Между Волгой и Уралом (радиожурнал)
«Между Волгой и Уралом» («Волга менән Урал араһында») — төбәк-ара ижтимағи‑сәйәси һәм нәфис‑публицистик радиожурнал.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1958 йылдың июненән алып урыҫ телендә аҙна һайын сыға. Сығарылыш ваҡыты 60 минут. Башҡортостан, Коми (1998 йылдан алып), Марий Эл, Мордовия, Татарстан, Удмуртия, Сыуашстан биләмәләрендә трансляциялана. Программаны ошо республика ТРК журналистары әҙерләй, монтажлау һәм эфирға сығарыу «Татарстан» ДТРК (Ҡазан) радиоһында тормошҡа ашырыла.
Маҡсаты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Радиожурналда патриотизм, халыҡтар араһында дуҫлыҡ һәм татыулыҡ, үҙ‑ара хеҙмәттәшлек һ.б. идеялар пропагандалана.
Рубрикалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Радиожурнал сығарылыштарында төбәктәрҙәге аҙналыҡ ваҡиғаларға күҙәтеү хәбәрҙәре, көнүҙәк темаларға сюжеттар, халыҡтарҙың тарихы, мәҙәниәте, традициялары һәм ғөрөф‑ғәҙәттәре буйынсса материалдар, сәйәсмәндәр, фән, сәнғәт эшмәкәрҙәре, производствоның төрлө өлкә белгестәре һ.б. менән интервью була.
Бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1‑се Волга буйы матбуғаты фестиваленең (Түбәнге Новгород, 2002) «Толерантлыҡ өсөн» номинацияһы, «Сәскә атыу хаҡына гуманитар хеҙмәттәшлек» электрон киң мәғлүмәт саралары Евразия конкурсының (Саранск, 2009) лауреаты, Байкал тулҡыны Бөтә Рәсәй милли тапшырыуҙар фестиваленең (Улан‑Удэ) «Иң яҡшы тауыш режиссёрлығы эше» номинацияһында еңеүсе. РФ журналистар союзының «Журналист оҫталығы өсөн» пр. лауреаты (1999).
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Между Волгой и Уралом (радиожурнал) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.