Мирғәлиев Ринат Хәтмулла улы
Мирғәлиев Ринат Хәтмулла улы | |
Тыуған көнө | 15 апрель 1951 (73 йәш) |
---|---|
Тыуған урыны | Шәрип, Кушнаренко районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Биләгән вазифаһы | Башҡортостан Республикаһының халыҡ депутаты |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт аграр университеты |
Мирғәлиев Ринат Хәтмулла улы (рус. Миргалиев Ринат Хатмуллинович; 15 апрель 1951 йыл) — партия органдары хеҙмәткәре һәм хужалыҡ эшмәкәре. 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың ун икенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың Дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Закон, законлылыҡ һәм хоҡуҡ тәртибе мәсьәләләре буйынса комиссия ағзаһы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ринат Хәтмулла улы Мирғәлиев 1951 йылдың 15 апрелендә Башҡорт АССР-ының Кушнаренко районы Шәрип ауылында тыуған. Милләте татар, юғары белемле — 1976 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлаған.
1969—1971 йылдарҙа Совет Армияһы сафына сағырыла. Хәрби хеҙмәт итеп ҡайтҡас, Башҡортостан ауыл хужалығы институтында уҡый. Юғары һөнәри белем алғас, хеҙмәт юлын, Кушнаренко районы колхозында зоотехник һәм баш зоотехник булып башлай. Артабан КПСС-тың район комитетында инструктор булып эшләй.
1983 йылдан ошо райондың «Алға» колхозы рәйесе. Хеҙмәт биографияһы ауыл хужалығы менән бәйләнгән.
Өйләнгән, ғаиләһендә ҡыҙ һәм ул үҫтергәндәр.[1] Кушнаренко районы 235-се Шәрип һайлау округынан Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты итеп һайлана. Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының закон, законлылыҡ һәм хоҡуҡ тәртибе мәсьәләләре буйынса комиссия ағзаһы.[2]
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ // Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005.УДК 930 ISBN 5-8258-0204-5
- ↑ Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 34
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 104