Ҡылыс

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Меч битенән йүнәлтелде)
Ҡылыс
Рәсем
Код MCN 9307.00.00
 Ҡылыс Викимилектә
Части меча[1].

Ҡылыс — тура йөҙлө ҡаҙау, сабыу һәм сәнсеү өсөн булдырылған һалҡын ҡорал төрө[2], дөйөмләштереп әйткәндә — тура йөҙлө киҫеүсе ҡорал .

Хәҙерге Рәсәй тарихи ҡоралдар өйрәнеү фәнендә ҡылыс тип ике яғы ла үткер 60 сантиметрҙан оҙонораҡ булған, башлыса сабыу өсөн тәғәйенләнгән тура йөҙлө һөжүм ҡоралын атайҙар. Бер яғы ғына үткер булған тура йөҙлө һалҡын ҡорал палаштар төрөнә инә[2].

Милли стандартта ла шундай уҡ аңлатма бирелә:

Контактлы тура уртаса һәм оҙон күләмле ике яҡтан да үткер бысаҡ йөҙлө сәнсеү һәм сабыу ҡоралы[3].

Шуға ҡарамаҫтан, ҡылыс тип яңылыш төрлө кәкре йөҙлө ҡоралдарҙы ла атайҙар. Мәҫәлән, япон ҡоралын, шул иҫәптән катану һәм вакидзасины.

Уларҙы Дәүләт стандарты ике ҡул менән тота торған кәкре ҡылыс (япондар ике яғы ла үткер йөҙлө тура ҡылысты — «цуруги» тип йөрөтә, ә тип — катана төрөндәге, иероглифы аша яҙылғанын атай, ул төрлө осраҡта төрлөсә уҡыла).

Шулай уҡ, улар бер яғы үткер тура йөҙлө ҡоралды айыра, уларҙы палаштар, йә иһә һуғыш бысағы, ҡыҫҡа ҡылыс (тесак), йә иһә фальшион тиҙәр.

Шпага һәм рапираларҙы ҡылыстар тип атау дөрөҫ түгел — улар ҡылыстар менән сығыш яғынан бәйле булһалар ҙа, айырым ҡорал төрөнә инәләр.

Урыҫ теленән айырмалы рәүештә, ҡайһы бер телдәрҙә Рәсәйҙәге ҡорал атамаларына тура килмәгән атамалар бар. Мәҫәлән, инглиз телендәге sword бер яҡлы ла, ике яҡлы ла йөҙлө тура йә иһә кәкре ҡылыс, — тәғәйенләнешенә ҡарап, һүҙҙәр өҫтәлә (dress-sword — букв. «кейем менән йөрөтә торған», еңел ҡорал шпага, граждан кейеме менән йөрөтә торған; back-sword — һүҙмә-һүҙ «ауыр һаплы ҡылыс», бер яҡ йөҙлө, палаш һәм кәкре ҡылыс; һәм башҡа).

Этимология[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Славян һүҙе меч (чех meč, слов. meč, пол. miecz, босн. mač, хорв. mač) с гот теленән ингән[4], унда антик донъянан килгән булһа кәрәк (грек. μάχαιρα — нож, лат. machaera — ср. мачете). Икенсе версия буйынса, «меч» — дөйөм славян һүҙе, сығышы бидәһеҙ; боронғо герман һүҙенә оҡшаш (maki — «меч»), грузин тлендә ma?va «ҡылыс» < «үткер»[5]. Славян һүҙе «метить» готтарҙың (боронғо германдар) maitan «рубить, резать» һүҙенә тура килә.[6]

Классификация һәм тәғәйенлеше[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сәпкә зыян килтереү ысулы һәм механизмы буйынса ҡылыстарҙы ҡырҡыу, ҡырҡыу-сәнсеү, бысағы менән сәнсеүгә бүләләр.

