Эстәлеккә күсергә

Мирзаханян Рубен Карленович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мирзаханян Рубен Карленович
әрм. Ռուբեն Միրզախանյան
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Әрмәнстан
Тыуған көнө 20 июнь 1959({{padleft:1959|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:20|2|0}}) (65 йәш) или 1959
Тыуған урыны Ереван, Әрмән ССР-ы[d], СССР
Һөнәр төрө тарихсы, сәйәсмән
Эш урыны Армянский педагогический университет[d]
Уҡыу йорто Ереванский государственный университет[d]
Ғилми дәрәжә тарих фәндәре докторы[d] (2008) һәм профессор[d] (2010)
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
 Мирзаханян Рубен Карленович Викимилектә

Мирзаханян Рубен Карленович (әр. Ռուբեն Միրզախանյան), (1959, Ереван, Әрмән ССР-ы) — әрмән йәмәғәт эшмәкәре, «Текеян» мәҙәни союз рәйесе, Хачатур Абовян исемендәге Әрмән дәүләт педагогия университеты ректоры[1].

Рубен Карленович Мирзаханян 1959 йылда Ереванда тыуған. Еревандың 114-се урта мәктәбендә, артабан Ереван дәүләт университетының тарих факультетында уҡыған. Тарихсы квалификацияһын ала. Тарих фәндәре докторы, профессор.

1980 йылда Еревандың 17 -се техник училищеһында производство мастеры һәм политэкономия уҡытыусыһы булып эшләй.

1981 йылдан башлап Хачатур Абовян исемендәге Әрмән дәүләт педагогия инситутында ғилми-педагогик эшмәкәрлек менән шөғөлләнә башлай.

1985 йылда кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай, 1986 йылда доцент дәрәжәһе бирелә.

1995-1999 йылдарҙа Рубен Мирзаханян Сиркәү Милли йыйылышына делегат итеп һайлана.

2003 йылдың июленән Әрмәнстандың Текеян мәҙәни йәмғиәтенең Үҙәк идараһы рәйесе.

2008 йылда докторлыҡ диссертацияһы яҡлай һәм тарих фәндәре докторы ғилми дәрәжәһенә лайыҡ була, 2010 йылдан – профессор.

1990 йылда Әрмән дәүләт педагогия университетының мәҙәниәт факультеты деканы вазифаһына һайлана, 2000 һәм 2006 йылдарҙа был вазифаға 2010 йылдың сентябренә тиклем яңынан һайлана. "Әрмән мәҙәниәте тарихы" лекциялары кусын уҡый.

2010 йылдың сентябрендә Хачатур Абовян исемендәге Әрмән дәүләт педагогия университеты ректоры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнә. 2010 йылдың февралендә ректоры итеп һайлана. 2016 йылда ректор вазифаһына яңынан һайлана.

Рубен Мирзаханян Бөтә донъя Әрмән конгресы Президиумының ағзаһы, “Текеян Үҙәге” Фонды советы ағзаһы, «Вопросы педагогики и психологии», «Научный вестник АГПУ», «Арменоведческий журнал», «Проблемы специального образования», «Мудрость», «Русский язык в Армении» периодик фәнни баҫмалар мөхәрририәте коллегияһы рәйесе, «История и обществознание» фәнни йыллыҡ баҫмаһы, «Азг» гәзите, «Пайкар» журналы мөхәрририәт коллегияһының нигеҙ һалыусыһы булып тора".

Рубен Мирзаханян – алты монография, илленән ашыу ғилми һәм ғилми-методик, етмештән ашыу ижтимағи-публицистик мәҡәләләр авторы.

Сәйәси эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рубен Мирзаханян – Әрмәнстандың Рамкавар Азатакан партияһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе булып тора. ПРАА Ойоштороу советының рәйесе булып һайлана; 1991 йылдың декабренән 1996 йылдың июленә тиклем – ПРАА Республика идараһы рәйесе. 1999 йылдың апреленән 2003 йылдың июленә тиклем ҡабаттан ПРАА рәйесе булып һайлана. Әрмәнстан Республикаһының Президенты янында Сәйәси партияның ағзаһы булып тора.

Мәҙәниәт үҫешенә индергән ҙур ҡаҙаныштары өсөн 2009 йылда Рубен Мирзаханянға Әрмәнста Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре тигән маҡтаулы исем бирелә.

2009 йылда Рубен Мирзаханяндың ил, халыҡ һәм изге Сиркәү алдындағы намыҫлы, эскерһеҙ хеҙмәтен баһалап, бөтә әрмәндәрҙең Изге Католикосы Гарегин Икенсе уны Изге Саак – изге Месроп исемендәге орден менән бүләкләй.

  Официальный сайт АГПУ