Митридат (тау, Керчь)
Митридат | |
Кем хөрмәтенә аталған | Митридат VI |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Ҡырым Автономиялы Республикаһы[1] |
Митридат Викимилектә |
Митридат, йәки Митридат тауы (рус. Митридат (гора, Керчь) ҡырымтат. Mitridat, Митридат) — Ҡырымдың иң билдёле тау түбәләренең береһе. Керчь ҡалаһының үҙәгендә урынлашҡан һәм уның төп иҫтәлекле урыны булып тора.
Түбәһендә боронғо грек ҡалаһы Пантикапея емереклектәре, 1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар иҫтәлегенә хәрби дан мемориалы, шулай уҡ Керчь боғаҙы аша Ҡырымды Рәсәйҙең төп территорияһы менән тоташтырған күпергә ҡараған күҙәтеү майҙансығы урынлашҡан. Тауға легендар Ҙур һәм Бәләкәй Митридат баҫҡыстары алып менә.[2]
Географик мәғлүмәттәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Территориаль урынлашыуы буйынса тау Керчь ҡаланың географик үҙәге булып тора.. Унан ҡалаға һәм Керчь бухтаһына күренеш асыла. Диңгеҙ кимәленән бейеклеге 91,4 метр. Түбә шулай уҡ көнбайышҡа табан Митрид һыртының башланғысы тип һанала[3][4]
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Антик осорҙа
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Керчь үҙәгендәге тауҙа боронғо антик ҡала Пантикапей урынлашҡан..Римдарға ҡаршы сәйәси һәм хәрби көрәштә һәләк булған понтий батшаһы Митридат VI Евпатор исеме менән аталған. Был исем «Митра бүләге» (фарсы Ҡояш аллаһы) тигәнде аңлата.[2]
Кесе Азияла Понттың алты батшаһы шундай исем йөрөткән, уларҙың һуңғыһы — Митридат, Евпатор — римдарға ҡаршы ҡурҡыныс дошман булған. Иберияла (хәҙерге ваҡытта Грузия) идара иткән Митридатҡа Рим императоры Веспасиан (69-79 й. хакимлыҡ иткән) аландарҙың баҫып инеүен кире ҡағырға ярҙам иткән. Парфияның дүрт батшаһы ла Митридат исемен йөрөткән.[2]
Митридат Рәсәй һәм СССР тарихы осоронда
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]10 (21) июль 1774 йыл Керчь биләмәһе булараҡ Митридат тауы Кючук-Кайнарджий тыныслыҡ килешеүенә ҡул ҡуйыу һөҙөмтәһендә Рәсәй империяһына территорияһына беркетелә. 1783—1802 йылдарҙағы административ-территориаль үҙгәртеп ҡороуҙар барышында Керчь Таврия губернияһы составына инә.
Керчь ҡалаһы башлығы, археолог, боронғо Керчь музейына нигеҙ һалыусыларҙың береһе И. А. Стемпковский 1832 йылда вафат була, васыятына ярашлы ул Митридат тауы түбәһендә ерләнә. Уның ҡәберендәге классицизм стилендә төҙөлгән часовня оҙаҡ ваҡыт ҡаланың архитектура доминанты була. 1944 йылда емерелгән. Революцияға тиклем Керчь һәм Митридат тауына батша фамилияһы вәкилдәре-императорҙар: Александр I, Николай I, Александр II һәм императрица Мария Александровна килә.[5]
СССР тарихына тау Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында Ҡырым ярымутрауында немец-фашист илбаҫарҙарына ҡаршы батырҙарса һуғышҡан урындарҙың береһе булараҡ ингән.Ҡырымды һаҡлаусыларҙың хәрби даны үҙәгенә әйләнә. Керчь оборонаһы һәм азат ителеүе тарихы менән айырылғыһыҙ бәйле. Бында 1943 йылдың декабрендә, Керчь-Эльтиген десант операцияһы барышында , Эльтигендан сығып, 318-се Новороссийск уҡсылар дивизияһы десантсылары полковник В. Ф. Гладков етәкселегендә үтеп инә , 1944 йылдың 11 апрелендә Ҡырым һөжүм итеү операцияһы барышында Керчты азат итеүселәр Митридат түбәһенә Ҡыҙыл байраҡ ҡаҙай.[6]
Мәҙәни әһәмиәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Антиклыҡ, Урта быуаттар һәм Яңы заман күп һанлы һәйкәлдәре тауҙы Керчтың мәҙәни үҙәге итә. Тауҙа Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Керчты азат иткәндә һәләк булғандарҙың хәрби даны мемориалы урынлашҡан — Митридат тауындағы үлемһеҙ геройҙарға Дан обелискы. Мемориал 1944 йылда төҙөлә башлай, шуға күрә ул СССР-ҙа Бөйөк Ватан һуғышының тәүге стационар мемориалдарының береһе булып тора. Мемориалда «ЗИС-3» (1942 йыл өлгөһөндәге 76-сы дивизион пушкаһы (ЗИС-3) 3 пушка тора.[2]
Тау түбәһен үҙәк менән 1830-сы йылдарҙа итальян архитекторы Александр Дигби проекты буйынса классицизм стилендә төҙөлгән Ҙур Митридат баҫҡысы тоташтыра. Тау түбәһенә 432 баҫҡыс киртләсе алып бара.