Ике ҡырлы ҡырҡыу ҡоралды ҡылыс һәм хәнйәрҙәргә бүлеү ярайһы уҡ ирекле, ҡылыс йышыраҡ оҙонораҡ ҡалағы менән айырыла (40 см-ҙан, икенсе билдәләмә буйынса — 60 см-ҙан). Ҡайһы бер осраҡтарҙа ҡылыстың аныҡлаусы үҙенсәлеге булып, хәнйәрҙән айырмалы рәүештә, уның көслө һуғыу һәләте һанала, әммә әлеге градация күп осраҡта шартлы була. Ватан ҡоралы фәнендә шулай уҡ 60-70 см-ҙан артмаған ҡыҫҡа ҡылыс, оҙонлоғо 70-90 сантиметр булған оҙон ҡылыс, һыбайлы яугир өсөн дә, йәйәүле яугир өсөн дә яраҡлы, шулай уҡ оҙонлоғо яҡынса 90 сантиметр булған кавалерия ҡылысы ла айырыла[2]. Асылда, ҡылыстарҙың оҙонлоҡтағы төрҙәргә бүленеүе, тәғәйенләнешенә ҡарап, бик шартлы һәм тәү сиратта билдәле бер тарихи дәүерҙең ысынбарлығына бәйле.

Ҡылыс массаһы 700 г (гладиус) 4 килограмға тиклем (цвейхендер, фламберг), айырым осраҡтарҙа (ғәйәт ҙур кеше өсөн, церемония ҡоралы 6,5 кг тиклем). Бер ҡул менән ҡырҡыу йәки ҡырҡыу-сәнсеү ҡылыстың массаһы 0,9 килограмдан алып 2 килограмға тиклем, һирәк осраҡта бер аҙ күберәк була. Ҡылыс профессиональ яугирҙың һөжүм-оборона ҡоралы була, йыш ҡына дворяндар класы вәкилдәре өсөн.

Ҡылысты үҙләштереү өсөн оҙайлы әҙерлек, күп йыллыҡ практика һәм махсус физик әҙерлек талап ителә, бынан тыш, ҡылыс, ҡиммәтле һәм абруйлы ҡорал булараҡ, үҙенә күрә юғары социаль статус атрибутына эйә. Ҡылыстың күп яҡлылығы айырылып тора:

  • Ҡылыс һәр ваҡыт үҙеңменән алып йөрөтөү өсөн уңайлы, был хәүеф аҫтында тиҙ генә алышҡа әҙерләнергә мөмкинлек бирә;
  • Ҡылыс һөжүм итеү өсөн дә, һаҡланыу өсөн дә, йәйәүле яугир тарафынан да, тығыҙ сафта ла, дуэль менән дә ҡулланылырға мөмкин, фехтованиеның алымдары бик күп;
  • Ҡылыс балансы, массаһына ҡарамаҫтан, бик етеҙ һәм маневрлы ҡорал булып тора һәм һуғыу уртаһында ҡоралды туҡтатыуҙы еңеләйтә, тиҙ генә йүнәлешен үҙгәртә, ялған һөжүмдәр ҡуллана — финттар, ә энергия сығымдары сағыштырмаса аҙ була;
  • Ҡылыс менән ҡырҡыу йәки ҡырҡыу-сәнсеү һуғыуҙарын эшләп була, уның менән ҡоралланған һәм ҡоралланмаған дошманды зарарлау мөмкин;
  • Ҡылыстың ҡалағы бөтә оҙонлоҡҡа үткерләнә, был зыян күргән майҙанды арттыра, сәпкә эләгеү ихтималлығын арттыра;
  • Рубящие удары мечом отличаются особой мощностью, особенно при рубке с седла, как против бездоспешных пеших ратников, так и воинов в доспехах Ҡылыс менән һуғыу айырыуса көслө була, бигерәк тә ат өҫтөнән һуҡҡан осраҡта.

Шул уҡ ваҡытта ҡылыс ҡорал төрө булараҡ бер нисә типик етешһеҙлектәр менән ҡылыҡһырлана:

  • Ҡылыс етештереү, һалҡын ҡоралдың башҡа төрҙәре менән сағыштырғанда, юғары үҫешкән металлургия һәм тимерселек кәсептәрен талап итә.
  • Ҡылыстың мөһим сағыу факторы булып ҡалаҡтың үткерлеге тора.

