Эстәлеккә күсергә

«Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Медаль «Серп и Молот» битенән йүнәлтелде)
«Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы
Нигеҙләү датаһы 22 май 1940
Рәсем
Кем хөрмәтенә аталған ураҡ һәм сүкеш[d]
Дәүләт  СССР
Юғарыраҡ дәрәжә «Алтын Йондоҙ» миҙалы
Түбәнерәк дәрәжә «Герой әсә» ордены
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Социалистик Хеҙмәт Геройы
Пиктограмма
Һаны 20 613
Лауреаттар категорияһы Категория:Социалистик Хеҙмәт Геройҙары
 «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы Викимилектә

«Ураҡ һәм сүкеш» алтын миҙалыСССР-ҙа Социалистик Хеҙмәт Геройҙарына тапшырылған айырым отличие билдәһе. Был юғары исемгә лайыҡ булыусыларға шулай уҡ СССР-ҙың юғары наградаһы — Ленин ордены һәм СССР Юғары Советы Президиумы грамотаһы тапшырыла.

1940 йылдың 22 майында СССР Юғары Советы Президиумының 1940 йылдың 22 майындағы Социалистик Хеҙмәт Геройҙары өсөн өҫтәмә отличие билдәләре тураһында Указына ярашлы булдырыла. Барыһы «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы менән — 20 605 кеше, ике тапҡыр — 205 кеше, 16 кеше — өс тапҡыр бүләкләнгән.

Рәсми тасуирламаға ярашлы, «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы осло йондоҙҙан ғибәрәт, уның алғы яғында ике ҡырлы шыма нурҙар төшөрөлгән, миҙалдың уртаһында — рельефлы ураҡ һәм сүкеш һүрәте, йондоҙҙоң диаметры — 33,5 мм, ураҡ һәм сүкештең тотҡаһынан үрге нөктәгә тиклем — 13 һәм 14 мм. Миҙалдың артҡы яғы шыма, контур буйлап нәҙек күтәрмә менән сикләнгән. Артҡы яғында ҡабарынҡы хәрефтәр менән — «Герой Социалистического Труда» яҙыуы. Йондоҙҙоң үрҙәге нурында миҙалдың һаны күрһәтелгән.

Миҙалдың эскизын 1931—1937 йылдарҙағы СССР Үҙәк Башҡарма Комитетының баш архитекторы Мержанов Мирон Иванович[1] эшләгән.

Миҙал элмәк һәм дүңгәләк ярҙамында алтынға ялатылған бәләкәй генә ҡалыпҡа беркетелгән. Ҡалып көмөштән эшләнә, формаһы — 15 мм бейеклегендәге һәм 19,5 мм киңлегендәге тура мөйөшлө пластинка, өҫкө һәм аҫҡы өлөштәрендә рамкалары бар. Ҡалыптың эске өлөшө ебәр муар таҫма менән ҡапланған, төҫө ҡыҙыл, киңлеге — 20 мм. Ҡалыптың артҡы яғында кейемгә беркетеү өсөн гайкалы һырлы штифт. Миҙал 950-се пробалы алтындан эшләнгән һәм ҡалыпһыҙ 15,25 грамм тарта.

Социалистик Хеҙмәт Геройының «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы СССР ордендары һәм миҙалдары өҫтөнән күкрәктең һул яғында йөрөтөлә.

  • Володин А. Н., Мерлай Н. М. Медали СССР. — СПб.: Печатный двор, 1997. — С. 50—51. — ISBN 5-7062-0111-0.
  • Колесников Г. А., Рожков А. М. Ордена и медали СССР. — Мн.: Народная асвета, 1986. — С. 18—20, 55.