Тауҙың төньяҡ-көнсығыш битләүендә, Оло Митридат баҫҡысынан төньяҡтараҡ, Кесе Митридат баҫҡысы урынлашҡан. Был иҫтәлекле урын 1866 йылда төҙөлгән һәм классицизм һыҙаттары менән айырылып тора.
XIX быуат аҙағына Ҙур Митридат баҫҡысы бөлгөнлөккә төшә, биҙәүестәрҙең бер өлөшө емерелә, бер өлөшө урлана, аҫҡы майҙансыҡтың грифон скульптуралары алына Һәм Керчҡа ингән урындағы Феодосия заставаһы ҡапҡаһына күсерелә. 1985—1988 йылдарҙа Ҙур баҫҡыс реконструкциялана, 1989 йылда Кесе баҫҡыс реставрациялана. 2015 йылдың июнендә, ремонт һәм ярҙамсы эштәрҙең оҙаҡ ваҡыт булмауы арҡаһында, Ҙур Митридат баҫҡысы өлөшләтә емерелә. Кесе һәм Ҙур Митридат баҫҡыстарының торошо һиҙелерлек насарайыу сәбәпле, 2018 йылда уларҙы реконструкциялау башлана, һуңынан подрядсының тупаҫ хаталары арҡаһында туҡтатыла аварияға ҡаршы үткәрелгән эштәр емереү процесын туҡтатмай ғына түгел, ә уны тиҙләтә лә. 2019 йылдың авгусында, проектҡа ҡабаттан экспертиза үткәрелгәндән һәм яңы подряд ойошмаһы менән контракт төҙөлгәндән һуң, ремонт-реставрация эштәре тергеҙелә, ә 2020 йылдың аҙағына тамамлана. 2021 йылдың 22 июнендә реставрацияланған баҫҡыс комплексы килеүселәр өсөн асыла.[6]
2021 йылда тау түбәһенең мәҙәни киңлеген үҫтереү маҡсатында боронғо тарихи музейын һәм Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Ҡара диңгеҙ флотының хәрби-диңгеҙ базаһы оборона штабы бинаһын тергеҙеү, археолог Һәм Керчь ҡала башлығы Стемпковский Иван Алексеевич кәшәнәһе өҫтөндә часовня төҙөү өҫтөндә эштәр башлана.[5]
Митридат тауының төньяҡ битләүҙәренең төпкөлөндә, торлаҡ төҙөлөшө аҫтында, гигант ер аҫты некрополе- Пантикапейҙың үҙ-ара ырғаҡтар менән тоташтырылған һуңғы антик төрбәләр системаһы урынлашҡан. Тау кәшәнәһен тикшереү XIX быуаттың беренсе яртыһында уҡ башлана. 1895 йылға 200 — ҙән ашыу кәшәнә тикшерелә, шулай уҡ некрополдың дөйөм үлсәмдәре уның оҙонлоғо 1 км ашыу, ә киңлеге 250 м тиклем (майҙаны яҡынса 25 га) контурлана. XX быуат аҙағында тикшеренеүҙәргә спелеологтар йәлеп ителә. Хәҙерге ваҡытта беҙҙең эраның III—V быуаттарындағы бер нисә йөҙ генә кәшәнә билдәле һәм тасуирланған, әммә иҫәпләүҙәр буйынса некрополдә 3,5 меңдән ашыу камера урынлашҡан.[6]
Геологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1910 йылда тау тирәһендә геологик тикшеренеүҙәр барышында ғалим-геолог С. П. Попов тарафынан минерал асыла һәм беренсе тапҡыр тасуирлана, минерал 1914 йылда тау исемен ала — митридатит[7].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ GEOnet Names Server — 2018.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 Гора Митридат, Туристер. 5 май 2024 тикшерелгән.
- ↑ Н. И. Андрусов Геотектоника Керченского полуострова. Митридатскій гребень // Материалы для геологии России : ежегодник. — 1893. — Т. XVI. — С. 87.
- ↑ Ковыркин К. К., Санжаровец В. Ф. Керченский полуостров. Географический словарь // Научный сборник Керченского заповедника. Выпуск 4. — Симферополь: Бизнес-Информ, 2014. — С. 443—586. — 640 с. — 300 экз. — ISBN 978-966-648-378-5.
- ↑ 5,0 5,1 Гора Митридат, Старая Керчь. 5 май 2024 тикшерелгән.
- ↑ 6,0 6,1 6,2 Гора Митридат:факты, легенды, тайны, Керченский полуостров. 5 май 2024 тикшерелгән.
- ↑ Труды Ломоносовского института геохимии, кристаллографии и минералогии, Выпуски 7-10, Издательство Академии наук СССР, 1936, — С. 139
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Гора Митридат, Туристер. 5 май 2024 тикшерелгән.
- Гора Митридат:факты, легенды, тайны, Керченский полуостров. 5 май 2024 тикшерелгән.
- Гора Митридат, Старая Керчь. 5 май 2024 тикшерелгән.