Эстәлеккә күсергә

Мирғәсимов Феликс Мирғәриф улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мирғәсимов Феликс Мирғәриф улы
Тыуған көнө 13 август 1939({{padleft:1939|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:13|2|0}}) (85 йәш)
Тыуған урыны Яңы Айыу, Илеш районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Биләгән вазифаһы Башҡортостан Республикаһының халыҡ депутаты
Уҡыу йорто Бөтә Рәсәй ситтән тороп уҡыу финанс-иҡтисад институты[d]

Мирғәсимов Феликс Мирғәриф улы (рус. Миргасимов Феликс Миргарифович; (13 август 1939 йыл) — иҡтисадсы. 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың ун икенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында Башҡортостан Республикаһының Дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты, Аҙыҡ-түлек һәм аграр мәсьәләләр буйынса комиссия ағзаһы.

Феликс Мирғәриф улы Мирғәсимов 1939 йылдың 13 авгусында Башҡорт АССР-ының Илеш районы Яңы Айыу ауылында тыуған. Милләте башҡорт, юғары белемле — 1968 йылда ситтән тороп Бөтә Союз финанс-иҡтисад институтын тамамлаған.

Хеҙмәт юлын 1956 йылда ауыл клубы мөдире булып башлай. Өфө финанс техникумын тамамлағандан һуң Илеш районы дәүләт банкында эшләй. 1959—1962 йылдарҙа Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә, артабаш Илеш, Шаран, Нуриман райондары финанс органдарында эшләй. 1978—1984 йылдарҙа Башҡортостандың госбанк контораһы рәйесе урынбаҫары. 1984 йылдан КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетында иҡтисад бүлеге инструкторы. 1984—1990 йылдарҙа СССР Агробанкының Башҡортостан идаралығы начальнигы. 1991 йылдан «Башҡортостан» агробанкының идара рәйесе.[1]

Бәләбәй районы 171-се Малиновка һайлау округынан Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты итеп һайлана. Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының аҙыҡ-түлек һәм аграр мәсьәләләр буйынса комиссия ағзаһы.[2]

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. // Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005.УДК 930 ISBN 5-8258-0204-5
  2. Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 34
  • Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 104