Әсмәбикә,Батыр егеткәйҙең дә, Маһисәрүәр, әй, һөйәге;
Батыр егеткәйҙең дә, Маһисәрүәр, әй, һөйәге.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Башҡорт халыҡ йырҙары
- ↑ Харрасов Равиль Гумерович 2019 йыл 26 октябрь архивланған.
- ↑ Татар җырлары сайты
- ↑ Т. Кусимова, С. Бикҡолова.Башҡорт исемдәре. - Өфө, 2006 - 169-сы бит
- ↑ Башҡортстан кинематографистары «Етегән» яңы музыкаль фильмын тәҡдим итә
- ↑ Башҡорт этник нәфис музыкаль фильмы "Етегән"
Тышҡы һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Был тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.