Метревели Слава Калистратович
Метревели Слава Калистратович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Грузия |
Спортта ил өсөн сығыш яһай | СССР |
Тыуған көнө | 30 май 1936[1] |
Тыуған урыны | Сочи, Азово-Черноморский край[d], РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 7 ғинуар 1998 (61 йәш) |
Вафат булған урыны | Тбилиси, Грузия |
Ерләнгән урыны | кладбище Сабуртало[d] |
Һөнәр төрө | футболсы |
Командалағы уйын позицияһы | нападающий[d] |
Әүҙемлек осороноң тамамланыуы | 1979 |
Спорт командаһы ағзаһы | Торпедо[d], Динамо[d], Волга[d], Футбол буйынса СССР йыйылма командаһы, Динамо[d] һәм Дила[d] |
Тренер спортивной команды | Динамо[d] һәм Дила[d] |
Масса | 68 килограмм |
Спорт төрө | футбол |
Ҡатнашыусы | Чемпионат мира по футболу 1970[d], Чемпионат мира по футболу 1966[d], Чемпионат мира по футболу 1962[d], Чемпионат Европы по футболу 1960[d] һәм Чемпионат Европы по футболу 1964[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Бейеклеге/буйы | 172 сантиметр |
Метревели Слава Калистратович Викимилектә |
Сла́ва Калистра́тович Метреве́ли (груз. სლავა კალისტრატეს ძე მეტრეველი; 30 май 1936, Сочи, Азов-Ҡара диңгеҙ крайы, СССР — 7 ғинуар 1998, Тбилиси, Грузия) — совет футболсыһы, һөжүм итеүсе, тренер. СССР йыйылма командаһы составында Европа чемпионы (1960) һәм «Торпедо» (Мәскәү) һәм «Динамо» (Тбилиси) составында ике тапҡыр СССР чемпионы (1960 һәм 1964).
СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1960). Грузия ССР-ының атҡаҙанған тренеры (1976).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Слава Метревели 1936 йылдың 30 майында Сочила тыуа. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа малайҙарҙың күбеһе өсөн футбол төп уйын төрө була, мәктәптән һуң Слава ла иптәштәре менән футбол уйнарға ярата. Ярайһы уҡ тиҙ арала Метревели ҡабатланмаҫ уйын техникаһы менән башҡа иптәштәренән өҫтөнөрәк булыуын күрһәтә, һәм 15 йәшлек малайҙы урындағы тренерҙар футбол секцияһына саҡыра. Тиҙҙән Сочиның «Спартагы» өсөн сығыш яһай башлай, күп тә үтмәй Краснодар крайы чемпионы исемен яулай. 1955 йылда йәш ярымһаҡсы Горькийҙың «Торпедоһына» (команда класса «Б») күсә, унда уң яҡтағы иң ситке һөжүмсе була.
Тиҙҙән Метревелиның уйынын Мәскәүҙең «Торпедоһы» тренеры Константин Бесков күрә һәм 1956 йылда ярымһаҡсы Мәскәүгә барып урынлаша. Бер нисә матчтан һуң Слава, һөжүм мәлдәрендә башҡа йәш футболсылар Валентин Иванов һәм Эдуард Стрельцов менән тығыҙ бәйләннештә уйнап, команданың төп составына инә. Команданың яңы тренеры Виктор Маслов, йәш футболсыларҙың һөжүм тактикаһын дөрөҫ итеп файҙаланыуға өлгәшә, һәм 1958 йылда «Торпедо» тарихта беренсе тапҡыр СССР чемпионатының көмөш миҙалдарын яулай. Шул уҡ йылда Слава өйләнә, ә бер йылдан һуң уның улы Сергей тыуа.
1960 йылда «Торпедо» «алтын уйын» күрһәтә һәм СССР чемпионы титулын яулай, СССР кубогы уйындарында еңеүгә өлгәшә. Метревели команданың иң яҡшы уйынсыларының береһе була һәм футбол миҙгелен бик юғары кимәлдә үткәрә, шуға ла уға СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры тигән маҡтаулы исем бирелә. Шул уҡ йылда ярымһаҡсы СССР-ҙың йыйылма командаһы составында тарихта беренсе тапҡыр Европа кубогын яулауға өлгәшә. Финал матчта Югославия йыйылма командаһы менән уйнағанда Метревели тупты ҡапҡаға индерә һәм иҫәпте тигеҙләй, тап ошо гол совет йыйылма командаһына матч барышын үҙ файҙаһына үҙгәртеү мөмкинлеген бирә.
1963 йылда Метревели Тбилисиның «Динамоһына» күсә. Метревели килгәндән һуң команда һөжүм итеү тактикаһын яҡшырта, «Динамо» уйындары төрлө комбинациялар, импровизация һәм һөҙөмтәлелек менән башҡа командаларҙан айырылып тора. 1964 йылда Тбилиси командаһы, Славаның элекке клубы "Торпедо"ны 4:1 иҫәбе менән еңеп, беренсе чемпион исемен яулай (был матчта голдарҙың береһен Метревели тибеп индерә). Был ваҡытта Слава Метревели үҙ позицияһында СССР-ҙың иң көслө уйынсыһы тип иҫәпләнә һәм спорт карьераһын тамамлағансы шул кимәлде һаҡлай ала.