Ҡылыс ҡалағын эш торошонда тотоу сағыштырмаса ҙур ваҡыт һәм хеҙмәт һалыуҙы талап итә.

  • Ҡылыс менән һуғыу сәпкә ҡарата ҡәтғи билдәләнгән урында башҡарылырға тейеш, юғиһә ҡалаҡ әллә ни ҙур зыян килтермәйәсәк йәки хатта сәпкә теймәй, ситләтеп үтә[7]. Һуғыуҙың дөрөҫ техникаһын автоматлаштырыуға еткереү оҙаҡ күнекмә талап итә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Меч // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  • Бёртон Ричард Фр. Книга мечей. Холодное оружие сквозь тысячелетия / Пер. с англ. Д. А. Лихачева. — М.: ЗАО «Центрполиграф», 2007. — 400 с.: ил. — ISBN 978-5-9524-2702-0.
  • Бехайм Вендален. Энциклопедия оружия / Пер. с нем. А. А. Девель и др. Под ред. А. Н. Кирпичникова. — СПб.: Оркестр, 1995. — 576 с.: ил. — ISBN 5-87685-029-X.
  • Винклер П. П. фон Энциклопедия оружия с древнейших времен до начала XIX века. — СПб.: Ленинградское изд-во, 2009. — 432 с.: ил. — ISBN 978-5-9942-0420-7.
  • Горбулева М. С. Меч как символико-культурная категория // Дефиниции культуры: Сб. тр. участников Всерос. семинара молодых ученых. — Томск: Изд-во Томского ун-та, 2007. — Вып. VII. — С. 111-115.
  • Ефимов С. В., Рымша С. С. Оружие Западной Европы XV-XVII вв. — Том 1. Доспехи, клинковое оружие, оружие на древках. — СПб.: Атлант, 2009. — 400 с.: ил. — Серия «Оружейная академия». — ISBN 978-5-98655-022-0.
  • Лайбле Томас. Меч. Большая иллюстрированная энциклопедия / Пер. с нем. С. А. Липатова. — М.: Омега, 2011. — 232 с.: ил. — ISBN 978-5-465-01558-5.
  • Норман А. В. Б. Средневековый воин. Вооружение времен Карла Великого и Крестовых походов / Пер. с англ. Л. А. Игоревского. — М.: ЗАО «Центрполиграф», 2008. — 270 с.: ил. — ISBN 978-5-9524-3336-6.
  • Окшотт Эварт. Оружие и воинские доспехи Европы. С древнейших времен до конца Средневековья. — М.: ЗАО «Центрполиграф», 2009. — 704 с.: ил. — ISBN 978-5-9524-4069-2.
  • Уизерс Харви Дж. С. Мечи и сабли. Иллюстрированная энциклопедия / Пер. с англ. Ю. В. Сырбу. Под ред. Т. В. Чистоноговой. — М.: Эксмо, 2011. — 256 с.: ил. — ISBN 978-5-699-49020-2.
  • Функен Ф., Функен Л. Средние века. VIII—XV века: Доспехи и вооружение. — М.: ООО «АСТ»; Астрель, 2002. — 152 с.: ил. — Серия «Энциклопедия вооружения и военного костюма». — ISBN 978-5-17-014496-9.
  • Хаттон Альфред. Меч сквозь столетия. Искусство владения оружием / Пер. с англ. Д. А. Лихачева. — М.: ЗАО «Центрполиграф», 2006. — 334 с.: ил. — ISBN 5-9524-1960-7.
  • Stefan Mäder: Stähle, Steine, Schlangen: Ein neuer Blick auf alte Schwerter. Karfunkel Combat Nr. 1, Karfunkel-Verlag, Wals-Michelbach 2005 (нем.)
  • Veronica Fiorato, Anthea Boylston, Christopher Knüsel: Blood red roses: the archaeology of a mass grave from the Battle of Towton AD 1461. 2000, ISBN 1-84217-025-2. (англ.)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]