Слава СССР йыйылма командаһы составында өс донъя чемпионатында ҡатнаша һәм 1966 йылда йыйылма команда менән бергә турнирҙың ярымфинал уйындарына тиклем барып етә. 1968 йылда Метревелиға Бразилия йыйылма комадаһының донъя чемпионатында тәүге еңеүенең 10 йыллығына арналған матчта ФИФА йыйылма командаһы өсөн уйнау мөмкинлеге бирелә, һәм саҡырыу хатын Пеле шәхсән үҙе яҙып ебәрә. Был матчтан һуң бер нисә йыл үткәс, Метревели 1971 йылда 35 йәшендә спортсы карьераһын ташларға ҡарар итә..
1976 йылдан 1977 йылға тиклем Слава "Динамо"ла Нодар Ахалкаци етәкселегендә тренер булып эшләй, ә 1978 йылда өлкән тренер сифатында «Дила»ға етәкселелек итә башлай, ләкин ниндәйҙер юғары уңыштарға өлгәшә алмай һәм 1979 йылда тренер эшенән китә. Спорт эшмәкәрлеген тамамлағандан һуң Тбилиси рестораны директоры була, спорт менән шөғөлләнеүен ташламай. Ғүмеренең һуңғы йылдарында Слава Метревели ҡаты ауырыуға дусар була, ул яҡындарынан башҡаларҙы танымай башлай. 1998 йылдың 7 ғинуарында атаҡлы футболсы вафат була. Сабурталинзыяратында ерләнә.
Сочила Үҙәк стадионға Слава Метревели исеме менән аталған һәм иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылған. 2014 йылдың декабрендә Сочила, футболсының тыуған яғында, Рәсәй грузиндары Союзы тарафынан Метревелиға һәйкәл ҡуйыла[2].
Йыйылма команда составында
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- СССР йыйылма командаһы өсөн 48 матчта уйнай һәм 11 гол индерә.
- СССР-ҙың олимпия йыйылма командаһы өсөн 4 матчта уйнай һәм 1 гол индерә.
- СССР йыйылма командаһы өсөн 1 рәсми булмаған матчта уйнай.
- СССР йыйылма командаһы өсөн беренсе тапҡыр 1958 йылдың 28 сентябрендә Венгрияға ҡаршы уйында сығыш яһай, был матчта СССР йыйылма командаһы 3:1 иҫәбе менән еңә.
- СССР йыйылма командаһы өсөн һуңғы тапҡыр 1970 йылдың 6 майында Болгария командаһына ҡаршы уйнай, уйын 0:0 иҫәбе менән бер кемдең дә еңмәүе менән тамамлана.
- СССР йыйылма командаһы өсөн 1962 һәм 1966 йылдарҙағы донъя чемпионаттарында уйнай.
- 1968 йылда ФИФА йыйылма команһы өсөн уйнай (Бразилия командаһына ҡаршы).
Тренер карьераһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡаҙаныштары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- СССР чемпионы 1960 һәм 1964 йылдар.
- СССР Чемпионатының көмөш призёры, 1957,1961
- СССР Чемпионатының бронза призёры, 1967,1969,1971.
- СССР Кубогына лайыҡ 1960 года.
- СССР Кубогы финалисы, 1961,1970 года
- 1960 йыл Европа Кубогына лайыҡ. (финалда беренсе гол авторы)
- 1966 йыл донъя чемпионатында дүртенсе урын. (өсөнсө урын өсөн туп индерә)
- Грузияның иң яҡшы спортсыһы (1964).
- «Почёт Билдәһе» ордены (1966), Намыҫ ордены (Грузия, 1996).
- Миҙгелдең иң яҡшы спортсылары исемлектәрендә (9): № 1 — 1958—1962, 1964, 1965, 1968; № 2 — 1957
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Slava Metreveli // Transfermarkt.com (билдәһеҙ) — 2000.
- ↑ Открыли памятник Славе Метревели . Дата обращения: 3 ғинуар 2015. Архивировано 3 ғинуар 2015 года. 2015 йыл 3 ғинуар архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 30 майҙа тыуғандар
- 1936 йылда тыуғандар
- СССР-ҙа тыуғандар
- 7 ғинуарҙа вафат булғандар
- 1998 йылда вафат булғандар
- Тбилисиҙа вафат булғандар
- Грузияла ерләнгәндәр
- «Почёт Билдәһе» ордены кавалерҙары
- Почёт ордены (Армения) кавалерҙары
- СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастерҙары
- Футбол буйынса СССР йыйылма командаһы уйынсылары
- СССР футболсылары
- Алфавит буйынса шәхестәр